Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Нәзифә Әхмәтова.

Әхмәтова Нәзифә Фәнзил ҡыҙы Бөрйән районының Нәби ауылы һылыуы.

Башҡортостан - йөрәк ҡағышым



Башҡортостан- һин икмәкле тупраҡ

Йәшел урман, болан, тау, дала

Йәнһеҙгә- йәм, йәмһеҙгә- йән биргән

Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.

(Н.Нәжми).

"Башҡортостан картаһына ҡараһам яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына!"
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған еремде бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим ҡайын япрағына тиңләй. Ҡайын япрағындай ғына булһа ла, мин тыуған төйәгемде сәләмәт кешенең кескәй йөрәге, ер йөҙөндә һәр нәмәнең башланғысы итеп күрәм. Гүзәл республикам Азия һәм Европа сиктәрендә, мәғрүр, бай тәбиғәтле, күккә ашҡан Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан. Эйе, бөйөк яҙыусыбыҙ әйткәнсә, япраҡ саҡлы ғына булһа ла, минең республикам борон-борондан бай рухлы, ата- бабаларыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап килеүсе, сәсән телле, бай тарихлы һоҡланғыс төйәк.

Аллаға шөкөр, Аллаһы-тәғәлә, минең төйәк иткән еремә бер нәмәһен дә йәлләмәгән, ҙур ризалыҡ менән, ҡуш ҡуллап барыһын да бүләк иткән. Юҡҡа ғына Башҡортостанымды икенсе Швейцарияға тиңләмәйҙәрҙер. Тыуған ерем үҙенең ғорур күккә олғашҡан тауҙары, ҡуйы урмандары, мәшһүр ҡаялары, халыҡ медицинаһына тос өлөш индереүсе шифалы үләндәре, борма-борма ағып ятҡан тәрән йылғалары, таҙа һыулы күлдәре, бай тарихлы, үткән быуаттың йәшәйешен күҙ алдына сағылдырған бөтөн ер шарына билдәле мәмерйәләре, егәрле берҙәм халҡы менән данлы. Ябай бер ер үләненән һыҙылып сыҡҡан илаһи ҡурай моңона ҡушылып тыпырлатып һикереп төшөп бейергә, хуш еҫле шифалы йүкә балынан ауыҙ итергә, ҡая өҫтөндә үҫкән ғорур ҡарағайҙарҙы, көпә-көндөҙ ҙә урам уртаһында йөрөгән, урман хужаһы - айыуҙы ла тик минең Башҡортостанымда ғына күрергә мөмкин.

"Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың, Ары торһон йәннәт-ожмахтарың, Башҡортостан — тыуған төйәгем, Һиндә ятһын ятһа һөйәгем!.. " - ти халыҡ яҙыусыһы Рәми Ғәрипов. Эйе, бөйөк Республикамдың һәр ҡалаһы, һәр районы - үҙе бер ожмах! Әйтәйек, минең тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, мәшәҡәтһеҙ бәхетле бала сағым уҙған, үҙенең хозур тәбиғәте менән үҙ кешеһен генә түгел, сит ил кешеһен дә ылыҡтырып, ымһындырып торған Бөрйәнем үҙе ни тора! Туризм- Бөрйәнемдең киләсәге. Бөтөн илгә билдәле Шүлгән-таш мәмерйәһе, Инсебикә ҡаяһы, Башҡортостан даны булған Бөрйән балы...Әйткәндәй, тыуган илебеҙҙә өс заповедник бар, шуларҙыҡ икеһе лә: Башҡорт дәүләт тәбиғи заповеднигы һәм Шүлгән-таш заповеднигы беҙҙең районда урынлашҡан. Ошоларҙан сығып ҡына мин ғәзиз тыуған ерем менән ғорурланам, йәшәү йәме алам!

"Эшләгән — тапҡан, ауыҙына ҡапҡан. "Был халыҡ мәҡәлен мин республикамдың эшһөйәр халҡына арнар инем. Башҡортостанымда йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, урмансылыҡ, һунарсылыҡ киң үҫешкән. Әлбиттә быларҙың барыһы ла егәрле берҙәм башҡортомдоң иртәнән-кискә тиклем башҡарған эш һөҙөмтәһе. Борон-борондан башҡорт халҡы батырлығы, ҡыйыулығы, оло йөрәкле булыуы менән айырылып тора. Уның ошо сифаттарын дәлилләп торған шиғри юлдар ҙа бар:"Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!"

Тыуған ер төшөнсәһен туған телһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгелдер. Тормош елдәре беҙҙе ҡайҙа илтһә лә беҙ үҙ башҡорт телендә һөйләшергә хаҡлыбыҙ! Әсәм теле-йәшәү сығанағы. Үҙ туған телен онотҡан кеше үҙ тамырын да онота, "Милләт вәкиле" тигән ҙур исемлектән төшөп ҡала.

Тыуған Башҡортостанымда йәшәгәс, беҙ, беренсенән, башҡорт телендә аралашырға, ата-олатайҙарыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына таянып, уларҙан йәшәү көсө, илһам алып, ихтирам итеп йәшәргә тейешбеҙ. Уның үткәне , бөгөнгөһө, киләсәге менән ҡыҙыҡһынырға, донъяға матур ҡараш, айныҡ аҡыл менән ҡарарға, илем, телем өсөн янып йәшәргә кәрәк!

Нәзифә Әхмәтова.

Читайте нас: