Тыуған илем – Башҡортостан!
Башҡортостан тыуған ерем,
Куккә ашҡан ғорур тауҙар,
Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Минең өсөн Тыуған ер – тыуған, торған ил генә түгел, ә йөрәктең түрендә иң ҙур урын алған, аңлатып бөтмәҫлек, һоҡланып туймаҫлыҡ төшөнсә.
-Бер япраҡ саҡлы,- тинем,
Ысынлап та, картаға ҡараһаҡ, беҙҙең ил бәләкәс кенә булып ятҡан кеүек тә, әммә уның тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы, ә тәбиғәтенә һоҡланып туйғыһыҙ. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын, ҡуйы ағастарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, йылғаларын күреп хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғыңдың һайрар ҡоштары ла, хуш еҫле сәскәләре лә, хатта әреме лә – хозурлыҡтың хозуры. Тыуған илкәйемдең тәбиғәтенең гүзәллеген, нәфислеген һөйләп тә, көйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул.
Тыуған ерем - Башҡортостаным! Күпме тәрән уйҙар, тулҡынландырырлыҡ хистәр уята минең күңелемдә был ҡәҙерле һәм изге һүҙҙәр. Ысынлап та, кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған районының Яңы Мөсәт ауылының Ҡарас йылғаһы һыуын эсеп, урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, гөрләп уйнап үҫкән бала сағым, гонаһһыҙ сабый сағым иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, уңдырышлы ҡара тупраҡ еҫен, хуш еҫле ҡара икмәк тәмен дә һиндә генә генә белдем, гүзәл илем! Ысынлап та, иң яҡшы тойғоларҙы тик һиндә генә тойҙом, ғәзиз илем! Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең киң ялан-баҫыуҙарыңды, мөһабәт тауҙарыңды, болоттарға ашҡан ҡаяларыңды, сылтырап аҡҡан шишмәләреңде мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Сит ерҙә йөрөһәм, хатта ай-йондоҙҙарҙың балҡышы ла икенселәй кеүек тойолор. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы, болондарҙа кешнәп сапҡан йылҡыларың миңә шул ҡәҙәрем яҡын! Мин яратам һине, Башҡортостан!
Башҡортостан! Мин ғорурланам ошо изге ерҙә тыуып, үҫкәнем өсөн. Сикһеҙ бәхетлемен ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран булырлыҡ!
Башҡортостаным - минең тыуған ерем,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә
Йәшәү - минең барлыҡ теләгем.
Эсәр һыуҙарыбыҙҙы, һулар һауаларыбыҙҙы бысрамаҫҡа, урмандарыбыҙҙы ҡоротмаҫҡа мин вәғәҙә бирәм! Гел генә һине яҡлап, һаҡлап торасаҡмын! Башҡортостан! Һинең гүзәллегеңә тиң булырлыҡ ерҙәр ҙә юҡ. Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән-бер тыуған илем! Мин ғашиҡмын һиңә, бөйөк, гүзәл республикам!
Быйыл 23 мартта Башҡортостан халҡы оло юбилей — Республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итте. Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ - 100 йыл элек Йәш совет хөкүмәте Башҡортостандың үҙаллылығын таный. 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономлы Совет Башҡортостаны тураһында килешеү» төҙөлә. Был килешеү матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға, был көн республиканың барлыҡҡа килгән көнө тип рәсми рәүештә таныла.
1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.
1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.
1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙ атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртә.
1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Рәсәйҙең Юғары Советы таратылып, Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың да яңыртылған Төп Законы ғәмәлгә инә.
Башҡорт АССР-ы РСФСР составында беренсе авономиялы совет республикаһы булған.
Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙаллы булыуын, халыҡтарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тәьмин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлар алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы. Көс-ҡеүәте, нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен.
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ бәләкәйҙән минең күңелемде тәмле һыуҙары, моңло йырҙары, наҙлы, йомшаҡ елдәре, йәшел туғайҙары, ҡоштарҙың моңло һайрауы, тәрән, мул һыулы йылғалары, саф һауаһы, аҡ ҡайындары, баһадир ҡарағайҙары, гүзәл баҡсалары, бейек тауҙары, аяҙ зәңгәр күктәре, сағыу төҫтәге сәскәләре, ҡояшлы көндәре, йондоҙло төндәре, дәртле ҡурай моңо, һылыу ҡыҙҙары, батыр эшсән егеттәре, татыу хеҙмәтсән халҡы менән арбаны. Яратам мин гүзәл илемде, тыуған еремде.
“Кислородһыҙ йәшәп булмағандай,
Мин был илһеҙ йәшәй алмайым”