Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Айсыуаҡ Ғафаров

"Тыуған илем - Башҡортостан" исемле иншалар конкурсында сираттағы ҡатнашыусы моғайын иң йәшелер. Ғафаров Айсыуаҡ Илгиз улына ни бары 5 кенә йәш. Ҡустыһының иншаһын апаһы Гөлдәр яҙып алған. Айсыуаҡ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан. Әлеге мәлдә Арҡайым ҡасабаһында урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөй.

Һәр кемгә тыуған яғы ҡәҙерле, унан да яҡыны юҡтыр. Минең тыуған ерем - Башҡортостан!


Кескәй генә булһам да, мин үҙ илем менән ғорурланам. Ошо ерҙә мин әсәйемдең бишек йырын ишетеп үҫкәнмен, "әсәй" тип беренсе тапҡыр үҙ телемдә әйткәнмен. Мин туған телемдә иркен аралашам, хатта Рәми Ғариповтың "Туған тел" тигән шиғырын ятлап ишеттерә алам.


Беҙҙең телебеҙ бик бай. Шуға ла һәр кем үҙ ерендә үҙ телендә аралашырға, уны онотмаҫҡа тейеш. Башҡортостанда матур урындар бик күп, һанап бөткөһөҙ. Тик мин әлегә Ғәҙелша шарлауығында ғына булдым, унда бигерәк хәтәр икән. Үҫкәс бөтөн донъяны урап сығырмын әле.


Мин үҙ илемде һәм телемде яратам!

Айсыуаҡ Ғафаров.