Минең тыуған яғым - Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы.
Башкортостанда уникаль тәбиғәт һәм мәҙәниәт байлыҡтары бик күп. Бында булған сәйәхәтселәрҙең күңелендә Башкортостанда күргән матурлыҡтар оҙаҡҡа һаҡлана һәм тағын да ошо тылсымлы ергә боролоп кайтаһы килеп торалыр.
Һәр кешегә үҙенең тыуған ере ғәзиз,яҡын.Мин дә ошо бөйөк Башҡортостан илендә тыуып,үҫеп һәм ғәзиз еремдә йәшәгәнемә ҡыуанам.Иншамды ҙур ғорурлыҡ тойғолары менән тамамлағым килә.Алла бойорһа киләсәктә илемдең лайыҡлы кешеһе булып үҫеп,ғәзиз Башҡортостаныма үҙ өлөшөмдө индерермен тип уйлайым.