Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Ишназарова

Ишназарова Гүзәл Өфө ҡалаһында йәшәй. Баймаҡ килене.

Йылдар үткән һайын, ҡай тарафта, ниндәй дәрәжә яулап эшләп, йәшәүеңә ҡарамаҫтан , кендек ҡаны тамған тыуған төйәгеңә нығыраҡ тартыла, һағына бараһың, үҙ телеңде, әҙәбиәтеңде, тарихыңды нығыраҡ өйрәнә башлайһың икән. Хәйер, кем нисек инде...
Атай-әсәйемә рәхмәт, бала саҡтан тыуған илгә, телгә һөйөүҙе төрлө матур йырҙар, шиғырҙар, әкиәттәр , һәм дә, тәбиғәт аша биреп үҫтерҙеләр. Эйе-эйе, тап тәбиғәт аша! Иҫ белгәнемдән алып урман-яландар гиҙеп, ундағы барлыҡ күренештәрҙе нескә күңелем һәм кескәй йөрәгем аша һеңдереп, уларҙы өйрәнеп үҫтем бит.
Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ атаһы елкәһендә Ағиҙел йылғаһын кисеп, аръяҡҡа сығып баралар. Саҡ ҡына арыраҡ, төйөнсөктәр тотҡан һәм балаҡтарын тубығынаса төргән әсәһе килә. Үҙҙәре менән мине, өс йәшлек баланы бесәнгә алып барыуҙары. Йылғаның шарлап ағыуы моңло бер көй сығарғандай. Ҡаяларҙан килгән шаңдау, сайыр һәм ылыҫ,йәш бесән еҫе аңҡыған урман-туғайҙарҙа әҙме салғы шыжлаттыҡ та, тәбиғәт тауышына әҙме ҡолаҡ һалдыҡ? Ә район тәбиғәтендә ял итеп, Ағиҙел и буйлап кәмәләрҙә ағыусы туристар менән дә бит әҙ танышманым да, баштарын әйләндереп, юҡ бар һоауҙар, йәки, киреһенсә, һорауҙарына арҡыс-торҡос яуаптар биреп, яр буйында ҡором, балсыҡҡа буялып, ҡоттарын алып, ҡыҙыҡ табып, әҙ мәрәкәләмәнек. Бесәндә, тап ошо матур миҙгелдә тәбиғәт менән яҡыныраҡ булып,ололар тарафынан уның серҙәренә яҡыныраҡ төшөнөп, быларға ғына ҡәнәғәтләнмәй, төрлө китаптар, башҡа сығанаҡтарҙан да өйрәнеп үҫтем.Шулай итеп, бала саҡтан башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына һәм географияһына һөйөү уты ҡабынғандыр. Ошо һөйөү аша йылдар үткәс тә мин тыуған тел һәм әҙәбиәте белгесе булараҡ та белем алдым һәм ошо өлкәлә эшләнем.
Күп йылдар үтте, күп һыуҙар аҡты. Эш һәм ҡыҙыҡһыныуҙарым буйынса төрлө тарафтарҙа, төрлө милләт халҡы менән танышырға, аралашырға насип булды, хатта йәшәү, эш урыны тәҡдим итеүселәр ҙә булманы түгел.Тик Башҡортостанымдан ситкә китә алманым, Өфөлә төпләнеп, шунда ғаилә ҡорҙом. Бәләкәй генә ҡошсоғобоҙҙоң да ошо ерҙә тәпәй баҫып, ата - әсәһе телендә теле асылыуын күреү, күп милләтле һәм урыҫ телле баш ҡалала башҡортса тытылдауын ишетеүенән дә ҙур бәхет юҡтыр донъяла!
Тәүлектең бөтә сәғәттәрендә һәм йылдың бөтә миҙгелдәрендә лә тәбиғәт ҡосағында ваҡыт үткәреү, ял итеү бәхете күп тейҙе миңә. Ҡаялы-таулы урмандарҙа, ҡамғаҡлы далаларҙа , сәскәле - еләкле туғай - яландарҙа, өҫкә ауып килгән ҡарағайлы ҡарурмандарҙа ла күп, бик күп тапҡырҙар булырға килде. Тап ошо, Башҡортостан тәбиғәтендә булыу мине кеше, шәхес булараҡ асты, күңелем һандығын байытты, ижадҡа юл асты һәм...үҙенә яҡынайтты. Үрҙә һанап үтеүемсә күп донъяуи ҡиммәттәрҙе лә бары тәбиғәт аша үҙемә аса алдым...
Ялан-ҡырҙарҙа йүгерә-уйнай үҫкән шаталаҡ ҡыҙ өс тиҫтә йыл дан шул мәлендәге ҡорлайҙай бала етәкләп, уңайы сыҡҡан һайын тәбиғәткә һыйынып, унан йәшәү көсө, илһам, дәрт алып йәшәй.

Эйе, бер ниндәй ҙә диңгеҙ-океандар ҙа, алмаштыра алмай үҙебеҙҙең йылға-күлдәребеҙҙе, бер ниндәй экзотик емештәр һәм шифалы башҡа үҫемлектәр үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙағы үҫемлек һәм емеш-еләктәрҙән башҡа дауа була алмай ҙа бер ниндәй аҫыл тауис һәм тутыйғоштарҙы үҙебеҙҙең урман һандуғастары, ял ҡарлуғастары һәм башҡа ҡошсоҡтар урынына ҡала алмайҙар. Тарих та, әҙәбиәт тә, мәҙәниәт тә, биология, география, физика кеүек башҡа бик күп төрлө фәндәр һаҡлана бит ошо яралған тупрағыбыҙҙа. Үкенескә күрә, аңлап һәм һаҡлап етмәйбеҙ.Бәлки шуғалыр ҙа, эскелек, эшһеҙлек, суицид кеүек бик күп социаль проблемалар тормошобоҙҙо күпләп ялмап алғандыр ҙа, тәүбәгә саҡыралыр... йәл, бик йәл...
Ошоларҙың барыһынан сығып , шуны әйтәһем килә, заманалар үҙгәрә, тип, үҙ телебеҙҙе, илебеҙҙе, йәғни беҙҙе бар иткән тыуған тәбиғәтебеҙҙе хәлебеҙҙән килгәнсе һаҡлай, яҡлай алырлыҡ кәрәкле шәхестәр үҫтерә алһаҡ, Үҙ еребеҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ аша илһөйәр ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерһәк, башҡорт теленә, республикабыҙға ҡурҡыныс янамаҫ тел бөтә, тип ҡурҡмаҫ инек бәлки.Тәбиғәтебеҙ көсө һәм шифаһы шундай шәп, ошо тәбиғәт аша илебеҙгә һау шәхестәр тәрбиәләп үҫтерәйек.

Гүзәл Ишназарова.

Читайте нас: