Тыуған ерем - алтын бишек
Тыуған ил, тыуған ер, тыуған ҡала, тыуған йорт... Ошо һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү менән күңел ҡылдары һаҡ ҡына сиртеп ҡуя.
Һәр кешенең үҙ Тыуған иле бар һәм һәр кеше үҙ илен яратырға, һаҡларға тейеш. Тыуған илгә һөйөү тойғоһо, иң беренсе ата-әсәңде, тыуған ҡаланды, үҙ йортондо яратыуҙан башланалыр... Уның үткәнен һәм тарихын белеү мөһим. Тыуған ил-ул беҙ тыуған , тәпәй баҫҡан, йәшәгән ер, саф һауа, хозур тәбиғәт,иркен далалар,мөһабәт тауҙар, леп-леп осҡан күбәләктәр...
Минең тыуған илем - гүзәл Башҡортостан! Элек беҙҙең республика Башҡорт АССР-ы тип аталған. 1990 йылдың 11 октябрендә Республикабыҙ үҙ аллы тип иғлан ителгән. Хәҙер ул Башҡортостан республикаһы тип атала. Республикабыҙ яңы Конституция ҡабул иткән. Уның гербы, гимны, флагы бар.
Башҡортостан - Рәсәй территорияһындағы иң матур, иң бай республикаларҙың береһе. Республикабыҙ киң ҡырҙары, ҡалын урмандары, йылға-күлдәре менән дан тота. Йәмле Ағиҙел йылғаһы, Ҡариҙеле, йырлы-моңло Ашҡаҙары, тымыҡ Диме... Бөрйән яҡтарындағы Шүлгән мәмерйәһе – үҙе бер мөғжизә!
Бөрйән - мәғрүр тауҙар, ғорур ҡаялар ҡосағында, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Бөрйәндең төп байлығы - урман. Урманында алпан-толпан айыуҙары, йүгерек ҡуяндары, боландары күп. Шүлгән мәмерйәһе бөтә илгә билдәле.Башҡортостандың ҡайһы төбәгенә генә ҡарама, нимә менән булһа ла хайран итер, ғорурланыр әллә күпме байлыҡ, сағыу биҙәктәр бик күп тыуған Республикамдың. Башҡорт балы,башҡорт ҡымыҙы, башҡорт аты-беҙҙең даныбыҙ һәм хазинабыҙ.Эйе,Башҡортостаныбыҙҙа ғорурларнырлыҡ тәбиғәт ҡомартҡылары бик күп: Башҡорт балы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Салауат Юлаев һәйкәле, Ҡурай, ”Урал батыр” эпосы һәм Янғантауҙың шифалы быуы.
Башҡортостан флагында һәм гербында урын алған башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай үҙен ижад иткән халҡының быуаттарға олғашҡан тарихының бер шаһиты.
Башҡорт балы үҙенең химик һәм физик сифаты яғынан бөтә донъяла юғары баһалана.
Башҡорт бал ҡортоноң да ҡиммәте ҙур, сөнки Рәсәйҙә башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының ғына үҙ ҡорто бар.
Бик һирәк халыҡтарҙың ғына үҙ аты бар. Башҡорт аты ла – халҡыбыҙҙың бик боронғолоғоноң символы.
Салауат Юлаев етәкләгән азатлыҡ көрәше - башҡорт халҡының тарихында иң сағыу ваҡиға ул. Өфөлә Европалағы иң ҙур һыбайлы монументта Салауат батыр һынландырылған.
“Урал батыр “ эпосы-башҡорт ауыҙ-тел ижадының иң боронғо ҡомартҡыһы. Мәңгелек хаҡындағы хыял, батырҙарҙың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше, яңырып торған тормоштоң үлемһеҙлеге-эпостың ҡыҫҡаса мәғәнәһе шуларҙан ғибәрәт.
Шүлгән мәмерйәһе - Европалағы бик борон кешеләр төйәк иткән мәшһүр мәмерйәләрҙең береһе.
Шифалы быулы Янғантауҙың даны ла бөтә доңьяға таралған.Юҡҡа ғына беҙҙең республикабыҙҙы икенсе Швейцария тип атамайҙар.
Башҡортостан, тыуған ер тураһында һүҙ алып барғанда, мин үҙ тыуған төйәгемде яҙмай ҡалдыра алмайым. Мин бик матур, гүзәл һәм бай төйәктә тыуғанмын. Ул ғәзиз ер - йәмле Ирәндек итәгендә урынлашҡан Баймаҡ ҡалаһы. Мин был донъяға тыуғандан алып ғәзиз кешеләрем эргәлә, хозур тәбиғәтле ерем, дуҫтарым. Улар миңә үҙ илемде яратырға, көс-дәрт өҫтәп торалар. Йырҙарҙа йырланған ғорур Ирәндек тауы, Ирәндектең, Баймағымдың йөҙөк ҡашы булған -Талҡаҫ күлен оноторлоҡмы ни?! Ана шундай хозурлыҡта тыуғанға, йәшәгәнгә лә башҡорт халҡы йырлы, моңло, ижади ҡомарлы, саф күңелле.
Яҙғы боҙло ерҙе тишеп сыҡҡан нескә умырзая сәскәһеме, бәпкә кеүек һап-һары йомшаҡ тал бөрөһө булһынмы, әллә йәшел бәрхәттәй тауҙарымы, һулап туймаҫ сәскәле болондарымы, алтындай һары көҙөмө, ҡарлы-буранлы ҡыштарҙың ынйы төҫөндәй паклығымы-былар бөтәһе лә минең тыуған еремдә!
Онотмайыҡ ябай хәҡиҡәтте:
Башҡортостан беҙҙән башлана!
О,мөғжизә! Әйткән һүҙҙәремә
Барлыҡ ғаләм, йыһан шатлана!