Тыуған ерем –Башҡортостаным ошо һүҙҙе ишетеү менән күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр , дәрт уйнай . Ниндәй ҡәҙерле һәм изге ул Тыуған ер.
Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Башҡортостанда бик күп милләтәр дуҫлыҡ һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерәләр . Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә, күңел барыбер үҙ тыуған яғыңа тарта сак , сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа ла таҙараҡ . Башҡортостадың ,күкһел бейек тауҙарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, йылғаларын, күп төрлө ағастарын күреп хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғымдың хуш еҫле сәскәләре, моңло һайрай ҡоштары – сикһеҙ хазина.
Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул
Башҡортостан сиген үтеү менән
Тыуып – үҫкән ергә етеү менән,
Нур тулғандай була күңелгә,
Йыр тыуғандай була күңел.
Башҡортостанда тыуғаныма мин бик бәхетлемен, сөнки ошо матур тәбиғәт ҡосағында йәшәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, үҙ илем менән ғорурланам. Артабан да илем сәскә атһын өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Ата – бабаларыбыҙ беҙгә ошондай изге ерҙе аманат итеп ҡалдырған, беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ! Киләсәк быуынға ла ошо матурлыҡты ҡалдырырға бурыслыбыҙ! Шуға ла беҙҙә тәбиғәтте һаҡлау, үҙ илеңде ҡайғыртыу тойғоһо булырға тейеш!
Беҙҙең республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе, айырыуса, иғтибарға лайыҡ. Уның тарихы беҙҙең быуатҡа тиклем үк барып тоташа. Уға дәлил булып «Урал батыр» эпосы тора. Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың тәбиғәтен тылсымлы, шифалы, матур тейҙәр. Беҙ ҙә Башҡортостан тәбиғәтен, мөғжизәгә тиң урындарын һаҡларға бурыслы!
Ер йөҙөндә ике йыр ҡоралына һәйкәл ҡуйылған, береһе - Парижда, икенсе беҙҙең гүзәл Баймаҡ районында 1-се Төркмән ауылында урынлашҡан . Бөйөк Ғата Сөләймәнов та ошо ауылда тыуған .
беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен,үҙ туған телендә һөйләшһен өсөн , ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән.Әммә туған телен һаҡлапҡалған.
Был йәһәттән беҙҙең хөкүмәтебеҙтарафынан бик күп эштәр башҡарыла.Ун ете йыл инде республикабыҙ суверенитет шарттарында йәшәй, ”Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре тураһында” закон ҡабул ителде, балаларҙы әсә телендә уҡытыуға иғтибар артты, башҡорт теле дәүләт теле статусын алды.
Гел хәтер ҙә, гел генә:
Донъяла бит, әсә кеүек ,
Тыуған ер ҙә бер генә."
Тыуған илемдә ҡунаҡсыл, изге күңелле, шат, талантлы, "бал ҡорттарындай" уңған кешеләр йәшәй. Һәр илде тәбиғәте, байлығы ғына түгел, ә халҡы биҙәй. Беҙҙең республикала инде бик күп йылдар төрлө милләт халҡы бер ғаилә булып, иңде - иңгә терәп, татыу ғүмер итәләр. Ниндәй генә милләт халҡы йәшәмәй беҙҙә: башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, мордвалар, украиндар, удмурттар, белорустар, сыуаштар, ҡаҙаҡтар, хатта, немецтар ҙа беҙҙең республиканы төйәк иткән. Улар бер болонда үҫкән төрлө төҫтәге сәскәләр кеүек илебеҙҙе матурлап, дуҫлыҡта ғүмер итәләр...
Илебеҙгә ниндәй генә һынауҙар төшһә лә республикам халҡы ситтә ҡалмай. Беренсе Донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында туғандаш халыҡтар берҙәмлеге дошмандарҙы еңеп сығырғы ярҙам итә. Һуғыш мәлендә генә түгел, ә башҡа төрлө фажиғәләр, бәләләр килгәндә лә төрлө милләт кешеләре бергә күтәрелеп сыға. Юҡҡа ғына "Күмәкләгән яу ҡайтарған", "Берҙәмлектә көс"- тип әйтмәгәндәр.
Республикабыҙҙа халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу өсөн бик күп төрлө саралар үткәрелә. Башҡорт яҙыусылары менән бер рәттән рус, татар, мари яҙыусыларының ижады өйрәнелә, осрашыуҙар, кисәләр үткәрелә. Телевидениенан төрлө халыҡтарҙың милли байрамдары, кейемдәре тураһында тапшырыуҙар ҡарап торабыҙ
Башҡортостан! Мин ғорурланам ошо изге ерҙә тыуып, үҫкәнем өсөн. Сикһеҙ бәхетлемен ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран булырлыҡ!