Башҡортостан… Был һүҙҙе ишетеү менән күкһел бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, көмөш һыулы йылғалар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, зәңгәр күлдәр, хуш еҫле сәскәле аҡландар күҙ алдына баҫа. Тик мин йәшәгән ер улай түгел. Юҡ беҙҙә айыу,мышылы, емеш-еләкле урман, балыҡ тоторлоҡ, ҡолас ташлап йөҙөрлөк йылға, күл. Ауыл тирәләй ҙур булмаған ике-өс ағаслыҡ, бейек булмаған Юлый тауы һәм ауыл уртаһында Гөлсәй шишмәһе. Шулай ҙа үҙенә тартып торған бер урын бар ауылда. Ул – Ҡыңғырташ тауы. Унда менһәм, ниндәйҙер көс-дәрт алып төшәм.
Яҡты аяҙ көндә ауылыбыҙҙың иң бейек нөктәһе Кыңғырташҡа мен әле һин. Көнбайышта тулҡынланып зәңгәр Ирәндек һырты ята. Көньяҡ-көнсығышҡа иһә дала. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: сикһеҙ ҡылғанлы дала, ҡыңғырауҙарын сыңлатып ат өйөрө саба. Ниндәй киңлек,ниндәй көс,ғорурлыҡ! Аттар сапҡан ыңғайға тыуған еремдең үткәне сағылғандай.
Ана... Ҡыңғырташҡа һыйынып тигәндәй күптәргә билдәле Мөжәүир хәҙрәттең тыуған ауылы Манһыр ултыра. Арыраҡ данлыҡлы йырсы Рамаҙан Йәнбәковтың, яҙыусы Буранбай Исҡужиндың, Япония сәхнәләрендә ҡурай моңон яңғыратҡан Ташбулат ҡурайсының ауылы Байыш. Унан ары Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүҙең һәйкәлдәре булып Ғөбәй һәм Һәҙиә Дәүләтшиналар йәшәп –эшләп киткән данлыҡлы «Йылайыр» совхозы үҙәге Урғаҙа, Октябрь, Сосновка, Покровка ауылдары ята. Был яҡта Социалистик Хеҙмәт геройы Риза Яхиндың ауылы - Әбдрәхмән, 1974-1979 йылдарҙа Башҡорт АССР – ның аҙыҡ-түлек промышленносы министыры булған Ғөзәйер Йәнтилиндың, медицина фәндәре докторы, профессор, хирург Айытбай Ғүмәровтың, шағирә Тәнзилә Йәнтилинаның тыуған ауылы Кәрешкә, биология фәндәре докторы, профессор Искәндәр Йәнтуриндың ауылы Татлыбай, бай тарихлы Йәнйегет, «Ете ҡыҙ» бейеүенең тарихына бәйле Яугүл (Култабан) күренә. Ә иң йыраҡта Урал аръяғының йөрәге Сибай…
Бына ниндәй киңлек, ниндәй тарих күренә Ҡыңғырташтан! Ошоноң менән генә лә ҡәҙерле миңә тыуған ерем.