Бөтә яңылыҡтар

Лиана Ноғаманова

Ноғаманова Лиана Рафаил ҡыҙына 15 йәш. Ул Баймаҡ районы Аҡтау ауылы һылыуы. "Минең яратҡан тыуған ауылым Аҡтау. 1936 йылда барлыҡҡа килеп мөһәбәт тауҙар араһында, ҡуйы ағастар менән уратылған. Борондан бында күсеп килеп урынлашҡан ата-бабалар, ошо мөғжизәле тәбиғәткә һоҡланып йәшәгәндәр. Тауҙың битләүендә ап-аҡ ҡылған үҫкән, шуға шундай Аҡтау тигән исем бирергә булғандар. Ҡылған сәскә атҡан ваҡытта тау ап-аҡ булып күренгән", - ти ул тыуған ауылы тураһында.

Тыуған илем-Башҡортостан


Минең тыуған ерем Башҡортостан-бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлашҡан гүзәл ер. Башҡортостаныбыҙ иҫ киткес матур һәм бай! Башҡортостан борон-борондан сәсән телле, бай рухлы, атай олатайҙарыбыҙ ғүмер үҙ халҡының ғөрөф ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.


Минең яратҡан тыуған ауылым Аҡтау. 1936 йылда барлыҡҡа килеп мөһәбәт тауҙар араһында, ҡуйы ағастар менән уратылған. Борондан бында күсеп килеп урынлашҡан ата-бабалар, ошо мөғжизәле тәбиғәткә һоҡланып йәшәгәндәр. Тауҙың битләүендә ап-аҡ ҡылған үҫкән, шуға шундай Аҡтау тигән исем бирергә булғандар. Ҡылған сәскә атҡан ваҡытта тау ап-аҡ булып күренгән.


Мин ауылымдың Башҡортостанымдың киләсәге өсөн бик борсолам. Киләсәктә Башҡортостаным сәскә атһын өсөн бар көсөмде һала саҡмын. Тыуған ер төшөнсәһен туған телһеҙ күҙ күҙ алдынала килтереп булмай. Минең туған телем- башҡорт теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм.


Башҡортостан-баш илем.

Һиндә асылды телем

Һинең йылы ҡосағыңда

Шатланып алам белем.

Башҡорт теле дәрестәрендә беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә дан йырлаған, уның матурлығына таң ҡалған, теле, халҡы менән ғорурланған, уның яҙмышы өсөн борсолған күренекле яҙыусы һәм шағирҙар ижади менән танышабыҙ. Ошо яҙғандарыма нәтижә яһап, мин башҡорт телен өйрәнергә ҡарата, үҙ фекеремде әйткем килә. Башҡортостан ерендә йәшәгәс, беҙ уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, ихтирам итергә тейешбеҙ. Уның бөгөнгеһө, үткәне менән ҡыҙыҡһынырға, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙҙың киләсәге беҙҙең ҡулда.

Минеңсә, илһеҙ, телһеҙ милләт булмай, шуның өсөн -иң тәүҙә телде белер кәрәк.

Лиана Ноғаманова.

Читайте нас: