Бөтә яңылыҡтар

Юлдаш Ҡарамурзин.

Ҡарамурзин Юлдаш Хәмит улы Баймаҡ районының Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбенең VI класс уҡыусыһы. Конкурсҡа уның иншаһын уҡытыусыһы Миңзәлә Хәмитова ебәргән.

Тыуған илем – Башҡортостан


Тыуған ил - ул минең, һинең һәм башҡаларҙың тыуған ере. Донъяла атай, әсәй берәү булған кеүек, тыуған ил дә һәр кемдең берәү генә. Минең тыуған төйәгем – Сыңғыҙ. Ул иҫ киткес ғәжәп матур ерҙә, Күсәбә менән Ярмайылға ҡушылған , йырҙарҙа йырланған Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.

Илебеҙҙе бөтә донъяға билдәле иткән Шүлгән мәмерйәһе, әллә ҡайҙарға һуҙылған Урал, Ирәндек, Ирәмәл, Һәрешҡүжә һәм башҡа тауҙары, үҙенең таҙа һыуы менән дан алған Талҡаҫ күле, йылғалары үҙҙәре генә ни тора!


Тәүтормош тарихын сағылдырыусы “Урал батыр” һәм башҡа әкиәттәр аша халҡыбыҙҙың батыр улдары, һылыу ҡыҙҙары тураһында беләбеҙ. Сәсән телле яугир батырҙарыбыҙ халҡыбыҙ азатлығы өсөн яуға күтәрелгән. Данлы көрәш юлы аша ирек яулауҙары тураһында моңло ҡарай моңдары еткерә.


Хозур урмандарында ниндәй генә төр ағастар үҫмәй. Унда төрлө шифалы дарыу үләндәре, сәйҙе алмаштырырлыҡ мәтрүшкәләре, хуш еҫле сәскәләре, телеңде йоторлоҡ ҡыҙарып бешкән еләктәре, йүкә балы һәм башҡа байлыҡтары менән минең илем дан тота.


Башҡортостанымда төрлө милләт вәкилдәре дуҫ йәшәй. Мин үҙ илемде, телемде ихтирам итәм. Ошондай илем булыуы менән бәхетлемен. Тыуған илем – Башҡортостанымдың, бер ваҡытта ла тамырҙары ҡоромаһын. Сәскә ат һин, Башҡортостаным!

Ил йәшәр,тел йәшәр,дан йәшәр,

Халҡым һис һыр бирмәҫ яттарға.

Алдарҙар,Салауат,Ҡаһымдар

Тоҡомо елгәндә аттарҙа!



Юлдаш Ҡарамурзин.


Читайте нас: