Бөтә яңылыҡтар

Әлфинә Булатова.

Булатова Әлфинә Зәкир ҡыҙы Баймаҡ районының Әбделкәрим урта мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы.

Минең бәләкәй Ватаным


Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.


Шағир Башҡортостаныбыҙҙы япраҡҡа ғына тиңләһә лә, минең республикамдан да киңерәк, матурыраҡ, мөһабәтерәк ер юҡтыр ул. Башҡортостаныбыҙҙың күгәреп ятҡан тауҙары, сал ҡылғанлы далалары, мул һыулы йылға-күлдәре, төрлө йәнлектәргә бай урмандары менән данлыҡлы. Республикабыҙҙа бик күп милләттәр дуҫ, татыу йәшәйҙәр. Һәр милләт үҙенең ғөрөф-ғәҙәтен, телен онотмай һаҡлай. Ә беҙҙең төп телебеҙ - башҡорт теле. Беҙ рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә һөйләшеүебеҙ менән бәхетлебеҙ.
Быуаттан-быуатҡа телебеҙҙе бөтөрөргә, башҡорттарҙы теҙ сүктерергә күпме генә тырышһалар ҙа, халҡым һәр ваҡыт илен, телен һаҡлап ҡалған, уны һаҡларға беҙгә мираҫ-аманат итеп ҡалдырған. Беҙ был аманатты һаҡларға бурыслыбыҙ.

Һәр кешенең йөрәгенә яҡын, йәненә еңеллек бирә торған яратҡан урыны була. Минең өсөн - ул тыуған ауылым. Тыуған яғын, ауылын яратмаған кешеләрҙе мин күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Йәшлектәрендә ауылын ташлап, сит ерҙәргә киткән кешеләр ҙә тыуған ауылын һағынып, уның тәбиғәтенә һоҡланып, йырҙар, шиғырҙар ижад итә.

Минең бәләкәй генә ауылымдың исеме - Әбделкәрим. Ауылым эргәһенән шаулап-гөрләп Һаҡмар йылғаһы аға, урман-тауҙарында моңланып ҡоштар һайрай. Тыуған ауылым йылдан-йыл ҙурая бара, сөнки йәштәр ауылда төпләнергә тырыша. Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең ике ҡатлы матур мәктәбебеҙ менән ғорурлана алабыҙ, сөнки ул ауылдың бер йәме булып тора. Мәктәптә уҡыуы рәхәт, уҡытыусылар тырышып-тырышып беҙгә белем бирә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тыуған илебеҙ тураһында әңгәмәләр, төрлө проекттар ойошторабыҙ. Республикабыҙҙың төрлө проблемалары, шағирҙарыбыҙҙың уны һаҡлауға өндәүҙәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләшәбеҙ.

3 йыл элек ауылымда мәсет асылды. Инәй-олатайҙар, балалар ҙа намаҙ уҡырға йөрөйҙәр. Ауыл китапханаһында, мәктәптә, клубта төрлө ярыштар, конкурстар үткәрелә. Ауылдың һунмәй барыуы беҙҙе ҡыуандыра ғына. Әбделкәрим ауылында үҫкән шәхестәр бик күп. Йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, ҡурайсылар ҙа бар ауылымда. Беҙ уларҙы хәтерҙә тотабыҙ, улар менән хаҡлы ғорурланабыҙ.
Ә иң мөһиме, ҡәҙерлеһе - ауылымдың халҡы. Минең ауылымдың халҡы эшлекле. Өлкәне лә, бәләкәйе лә тырышып эшләй.Бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар.Ҡыйын саҡта ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашалар, шатлыҡлы саҡта, бер-береһе менән бүлешәләр. Ауылдаштарым үҙ кешеләрен ярата: ололарҙы хөрмәтләй, кеселәрҙе кеселәй.

Мин ауылымды бик ныҡ яратам. Күңелемде бөтмәҫ ғорурлыҡ биләй. Тыуған яҡ, тыуған ер, тыуған ауыл, тыуған республика... Минең тыуып үҫкән ауылым да Башҡортостан Республикаһының бәләкәй генә өлөшөнә инә. Ер йөҙөндә һәр кешегә иң ҡәҙерлеһе - тыуып үҫкән тупраҡ. Барыһы ла шунан башлана: һәр кем өсөн дә изге, ғәзиз, ҡәҙерле ул.

Әлфинә Булатова


Читайте нас: