Тыуған илем – Башҡортостан!
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Башҡортостан - алһыу таң иле,
Гөл-баҡсалар иле, дан иле.
Күкрәгеңдә нефть шишмәләре,
Тупрағыңда бөтмәç алтының.
Киң Рәсәйҙең сикһеҙ киңлегендә
Яҡты йондоҙ булып балҡының.
Һиндә тыуа изге теләктәр,
Ярһып тибә ҡайнар йөрәктәр.
Шаулап үçә мәғрур урмандарың,
Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың.
Данлы илем, гүзәл республикам,
Бүләк булһын һиңә йырҙарым.
Минең тыуған яғым - Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы.
Һәркемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә күңел барыбер үҙ тыуған яғыңа тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа да таҙараҡ. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ шулдыр – кем генә Башкортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһында бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бөйөк Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡы таң ҡалдыра. Тыуған яҡ - ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башкортостан.
Башҡортостанда тыуған, йәшәгән һәр кеше үҙен бәхетле тип атай ала. Мин дә шул бәхетле кешеләрҙең береһе. Ошо ерҙә әсәйем-атайым, туғандарым тыуған, ғүмер кисерә. Ысынлап та беҙ әкиәт кеүек матур тәбиғәтле ерҙә йәшәйбеҙ, ғүмер итәбеҙ. Барыбер, иң ҙур байлыҡ - ул тыуған еремдең халҡы, бәхетле балалары...
Бөгөнгө көндә, ғөмүмән алғанда, кеше һәйбәт эшләйем, карьера үҫтерәм тип сит өлкәгә генә түгел, хата сит илгә лә сығып китә. Нисек итеп тыуған ерҙе ташлап сығып китәһең?! Бында бөтә дуҫтарың, ата-әсәйең, таныш булған ерҙәрең ҡала.
Башҡортостан Рәсәйҙең ҡуйынында йәшәй, ләкин ул үҙе бер дәүләт. Башҡортостандың үҙ флагы, гербы, Башлағыбыҙ бар. Башлығыбыҙ барлыҡ Башҡортостан халҡына ярҙам ҡулы һуҙырға ғына әҙер тора.Күп балалы әсәйҙәргә миҙал, машина бирә, торлаҡҡа мохтаж кешеләргә торлаҡ биреп тора. Башҡортостан көндән-көн матурая, төҙөкләнә, сәскә ата. Төрлө мәктәптәр, больницалар, өйҙәр төҙөлә.
Минеңсә, Башҡортостандың ете мөғжизәһе бар. Ете һаны - ул башҡорттарҙың һаны: етегән йондоҙ, ете ҡыҙ, ете ырыу. Беренсе мөғжизә - ул ҡурай, сөнки шундай бер үҫемлектән генә ниндәй иллаһи моң сыға, был музыкаль ҡорал бөтә илдә танылыу алған. Ете тажлы ҡурай Башҡортостандың флагында ла төшөрөлгән. Икенсе мөғжизә - ул бал ҡорто, шундай бәләкәй генә бөжәк көнө буйы, сәскәләрҙән сәскәләргә күсеп бал йыя. Башҡорт балы иҫ киткес шифалы, тәмле, ашап ҡараһаң телде йоторлоҡ. Тағы ла күп ауырыуҙарға дауа булып хеҙмәт итә. Тағы ла бер мөғжизә - ул Шүлгәнташ мәмерйәһе. Был мәмерйәлә минең дә булғаным бар, ысынлап та тәү тормош кешеләре мәмерйә ташында төрлө һүрәттәр төшөргән. Шүлгәнташ эргәһендә Түңәрәк күл бар, кешеләр әйтеүенсә, был күлдең төбө юҡ. Көндөҙ ул зәп - зәңгәр төҫкә инә. Был күлде лә мин мөғжизәгә индерәм. Башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы ла үҙе бер мөғжизә. Ҡайһы бер кешеләр был эпосҡа ышанып та етмәй, ләкин мин ышанам.Эпос бик күп сит телдәргә тәржемә ителгән.
Башҡорттарҙың атаҡлы, данлыҡлы, ҡаһарман улдары бик күп булған, ә шулай ҙа иң-иңе ул - Салауат Юлаев. Күпме көс һәм халҡына һөйөү менән тулған уның күңеле. Салауат Юлаевҡа бик күп һәйкәлдәр һәм бюсттар ҡуйылған. Ләкин мөғжизә тип мин уның Өфөләге һәйкәлен әйтә алам. Ул һәйкәл Өфөгә ингән һәр кешене ҡаршы алып тора. Ағиҙел йылғаһы менән Дим йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Етенсе һәм һуңғы мөғжизә ул - Башҡортостанда йәшәүсе башҡорт халҡы. Мин үҙем дә, минең туғандарым да - башҡорттар. Башҡорттар ҡунаҡсыл, киң күңелле, йомарт, ярҙамсыл халыҡ.
Башҡортостандың тәбиғәтен һүрәтләү мөмкин түгел. Текә ҡаялар, бейек тауҙар, тәрән, таҙа йылғалар, ҙур күлдәр, шифалы шишмәләр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ далалар, сәскәле болондарға бай ул. Ҡуйы урмандарҙа ниндәй генә кейек юҡ, тәрән йылғаларҙа ниндәй генә балыҡ юҡ. Матур-матур һайраған ҡоштар, төрлө бөжәктәр ҙә бик күп. Йылҡы малынан башҡорттар ҡымыҙ бешә. Ул эсемлек бик файҙалы. Ошо хозур тәбиғәткә һоҡланып яҙыусылар илһамланып шиғырҙар яҙа, композиторҙар көй ижад итә, ә инде йырсылар көслө тауыш уларҙы менән башҡара. Ысынлап та, танылған, данлыҡлы яҙыусылар төйәге ул Башҡортостан, мәҫәлән: Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Аҡмулла...
Башҡортостанда тыуғанға мин бик бәхетлемен, сөнки ошо матур тәбиғәт ҡосағында йәшәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ илебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Һәм артабан да илебеҙ сәскә атһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә ошондай изге ерҙе аманат итеп ҡалдырған,беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ. Киләсәк быуынға уны тағы ла йәмлерәк итеп ҡалдырырға тейешбеҙ. Шуға беҙҙә тәбиғәтте һаҡлау, үҙ илеңде ҡайғыртыу тойғоһо булырға тейеш. Сит ерҙәрҙән килеп төрлө ҡунаҡтар яҡшы кәйеф менән ҡайтып китәләр. Башҡортостандың тәбиғәте шул тиклем тылсымлы, шифалы, матур.
“Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул” - тейергә ярата минең өләсәйем. Сит яҡта йәшәү рәхәт, еңел күренһә лә, үҙ ереңдә йәшәүгә етмәйҙер ул. Үҙ ерендә “олтан” түгел, “солтан” булып та йәшәп була. Тырышып, мал үрсетеп, ер эшкәртеп, ҡош-ҡорт аҫырап, бал ҡорто үрсетеп йәшәргә мөмкин. Ватанымдың киләсәге яҡты! Ул үҫешә, нығына. Ошо ерҙә тыуғаным менән бәхетлемен. Бөгөнгө көн менән йәшәйем, тарихты өйрәнәм.
Республикамдың бәхетле киләсәгенә ышанам. Мин үҙем ғүмер бер генә ҡәҙерен белеп, ысын кеше булып, атай-әсәйҙәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, туған төйәгемә кәрәкле кеше булырмын тип уйлайым.
Донъяға йәм биреп,эҙ ҡалдырып
Беҙ - Башҡортостандың бәхетле киләсәге.