Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әнүзә Мәжитова

Әнүзә Мажитова Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәй. Ғүмер буйы ауыл китапханасыһы булып эшләне. Әле ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе. "Беҙ үҙебеҙ Баймаҡтар", "Өмөтбай кисә, бөгөн" төркөмдәрен алып бара.

УРАЛ МӨҒЖИЗӘҺЕ


(Нәҫер - инша)


Тәбиғәт һәм кеше...
Кеше һәм тәбиғәт...
Улар бер - береһенә үтә лә яҡын,

айырылғыһыҙ төшөнсәләр.


Һуңғы йылдарҙа йәйҙең ҡоро килеүе арҡаһында ауыл халҡына ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү өсөн, урманда йөрөргә тура килә. Юлдар насар булыу сәбәпле, йә беларусь тракторы, йә булмаһа, ат егеп бесән әҙерләргә йөрөйбөҙ. Үлән шул тиклем үҫкән, хатта егеп барған аттың дуғаһы ла күренмәй. Урал урмандары , яландары еләк - емешкә, бәшмәккә бай. Ауылда күптән инде ҡайнатмалар әҙерләп бөткәнбеҙ, ә Урал дың ҡуйы урманлы яландарында, еләк - емеш яңы өлгөргән, үҙҙәре "турғай башындай" эре, ҡырағай алмағастарҙа ла алмаһы алланып бешкән, үҙҙәре татлы ла, һутлы ла. Ә бәләкәй генә йылға-инештәрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Һыуҙары шул тиклем таҙа һәм тәмле. Төш мәлендә ат һуғарырға тип йылға буйына төштөм. Былай ҙа берәй айыу-маҙар килеп сыҡмаһын тип, шөрләберәк килгән кешегә, (шөрләрлек шул, иртәгеһенә бесәнгә килһәң, сәй эскән еребеҙҙә урман хужаһы айыу үҙенең эҙен ҡалдырып киткән була) ҡапыл күҙ алдымда, быуылған йылғала ниндәйҙер хәрәкәт сағылды. Йылтыр һыу өҫтөндә балыҡты хәтерләткән , ялтыр ҡойроғон шапылдатып, сөм-ҡара күҙҙәрен миңә төбәп, нимәлер тын ғына йөҙә. Асылған ауыҙымды йомоп та өлгөрмәнем, төрлөсә хәрәкәттәр менән йөҙөп барғас, ҡаршылағы ярға сығып, ҡағынып алды ла, айыу шикелле алпан-толпан баҫып , ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды. Күргән мөғжизәгә иҫеп китеп, сыҙамай башлаған атымды етәкләп йылғаға төштөм дә хайран ҡалдым. Кемдер йылғаны быуып ҡуйған. Стеналары шул тиклем тигеҙ, мәте-балсыҡ менән һыланған, ә төбөнән урғылып ҡына һыу ағып сыға. Бөйөк Ҡытай стенаһымы ни, үҙе бейек кенә, бер ярҙан икенсеһенә тиклем һуҙылған. Атымды һуғарып һыуҙан сығыуға, трактор менән бесәнгә китеп барыусы ауылдашым, тәгәрмәсе менән быуаның ситен емереп тә китте. Күргәндәремде тормош иптәшемә һөйләнем. "Ул йылғала ҡондоҙҙар йәшәй, ә емерелгән ерҙе һуңғараҡ барып ҡарарһың әле," - тине. Бер-ике сәғәттән йылға буйына килһәм, емерек урынды таныманым. Ҡондоҙҙар төҙәтеп, һылап та ҡуйғандар. Күпме тауыш-тынһыҙ ғына торһам да йәнлектәрҙе башҡаса күреп булманы.
Ҡыҙыҡһыныуым шул тиклем көслө ине. Ҡондоҙҙар тураһында белгем килеп интернет селтәренә күҙ һалдым. Ҡондоҙ тиреһе бик ҡиммәтле икән. Үткән быуаттың башында Америкала, Европала, Рәсәй империяһында, ҡондоҙ тиреһенән тегелгән кейемдәрҙе байҙар яратып кейгән. Күпләп аулағанға күрә, улар үтә әҙәйгән. Беҙҙең Башҡортостандың Көнъяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә, ҡыҙыл китапҡа ингән ҡондоҙҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Осло тырнаҡтары һәм тештәре ярҙамында ағастарҙы кимереп йыҡҡан ҡондоҙҙар" талантлы инженер"ҙар икән. Быуала төҙөгән ҡоролмаларының диаметры 10-15 метр булһа, бейеклеге бер-ике метрға етеүе мөмкин. Мин күреп хайран ҡалған быуаны ҡондоҙҙар яр буйында үҫкән талдарҙы кимереп, тәүҙә ҙурыраҡ ағастарҙы арҡыры һалып, нәҙектәре менән ситән үреп эшләйҙәр икән. Ағып килгән сүп-сар, балсыҡ араларын тултыра, артыҡ һыу быуа төбөнән, сыбыҡсалар аша аға икән. Быуа ҡондоҙҙарға йәшәү һәм дошмандарҙан һаҡланыу өсөн мөмкинлек бирһә, тыныс һыуҙа бәрҙе, бағры, алабуға һәм башҡа балыҡтар йыйыла, һыу ҡоштары осоп килә, эҫе селләлә айыуҙар рәхәтләнеп һыу инә. Был аҡыллы кейектәр быуалағы һыуҙың күләмен һәм таҙалығын даими контролдә тота. Үҙҙәренең йылғырлығы һәм үтә һиҙгер булыуҙары менән дан алған ҡондоҙ йылына ике-өс бала тыуҙыра. Тыуған ғаиләһендә ике йыл йәшәгән ҡондоҙҙар, парын тапҡас, ҡауышып, ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Бер үк урынды ғаилә быуаттар буйы биләргә мөмкин. Быуанан өс йөҙ метр ары китмәгән йәнлектәрҙең йылға буйында өйҙәре лә бар икән. Ҡондоҙ үҫемлек ашап туйына. Тал, ҡайын, йыла ағастарын ҡайыҙлай. Кимереүселәр тураһында халыҡ араһында шундай әйтем йөрөй. "Ҡондоҙҙо үлтерһәң, ағасты ҡотҡарырһың" тигән. Әйе, ағастарҙы кимереп йыға, ләкин ҡайҙа етте шунда түгел, һөйрәп алып барып, быуа быуырлыҡ ерҙәргә туплай. Ҡайырыһын кимереп бөткәс, үҙәген быуа өсөн файҙаланалар. Бына шулай тыуған Башҡортостаныбыҙ урмандарында ниндәй генә йәнлектәр. Кейектәр, йыртҡыстар йәшәмәй, ә ҡондоҙҙо белмәгән кеше юҡтыр, әммә уның менән яҡындан осрашҡандар аҙҙыр, әлбиттә. Ә Тәбиғәт-Әсә өсөн барлыҡ тереклек тә ҡәҙерле.

Матур һин. Урал,
Юҡ ерҙә тиңең.
Йондоҙҙарың да
Аҫыл таш һинең.
Тауҙарың бейек,
Урманың йәмле.
Шишмәләреңдең
Һыуҙары тәмле.
(Салауат Юлаев.)


Әнүзә Мәжитова.



Читайте нас: