Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
2 Апрель 2019, 00:28
Хәҙисә Ғәбдүлмәнова
Ғәбдүлмәнова Хәҙисә Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбенең 3-сө класы уҡыусыһы.
Тыуған республикам минең
Башҡортостан- баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеген.
(Р.Ураҡсина)
Башҡортостан! Тыуған республикам минең! Ниндәй ғорурлыҡ, ниндәй матурлыҡ минең илемдә. Бай тарихлы Башҡортостаным!
Рәсәйҙең иң матур ерендә, Урал тауҙары буйында урынлашҡан. Унда бик күп йылға-күлдәр, тауҙар, мәмерйәләр бар. Алтын-көмөшкә, нефть-газға, төрлө минералдарға бай булыуы менән дан тота. Башҡорт балы ла бар донъяға билдәле. Ә башҡорт ҡымыҙын маҡтамаған кеше юҡтыр. Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Кинйә кеүек батырҙарыбыҙ менән ғорурланмау мөмкин түгел. Сабый саҡтан күкрәгемә бөтмәҫ мөхәббәт бирелгән тыуған илемә. Һулар һауам да дауа кеүек, эсәр һыуым да зәм-зәм кеүек. Башҡортостанымды маҡтап һүҙҙәр етмәҫтер. Илкәйемдә үҫкән әрем дә баллы кеүек тойола.
Мин ошо изге ерҙә тыуғаныма ғорурланам!
Хәҙисә Ғәбдүлмәнова.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи