Башҡортостан - ожмах иле, минең тыуған илем. Үҙенең ҡосағына ниндәй генә милләтте һыйҙырмаған. Уларҙың һаны хатта, йөҙҙән ашып китә. Туған халҡым үҙенең йолаларын,ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай.Быуын-быуынға тапшыра килә. Яңыраҡ ҡына ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре менән “Ҡар һыуына барыу” йолаһын сәхнәләштереүҙә ҡатнашып, уның үҙенсәлекле йола булыуын белдем. Илебеҙҙән ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә тиклем, яҙын Һабантуй байрамдары үткәрәләр. Ул халҡыбыҙҙы берләштереп кенә ҡалмай, ә дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен нығыта, рухи байлығыбыҙҙы арттыра.
Республикабыҙҙа йылҡысылыҡ, игенселек, урмансылыҡ, умартасылыҡ алға киткән. Тыуған яғымдың тәбиғәте һәр кемде үҙенә йәлеп итә. Туризмды үҫтереү өсөн бөтәһе лә эшләнелә.
Тыуған илем үҙенең ғорур тауҙары, тәрән йылғалары, таҙа күлдәре менән билдәле. Ҡурай моңо, хуш еҫле балы, шифалы ҡымыҙы тик минең тыуған яҡта ғына бар. Республикамда эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Киләсәгемде Башҡортостандан ситтә күрә алмайым. Тыуған ерем- ғәзиз еремдән башҡа яҡын ер юҡ минең өсөн. Берәй ҡайҙа ҡунаҡҡа барғансы, тыуған ауылымды һағынып ҡайтам.Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөмдө яҡшы уҡыуым менән индерәйем. Сөнки республикамдың киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа.