Һаумы ауылым... һиңә инде күптән ҡайтҡаным юҡ, бер генә ҡайтып киткәндә лә күңелем тынысланып ҡалыр ине исмаһама.. хәл генәң һинең нисек икән? Һағынам һине, тик нимәһе ҡыҙыҡ, һуңғы мәлдә ҡайтырға ашыҡмайым... Ниңә? Ниңә улай? Эйе, ҡайтып китһәм күңелем тулыланып ҡала, ата-әсәйемде, ҡустымды күреп киткәстер. Йондоҙло күккә ҡараһам, тыныс ҡына ағып ятҡан Һаҡмарыма, күңелем урынына ултырған кеүек, йәнем ниндәйҙер тыныслыҡ һәм гүйә үҙ урынын таба. Әммә шул уҡ ваҡытта күңелемде ниндәйҙер тәрән һағыш солғай... Ауылда шомло тынлыҡ... әйтерһең дә ауыл үҙе тәрән һағышҡа батҡан... Ауылҡайым, һин бит минең ғәзиз төйәгем, бәләкәй генә Башҡортостаным, һин бит беҙҙең бөйөк, матур, ғорур Башҡортостаныбыҙҙыңбер айрылмаҫ киҫәге, өлөшө! Әйтәсе әле ниңә һин бойоҡ, ни борсой һине, ниңә һиндә күңелде ҡырырлыҡ шомло тынлыҡ?!...
Шундай ҡырҡма-ҡырҡ һорау уяна башымда. Ауылым һиңә әҡайтһам...Мин һине йәлләйем, бер нисек тә ярҙам итә алмағанлыҡтан йөрәгем әрней..Бына һин минең өсөн Бәләкә Башҡортостаным, ә беләһеңме, быйыл бит Башҡортостан йөҙ йыллығын билдәләй! Был барыбыҙ өсөн дә ниндәй ғәйәт ҙур сара, ваҡиға! Ниндәй ҡыуаныс! Минеңсә кешеме, тыуған илебеҙме тыуған көнөн ҡаршылай икән, ул үткән йылдарын, эшләгән эштәрен, ғөмүмән әйткәндә, ошо көнгәсә нисек йәшәгәненә ҡарап-һығымта яһарға тейеш.
Элек мәктәптә, бала саҡта Башҡортостаныбыҙға ҡағылған берәй иншамы, хикәйәме, яҙма яҙырға ҡушһалар, беҙ һис шикһеҙ йә Салауат Юлаев, йә Мостай Кәрим тураһында яҙырға керешәбеҙ. Н ни булһа ла беҙҙең ғорурланырлыҡ, лайыҡлы шәхестәребеҙҙе, геройҙарыбыҙҙы данлап, маҡтап, улар булғанға ҡыуана-ҡыуана яҙабыҙ. Ә бит шул бала саҡта бер ҙә башыма шундай һорау килмәгән исмаһам! Беҙ маҡтай-ҡыуана, иҫкә ала-ала яҙған Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Мостай Кәрим кеүек шәхестәребеҙҙең юлын дауам итеүселәр булырмы икән?! Минең өсөн ул саҡта бына Салауат батыр бар, булған һәм шуны менән бөттө, кәрәкмәй ҙә һымаҡ ине, бына ул беҙҙең бер-бөртөк батырыбыҙ. Йәнен биргән кеше! Нимә өсөн, кем өсөн? Йөҙ йылдан һуң мәктәптәрҙә башҡорт телен тик ғариза яҙып ҡына уҡый алыр өсөнмө? Паспортыңа милләтеңде яҙа алмаҫ өсөнмө? Бәлки баш ҡалаға ауылдан уҡырға килгән йәштәр башҡортса һөйләшергә оялып, хаталы булһа ла, акцент менән, тик «городскойҙар” көлмһен, ишетеп ҡалмаһын тип урыҫса һөләшһендәр өсөндөр? Йә һинең балам исемен Фаягөл тип әтер урынына Фая тип өндәшһен өсөндөр?
Ээээх.... Ауылым, бына һин бит бәләкәй генә булһа ла, ә шулай ҙа Башҡортостан! Һиңә генә ҡарап та Башҡортостаныбыҙҙа булған бөтә хәлде әтеп бирергә мөмкин! Әйе, бәлки мин бигерәк пессимист уйлы кеше тейерҙәр, эйе ҡаршылашмам, Башҡортостаныбыҙҙың юғары үҫештәре лә күп, етәрлек һымаҡ... Әммә ләкин бала саҡтан шул һаман маҡтап яҙыуҙан ялыҡтым, арыным, ғәзиз еребеҙҙең тыуған көнөндә уның етешһеҙҙлектәрен дә күреү мотлаҡ, алға барыу өсөн, дөрөҫ, кәрәкле, файҙалы һығымта яһау өсөн - был мотлаҡ! Бына сөнки ниңә улай? Нимә, кем ул Башҡортостан?! Ниңә һин унда хәлдәһең? Һинең өсөн кем яуаплы? Ул беҙ - БАШҠОРТТАР! Әйтерһегеҙ Башҡортостанда башҡа халыҡтар ҙа йәшәй, эйе бар, әммә уларҙың береһе лә Башҡортостаным, башҡорттарым йәнен бирмәҫ, тырышып тормаҫ. Башҡортостан ул беҙҙең йәмебеҙ, башҡортостан беҙҙең-йәнебеҙ!
Бәлки шуның өсөн дә һирәк ҡайтамдыр инде һиңә... Күңелем ярһый, йөрәгем илай... Һине бит беҙ үҙебеҙ бөтөрәбеҙ! Һинең хозур, ожмахҡа хас тәбиғәтеңде, саф, таҙа һауаңды, күмпе балыҡҡа бай йылғалараңды, тәмле тере-һыу шишмәләреңде, ҡуйы урманадарыңды.. Күк йөҙөңдө ҡыйлыҡтың көнө-төнө янған ағыу төтөнө ҡапланы, яландарҙы инде хәҙер төрлө төҫтәге, күҙҙең яуын алырлыҡ, хуш еҫле сәскәләр түгел, ә шул уҡ ҡыйҙыҡтын ҡый-шаҡыһы ҡапланы. Ярай-ҡый, ул малдар ҡый-һайын ашап, шунда уҡ теҙелешеп үлеп яталар, һаҡмар йылғаһының бысраҡлығынан ҡарағанда-тупраҡ таҙараҡ, йылғабыҙҙың ҡороп барыуы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, йәм-йәшел ҡуйы урмандарҙан бер нәмәлә ҡалманы, ҡырып-йығып бөтөрөп баралар, бахырҡай еребеҙҙе лә талайҙар, әҙәм балаһы ишектәрен, тупһаларын матур, сыбар-ялтыр таштар менән биҙәр өсөн, сит илдәргә һатып, матди байлыҡ артынан сабып, еребеҙҙе лә соҡоп бөтөрҙөләр! Нисек кенә ҡыҙғаныс булһа ла тәбиғәтебеҙҙе ғүмер баҡый һаттылар, таланылар инде... Ә халҡыбыҙ? Ә башҡорттар ҡайҙа? Ҡайҙа тәгәрәй? Ҡайҙа Ауылым урамдарыңды йәмгә сумған баллалар тауышы? Эскәмйәләрҙә күҙҙе ҡыуандырып ултырған әбей-бабайҙар? Юҡ... Кешеләр йә эсеп ҡырылды, йә, эш юҡлыҡтан, күсеп китеп бөттөләр...
Бына шундай һығымта - Һинең Йөҙ йыллығыңа Ауылым... Бәләкәс кенә Башҡортостаным минең...
Бер өмөт ҡалды инде исмаһам... Яңы Башлыҡ! Башлыҡ... башлыҡ... ниндәй үкенес, тел әйләнмәй бөтөнләй... Иң Беренсе Республика була тороп, иң беренселәрҙән президент исемлеген юғалтып ултырсәле! Ниндәй хурлыҡ! Башҡорт башҡорттоң башына етә, урындарҙа, хатта бәләкәй генә вазифа биләп ултырған кеше лә, үҙен батша кеүек хис итә! Ғөмүмән алғанда Салауатыбыҙ нимәләр булмаһын тип көрәшкән - шулар барыһы ла гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа сәскә ата!
УФ..Ауыр миңә.. Ауыр Ауылым һиңә ҡараһам, бер нисек тә ярҙам итә алмағанлыҡтан икеләтә ауыр... Ә шулай ҙа Ғәзиз Башҡортостаным һәм Башҡорттарым мин һеҙҙгә ышанам, өмөт итәм, сөнки беҙҙә бит һәр-беребеҙҙә Салауат рухы, тамырҙарыбыҙҙа Салауат ҡаны аға! Беҙ күтәрелергә, даныбыҙҙы аҡларға, еребеҙҙе, телебеҙҙе яҡларға, һаҡларға, яратырға тейешбеҙ!
Мәңге йәшә Башҡортостан, сәскә ат гүзәл ерем! Тыуған көнөң менән!