Тыуған илем- Башҡортостан
Һәр кемгә үҙенең Тыуған иле, тыуған ере, туған теле - доньялағы иң ҡәҙерлеһелер ул. Минең өсөн дә иң ҡәҙерлеһе - ул Башҡортостаным. Ошо һүҙҙе ишетеү менән йөрәгем йылынып, ғорурланып, ләззәтләнеп, иркәләнеп китә, әллә ниндәй илаһи көс биләп ала.
Башҡортостан - башҡорт иле,
Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙ ҙа.
Ҡайҙа ғына барһам да үҙемдең тыуған илем Башҡортостанымды һағынып, һыуһап сарсағандай ҡайтып инәм. Башҡа яҡтарға барырға ла тырышмайым. Үҙемдең тик Тыуған илем дә генә йәнемә йәм табам,
тик минең Тыуған илем генә миңә кәрәк, тик ул ғына миңә яҡын һәм ҡәҙерле. Әллә ҡайҙа алтын-көмөштән торған ил булһа ла миңә улар ят һәм сит булып тойоласаҡ. Кәрәкмәй миңә башҡа ил, ер, тел. Минең үҙемдең илем, ерем һәм яратҡан башҡорт телем - әсә телем бар. Бер ниндәй алтын-көмөшкә лә алыштырасағым юҡ. Һәр бер йөрәк тибешем Башҡортостаным, тип тибә, һәр бер һулышым. Бер ниндәй байлыҡ та ҡыҙыҡтырмай мине, үҙ илем дә бөтәһе лә бар. Минең илем бөтә яҡтан да бай.
Баш осомда ҡояшым сәләмләй, ул миңә яҡтылыҡ бирә, йылылыҡ бирә. Мин уның яҡтылығын да, йылылығын да ҡыҙынып рәхәтләнәм. Күкрәгемде тултырғансы саф һауа һулайым, матурлығын күрәм, күҙҙәрем ҡыуана матурлыҡҡа, тәбиғәтенә хайран ҡалам. Алайыҡ, Ғәҙелшә шарлауығын, Шүлгән таш, Мораҙым мәмерйәләрен, ҡайһы ғына урынын алһаң да, үҙе бит мөғжизә!
Урмандары, яландары иҫ киткес сихри гүзәлеккә бай. Хатта кеше аяғы баҫмаған ерҙәре лә бар. Урмандарында ниндәй генә ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, шифалы үләндәр, күҙҙең яуын алырҙай мең төрлө сәскәләр үҫә. Урман-тауҙарында хисапһыҙ төрлө йәнлектәре тереклек итә. Ә ҡоштары, һуң ҡоштары мең төрлө тауышта һайрап күңел ҡылдарыңды зыңғылдата. Һыуҙары һуң, һыуҙары! Сылтырап-сылтырап ағып ята. Шарлауыҡтары шабырлап ағып тора. Һыуҙарында һанһыҙ балыҡтары йөҙә. Урмандарында, үләндәрендә мең төрлө бөжәктәр тереклек итә. Борон башҡорт халҡым йәйләүгә сығып тирмә ҡороп, шунда көн иткән, буш ваҡыттарында ҡурай, ҡумыҙ уйнаған. Бөтә нәмәне төптән уйлап, дөрөҫ файҙаланып йәшәгән халҡым борон-борондан. Ошо бай тәбиғәтле тыуған еремә ярашлы минең башҡорт халҡым. Башҡортостанымдың кешеләре лә куңелдәре бай, дәртле, ҡунаҡсыл.
Яратмаҫлыҡ түгел минең илем!
Ысын башҡорт булһаң ғына.
Сылтыр-сылтыр шишмәләрен,
Ошо бай тәбиғәтен һаҡларлыҡ.
Үҫһә ине ғорур батырҙарың.
Телем,илем,халҡым,ерем,-тиеп.
Башҡортостан,бирешмә һин!
Ысын башҡорттарың бар әле.
Гүзәллектә мәңге сәскә атып.
Гүзәл Башҡортостаныма быйыл 100 йыл. Беҙҙең өсөн бик ҙур байрам. Был байрамға ҡарата тыуған илемдә ниҙәр генә эшләмәйҙәр, төрлө саралар, кисәләр, ярыштар, тапшырыуҙар, кинолар сығарыла, шиғыр-йыр бәйгеләре ойошторола, ауыл-ҡалаларҙа юбилейға арнап 100 яңы төҙөлөш эштәре алып барыла, күпме яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, тағы ла беҙҙең иң күренекле яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллығын билдәләйбеҙ. Минең илем уҫә, көндән-көн алға бара, тик уның тырышҡанлығын күрергә һәм ситтән ҡул ҡаушырып ҡарап ултырырға түгел, ә уның менән бергә ҡаҙандың уртаһында ҡайнарға кәрәк, тимәк, үҙеңдең өлөшөңдө лә индерергә кәрәк. "Театр йылы" айҡанлы ла бик күп саралар үткәрелә, үҙ эшмәкәр сығыштары ярыша.
Башҡортостаныма, башҡорт халҡыма минең ниндәй теләктәрем бар. Минең илемдә бөтәһе лә бар. Иҫ киткес һәләтле яҙыусылары ла бик күп, уларҙы үҙҙәре тере саҡта күреп кутәреп, дәртләндереп барһындар ине. Башҡорт халҡым юғалмаһын, бер-береһен күрһен, ярҙам итһен, яҡын күрһен, үҙ итһен, ситләшмәһен ине. Халҡымдың күңел байлығы артһын ине. Беҙҙең балаларыбыҙ Тыуған илебеҙҙең ысын патриоты булып үҫеүен, үҙ телендә рәхәтләнеп иркен һауа алып саф башҡортса һөйләшһендәр ине, тип теләйем. Башҡорт халҡымда башҡа халыҡтар кеүек, үҙ аяғында ныҡ баҫып тороуын, теләһә ниндәй ҡотҡоға бирелеп үҙенең абруйын төшөрмәһендәр ине һәм "үҙен яратҡанды, үҙен хөрмәт иткәнде берәү ҙә бығаса кәмһетмәгән" тигән фекер ҙә ҡалам. Тимәк, үҙебеҙҙе яратайыҡ, күтәрәйек, дәртләндерәйек, маҡтайыҡ, баһабыҙҙы беләйек, беҙҙең башҡорт халҡы бер халыҡтанда кәм түгел, тик үҙебеҙҙе күрә беләйек һәм башҡа милләт халҡын да ихтирам итәйек, дуҫ йәшәйек.
Башҡортостанымдың 100 йыллығына тәбрикләп иң матур 100 һүҙ әйтәйек һәм күкрәк киреп "беҙ үҙебеҙ
башҡорттар", тип маҡтап алайыҡ. Һығылмалыраҡ йәшәйек. Башҡалар кеүек маҡтайыҡ, ҡаты ҡағылмайыҡ, үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан иркен тотайыҡ. Башҡортостаным, күркәм юбилейың менән ҡотлайым. Мәңге йәшә, мәңге йәш бул!
Байлыҡта, дуҫлыҡта ғүмер ит!