Бөтә яңылыҡтар

Нәсимә Йосопова

Йосопова Нәсимә Азамат ҡыҙы Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы.

Тыуған илем Башҡортостан!


Урал аръяғында бер ауыл бар,

Беҙҙең күңелдәрҙе арбаған.

Рәхмәт инде,аҫыл был төйәкте,

Олатайҙар белеп һайлаған.

Һай, бороңғо матур ауыл,

Йөҙөң тан һымаҡ көләс.

Бер ҡулыңда алтын ураҡ,

Бер ҡулыңда аҡ күмәс,

Һинән күргән игелекте

Онота алмам, Темәс,

Йәнгә ғәзизһең, Темәс!


Нимә ул тыуған ер? Тыуған ер ул - кешенең аяҡ быуындары ла нығып етмәгән көйө, тәпәй баҫып йәшел сиҙәмдән атлап киткән ере. Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле.

Тыуған ауыл - ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз һүҙ. Һәр кем үҙенең ауылын яратҡан кеүек, мин дә тыуған ауылымды бик ныҡ яратам. Ҡайҙа ғына барһам да, мин уны һағынып ҡайтам. Ауылдар береһенән-береһе матур, ләкин минең тыуған ауылым кеүек бер ерҙә лә юҡ.


Башкортостан Республикаһының беренсе баш ҡалаһы Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуғанмын. Уның тәбиғәте йәшел урмандарға, еләк-емештәргә, төрлө ҡоштарға бик бай. Тыуған ауылымда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы, музей, почта бүлеге, дауахана, кибеттәр бар.

Ауылым бик ҙур, йылдан-йыл үҫә, матур йорттар ҡалҡып сыға. Ауылым урамдары билдәле шәхестәр исемен йөрөтә; Зәки Вәлиди, Салауат Юлаев һәм башҡа. Минең ауылым бик күп күренекле кешеләре менән мәшһүр: баянсы Редик Фәсхетдинов, актер-режиссер Вәкил Йосопов, йырсы Миңзифа Искужина, Нәсимә Тимерова – улар бик күптәр.

Беҙҙең баш йортобоҙ башҡорт балы, бишбармаҡ, ҡымыҙ, буҙаға бик бай. Шулай уҡ халҡымдың табын түрен сәксәкһеҙ, йылҡы итһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

Беҙҙең ауылда башҡорт халҡы ғына түгел, башҡа ун ете төрлө милләт халҡы йәшәй икән.

Ауыл халҡы иҫәбен алғанда билдәле булған. Беҙ мәктәптә 2016 йылда һәр класс уҡыусылары төрлө милләт халҡының йолаларын сәхнәләштерҙек, бик ҡыҙыҡлы сара булды. Беҙҙең класс башҡорт халҡының йолаларын сәхнәләштереп беренсе урынға лайыҡ булды. Әлбиттә башҡорт бик ҡунаҡсыл, ябай эшлекле халыҡ.

Таланттарға бай ул Башҡортостан - йырсы, бейеүсе, ҡурайсы, ҡумыҙсылары донъя сәхнәләрен яулай, башҡорт сәнғәтен күтәрә. Тағы ла беҙҙең ҡунаҡсыл йөҙөк ҡашыбыҙ –Талҡаҫ күле. Йәй көнө ғаиләбеҙ менән барып ял итәбеҙ. Ауылымдың бер яҡ осонда Яғалса тауы бар, ул биш булкәттән тора. Бишенсе тауға менеп ҡараһаң, тыуған ауылым ус төбөндәге кеүек күренә. Тыуған ауылымдың һауаһы ла икенсе. Ауылымдың урамдары буйлап әйләнеп ҡайтыу ҙа йәнгә дауа бирә. Ауыл урамынан Һаҡмар, Шырҙы, Талашты йылғалары аға. Йәй көнө Һаҡмар һыуында һыу инәбеҙ, ә Талашты йылғаһы һыуыҡ, үҙе таҙа ғына. Ҡарҙар иреп, көндәр йылынғас, беҙҙең мәктәп уҡыусылары урамдарҙы, йылға буйҙарын таҙартыуҙа әүҙем ҡатнаша.


Мин тыуған ерем, тыуған ауылым, ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам. Мәктәбемде тамамлағас, ҡайҙа ғына йәшәһәм һәм эшләһәм дә, бер ҡасан да тыуған ауылыма, еремә тап төшөрмәм. Темәсемдә Башҡортостан кеүек бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән Республикамдың тәүге баш ҡалаһы!

Атай-әсәй берәү булған кеүек минең Башҡортостаным да бер генә.

Сәскә ат, Башҡортостан!

Нәсимә Йосопова.

Читайте нас: