Сит яҡтарға килен булып төшкәс,
Туғандарым атай менән бергә
Мүк йыйырға йөрөй йыйынып.
Мүк йыйырға киттек бергәләшеп -
Әбеҡас тауын баҫҡан йәшел мүк
Тоҡтар тотоп киттек таралышып.
Ҡоштар һайрай, өҫтә зәңгәр күк.
Тау битендә бер ҡарағай ағас
Йығылған да серей башлаған.
Ҡарағайға сүгеп атай уйсан
Тыныс ҡына һүҙен башланы:
- Ошо ҡарағайҙың ҡайырына
Буранбай йыр яҙған сапҡылап,
Анау тауҙың морононда ғына
Тишек яһағандар ҡаҙғылап.
Эй, замана, элек Абдрахманға
Ҡараҡ тиеп мөһөр баҫҡандар.
Мотаһарҙар менән бергәләшеп
Ошо ерҙә төйәк тапҡандар.
Ҡартатайың ун йыл бикле булды -
Кеше ғүмерҙәре тишек бер тин
Ошаҡ менән кемдер еткергән.
Ғатау ҡарттың аталары менән
Әбеҡас ҡараҡ яҡын дуҫ булған
Был тирәлә һиллек булһын өсөн
Төрлө уйҙырмалар һөйләгән.
Апай, еҙнәй күмәк шаярыша,
Мин югерҙем күреп ҡыҙығын
Берәй ваҡыт һөйләр аҙағын
Атай-әсәй тере саҡтарында
Ваҡыт етмәй, баҫа өй эше -
Хәҙер килеп бына иҫкә төшә
Сикәләрҙән аға күҙ йәше...
Ғүмер үтте атай үлеп китте
Абдрахмандың батыр булғанын...
Эҙ яҙҙырып, ҡыуған отрядтан.
Кеше үлтермәгән, урламаған -
Улар бары илен яратҡан...
Заманалар, эй, әйләнеп килә
Донъя икән үҙе бер ҡуласа.
Ил һөйгәндең һүҙе ишетелмәй.
Көнөн күргән бик тиҙ яраҡлаша.
Мәктәптәрҙә беҙгә уҡытыусы
"Әйтсе бурыл, беҙгә йәшәр өсөн
Ҡайһы һуҡмаҡ менән барырға?
Төрлө яҡтан тыя етәкселәр -
Улар өсөн һәйбәт кешеләрҙең
Бер һыҙыҡтан ғына баҫыуы...
Етәксенең һүҙен ҡеүәтләйҙәр,
Телең сыҡһа, ана, юлың асыҡ.
Йәһәт кенә эшең асып булмай,
Эшләр кәрәк тағы баш баҫып.
Башҡортостан, батыр улдарыңды
Башым етмәй нисҽк һаҡларға
Теле сыҡһа, төпкөл урмандарға,
Яҙмаҫ микән тағы ҡасырға?!
Булмаҫ тимә, тотош илебеҙҙә
Ҡалды өс-дүрт саф башҡорт районы...
Ҡалған иллеһе, тимәк, ҡатнаш халыҡ
Ҡайҙа башҡорт? Башватҡыс быныһы.
Беҙ үҙебеҙ русса белмәй үҫтек -
Ҡара башҡорт, тиеп көлдөләр.
Ейән-ейәнсәрҙәр русса һөйләй,
Тағы башҡорт тиеп көләләр...
Ойошҡанлыҡ етмәй үҙебеҙгә,
Битарафлыҡ баҫҡан күңелде.
Күпме ҡырғын үтте ил өҫтөнән,
Ғәйепләрлек түгел халыҡты,
Һаҡлай алмай илем кешеһен,
"Йөҙ йәш" - илем өсөн күп түгел,
Уға тиклем башҡорт йәшәгән.
Ҡышлау ерҙәрендә малын көткән,
Йәйләүендә иркен йәйләгән.
Йөҙ йылдан һуң башҡорт нисек йәшәр?
Яҙғы һауын һыйыр шикелле?!