Бөтә яңылыҡтар

Лилиана Хисматуллина.

Лилиана Хисмәтуллина Беренсе Эткол мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы. Бик ғорурланып яҙған иншаһын.


Тыуған илем-Башҡортостан.

Башҡортостан –ғәзиз ерем!

Башҡортостан-баш илем,

Йыһандағы бишегем.

Ҙур донъяға алып сығыр

Яҙмышымдың ишеге.
(Р.Ураҡсина)


Башҡортостан - минең тыуған илем, дуҫлыҡ иле. Тыуған республикамда башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, удмурттар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа бик күп төрлө милләттәр үҙ-ара татыу йәшәйҙәр. Беҙ үҙебеҙ башҡорттар бик ҡунаҡсыл, алсаҡ, ярҙамсыл, ихлас халыҡбыҙ.


Тыуған илем ҡуйы-ҡуйы урмандарға, күккә олғашҡан бейек тауҙарға, киң болондарға, таҙа һыулы шишмә-күлдәргә, тәрән йылғаларға бик бай. Сәскәгә күмелгән аҡландары емеш-еләккә, урмандары кейек-ҡошҡа, йылғалары балыҡҡа бай. Башҡортостанымдың һәр бер ере үҙенә күрә матур. Ғәзиз ерем нефткә, игенгә билдәле шәхестәргә, таланттарға ла бик бай. Билдәле урыҫ яҙыусыларының яҙмаларында ла бит бөйөк Башҡортостанымдың шифалы ҡымыҙы һәм татлы балы тураһында маҡтап яҙыла. Ниндәй генә ҡобайырҙа, йырҙарҙа маҡталмаған минең ғәзиз ерем. Тыуған илем сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бай тарихлы төйәк.


Башҡортостанымда йылда яңы мәктәптәр, балалар баҡсаһы үҙҙәренең ишектәрен аса, бейек-бейек йорттар һалына, юлдар төҙөкләндерелә.


Һәр кешегә үҙенең тыуған ере ғәзиз, яҡын. Мин дә ошо бөйөк Башҡортостан илендә тыуып, үҫеп һәм ғәзиз еремдә йәшәгәнемә ҡыуанам. Иншамды ҙур ғорурлыҡ тойғолары менән тамамлағым килә. Алла бойорһа киләсәктә илемдең лайыҡлы кешеһе булып үҫеп, ғәзиз Башҡортостаныма үҙ өлөшөмдө индерермен тип уйлайым.

Лилиана Хисматуллина.

Читайте нас: