Бөтә яңылыҡтар

Райхана Булатова

Билал ауылы китапханасыһы, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатованың иншаһы ла юғары кимәлдә яҙылған.


Быйыл илебеҙ Башҡортостандың 100 йыллығы менән бер рәттән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә оло юблейын билдәләй. Ошо уңайҙан төрлө саралар үтә. Мин дә сираттағы сараға әҙерләнәм. Ҡулымда Мостай Кәримдең шиғырҙар йыйынтығы.

Утлы ҡалҡан булып ҡояш сыға,

Сағылып – сағылып уйнай ынйы ҡар.

Ҡояш сыҡҡан яҡта, бик йыраҡта,

Башҡортостан тигән ерем бар.

Ошо ерҙең аяҙ күге аҫтында

Ел тирбәткән минең бишекте,

Ошо ерҙә көн яҡтыһын күрҙем

Һәм әсәмдең өнөн ишеттем.


Шиғырҙарын ҡабат-ҡабат ҡулыма алып уҡыйым. Уйҙарым алыҫ үткәндәргә алып китә. Бәләкәс кенә ҡыҙ баламын. Ата-әсәйле, өләсәйле, ағай-апайлы, ҡусты-һеңлеле, бәхетле сабый саҡ. Урман-ҡырҙар буйлап сабып уйнаған ҡолонсаҡтай хис итәм үҙемде. Ата-әсәйем менән бер арба булып тейәлешеп бесәнгә барыуҙар ғына ни тора! Атай арбала иң алда ултыра, янында уға арҡа терәп әсәй урын алған, янында бәләкәс ҡыҙсыҡ. Ҡап уртала, дилбәгә тотоп бәләкәс ҡустым. Иң артта аяҡтарҙы болғай-болғай беҙ өсәү: ағай, апай, мин. Беҙҙең яратҡан урын был. Ошо урында күпме сер бүлешәбеҙ, ҡыҙыҡтарҙы һөйләшеп көлөшөп тә алабыҙ. Күңелле! Ат әҙ генә яйлаһа төшөп йүгерешеп тә алабыҙ. Йә булмаһа ҡып-ҡыҙыл булып бешеп ултырған еләк ашап өлгөрәбеҙ. Ат бер туҡтамай алға бара. Атай һәр ағас, һәр тау-таштың, йылғаның тарихын һөйләй, ҡысҡырып йырлап та ебәрә. Бесәнгә барып еткәнсе күпме яңылыҡ беләбеҙ. Беҙ йәшәгән ауыл, беҙҙең бесәнлек, еләклек, көндәр буйы ҡайтмай һыу төшкән йылға менән генә бөтмәй икән дә беҙҙең ил! Атайҙың һөйләүенән шуны аңлайбыҙ. Бәләкәй ауылдан да сыҡмаған балаларға алыҫтағы тауҙар артында әллә күпме ауыл, ҡалалар, илдәр булыуын ишетеү ҡыҙыҡ. Хыялланабыҙ. “Их, ҡасан ғына ҙур үҫәбеҙ ҙә, атай кеүек күп ерҙәрҙе күрәбеҙ”. Ә әлегә бар белгәнебеҙ эргә-тирәләге тауҙа йәйен еләк йыйыу, ҡыш сана, саңғыла шыуыу. Үҫә төшкәс инде ошо тау итәгендә дуҫтар менән усаҡ яғыу, ҡояш сыҡҡанын ҡаршылау. Ул ваҡытта ла әле ҡояш сыҡҡан яҡта, бик йыраҡта Башҡортостан тигән ер бар икәнен белмәйем әле.

Яҙҙар һайын урмандарҙа йөрөнөм,

Ап – аҡ сәскә һырығас муйылды,

Һәм ғүмерем дә япраҡ шауы аҫтында

Шулай үтер кеүек тойолдо.


Их, һин теләгәнсә генә булмай икән шул! Уны мин атай-әсәйемдең беҙҙең аранан бик иртә китәкәндән һуң аңланым. Мин дә ғүмер буйы әлегеләй бер арба булып тейәлешеп урман шауын, уға ҡушылып йырлаған атайымдың йырын, әсәйемдең сыңғырлатып көлөүе аҫтында үтер кеүек тойолдо. Тыуған ауыл тиһәм, күҙ алдыма һәр үлән, һәр ағас, тау, йылғаны танып белергә өйрәткән атайым, туған ҡәҙерләргә өндәгән әсәйем, һәр ваҡыт минең янда булған туғандарым, әллә күпме сер бүлешкән класташтарым, Тыуған илдең, ерҙең, телдең ҡәҙерен белергә өйрәткән уҡытыусыларым, тәүге хеҙмәт юлын башлағанда һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарым килеп баҫа.

Ауылымдың туғайҙары аша

Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,

Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм

Һәм эйелеп өҙәм еләген.

Тыуған ерҙән, торған ер яҡшы, ти халыҡ мәҡәле. Килешәм. Хәҙер инде, өс тиҫтәгә яҡын йәшәгән ауылым, ауылымдың уңған кешеләре күңелемә яҡын. Ошо ауылда тормош иптәшем менән өс балаға ғүмер бирҙек, ошо ауылда башҡаларҙан кәм булмай донъя көттөк. Эшем буйынса илем, ерем, тыуған илем, Башҡортостаным тип күпме саралар үткәрҙем. Шуларҙың иң иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, Башҡортостан өсөн йән аямай алышҡан ветерандар менән осрашыу, аралашыу булғандыр. Ауылымда кемдәр генә йәшәмәй. Бар ғүмерҙәрен совхоз эшенә арнаған малсылар, һауынсылар, Башҡортосан икмәген үҫтереүсе игенселәр, балалар күңелендә илгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар, һаулыҡ һағында тороусы табиптар, илебеҙ киләсәге йәштәр, студенттар, Башҡортостаныбыҙға дан йырлаған яҙыусылар, шағирҙар, һәм башҡалар, барыһы ла бар. Уларҙың һәр береһе Тыуған илебеҙгә һәр яҡлап үҙ өлөшөн индергән.

Һағынып ҡайтҡан һайын, урап сығам

Ауылымдың алты урамын,

Өйҙәренән шатлыҡ эркелгәнен

Йәнем-тәнем менән тоямын.

Тыуған ауылыма һөйөү, Тыуған илемә, Башҡортостанға һөйөү ул. Сөнки ауылымды ташлап бер ергә лә китмәнем. Ошо ерҙә тыуҙым, ошо ерҙә халҡым, ауылдаштарым өсөн күп яҡшылыҡтар эшләргә тырышып эшләп йөрөйөм. Үҙебеҙҙең ауылдан, Башҡортостандан да артығыраҡ ер юҡ тип күңелемә һеңдергәнмен.

Райхана Булатова.



Читайте нас: