Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
31 Март 2019, 22:39
Илһөйәр Сыңғыҙова.
Илһөйәр Сыңғыҙова Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы. Был иншаны ул Хисмәтуллина А.С. етәкселегендә яҙған.
Башҡортостан - алтын бишек
Башҡортостан - изге төйәк,
Йылғаң тәрән, тауың бейек.
Тәбиғәтең иҫ китмәле
Алһыу ҡояш буй етмәле.
Башҡортостаным минең! Мин бәхетле һиндә тыуғанға, мин бәхетле һинең һауанды һулап, үҙ еремдә ғорур торғанға! Тыуған илең - алтын бишек, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ул иң ҙур хазинаға бәрәбәр.
Тыуған илемдең тәбиғәте менән һоҡланмау мөмкин түгел: текә-текә болотҡа ҡәҙәр олғашҡан тауҙары, йырып үтеп инә алмаҫлыҡ ҡалын урмандары, һушты китерерлек ҡоштар тауышы, сылтырап аҡҡан саф һыуҙарҙы… тағы әллә күпме һанап бөтмәҫлек байлыҡтары.
Ә халҡы… Башҡортостан - дуҫлыҡ иле. Бында кемдәр генә килеп һыйынмаған. Башҡортостан уларҙы үҙ иткән, йылы ҡуйынына һыйындырған, ашар ризығы менән бүлешкән. Башҡорттар киң күңелле халыҡ, һәр бер милләт менән дуҫ йәшәй. Ул күпме батырҙар үҫтергән. Бөтә донъяға билдәле, исемдәрен мәңгелләштергән шәхестәребеҙҙе һанап бөткөһөҙ.
Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың ҡәҙерен беләйек! Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ! Үҙ-ара бер ғаиләләй татыу йәшәйек!
Сәскә ат һин, Башҡортостан!
Илһөйәр Сыңғыҙова.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи