Бөтә яңылыҡтар

Гөлгөнә Әлимғужина

Гөлгөнә Дамир ҡыҙы Әлимғужина Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан. 

Тыуған илем - Башҡортостан



Башҡортостан-минең тыуған ерем,

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.

Балҡып йәшә һин гел ҡояшым кеүек

Эй, ҡәҙерле тыуған ерем.



Мин ер шарындағы иң гүзәл ер – Башҡортостанда тыуыуыма бәхәтлемен. Тыуған төйәгебеҙҙең – тип алыштырғыһыҙ Башҡортостандың матурлығын һанап бөткөһөҙ. Йәм-йәшел урмандары, сал түбәле тауҙары, яландары, болондары - былар барыһы ла бер кешене лә вайымһыҙ ҡалдырмаҫ. Беҙҙең республикала төрлө милләт бер ғаилә булып йәшәй.
Мин Башҡортостандың бер матур Ишбулды ауылында донъяға килгәнмен. Минең тыуған ауылым гүзәл республикабыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан. Ауылыбыҙ үҙенең тәбиғәте, күңелдәргә рәхәт биргән саф һауаһы менән үҙенә тартып тора. Ауылыбыҙҙың кешеләре лә бик уңған, татыу, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар. Ауылыбыҙға терәлеп Ҡыҙыл йылғаһы аға. Йәй көнө йылға буйында бала-саға күп була. Әсәйҙәр, апайҙар кер йыуа, балалар һыу инә. Болондарҙан салғы тауыштары ишетелә. Мин тыуған яғым менән сикһеҙ ғорурланам. Уның үткәнен белергә, яҡты киләсәге тураһында уйланырға кәрәк. Ғәзиз тыуған ереңдә йәшәү үҙе бер бәхет бит ул.

Башҡортостан- алтын бишегебеҙ!

Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.

И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхеттең

Ҡәҙерен белеп кенә тотогоҙ!

Башҡортостан - изге Ватан,

Башҡортостан - яҡты Ватан.

Мостай Кәрим.





Читайте нас: