Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Наҙгөл Ямантаева.

Наҙгөл Ямантаева Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылы һылыуы. Иншаһының тәрән йөкмәткеһе уйландырҙы һәм тетрәндерҙе.

Йомшаҡ һүҙле әсәй ҙә һин...


Тыуған илем -

Башҡортостан!

Йомшаҡ һүҙле әсәй ҙә һин,

Ҡаты ҡуллы атайһың.

Ҡаҡмайһың да, һуҡмайһың да,

Ҡазаларҙан һаҡлайһың.

(М.Хисамова.)

Башҡортостан — ниндәй бөйөк һүҙ! Ул һәр башҡорттоң күңелендә, йөрәк түрендә һаҡланып килгән иң яғымлы, хисле, ябай һәм шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы кисерештәре менән бәйле. Башҡортостан беҙҙең тыуған ил, ул атай ҙа, әсәй ҙә, яҡын туғанда, ғүмер буйы бергә атлаған юлдашта. Тыуған илде яратыу тойғоһон ҡысҡырып һөйләмәһәк тә, һәр кем уны үҙенсә һөйә, хөрмәт итә. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә, Башҡортостан кеүек мөғжизәле, ҡәҙерле, ерҙе эҙләйбеҙ. Тик ундай ил тик берәү генә, тик беҙҙә генә.
Тирә-яғыңа ҡарап берсә һоҡланып, берсә уйға ҡалаң. Бер-береһенә тоташып һыҙылып ятҡан Урал тауы, түбәһе куккә ашҡан Ирәндек, бар ғаләмгә күҙ ташлаған Ирәмәл тауы үҙенең олпатлығы, матурлығы менән һоҡландыра, хатта ылыҡтыра ла. Тау башына менеп ҡараһаң бөтә тирә-яҡ аяҡ аҫтында кеүек күренә. Тәҙрәләре ҡояшҡа ялтырап торған төҙөк ҡалалар, йәйелеп ятҡан урмандар араһынан морон төртөп сыҡҡан мөрйәле ауыл өйҙәре, ҡайҙалыр ашҡынып аҡҡан йылғалар, бормалы - бормалы юлдар, барыһы ла ҡарап туйғыһыҙ бер һүрәтте хәтерләтә.


Башҡортостан — ул беҙҙең илаһи төйәк. Илһамландырған да, тетрәндергән, илатҡан да, көлдөргән, беҙҙе тәпәй баҫтырған, яңы тормошҡа әйҙәгән, бәхеткә сумдырған сихри урын ул. Бына яңы көн тыуыр ҙа, уның менән бергә бөтә ер уяныр. Бейек-бейек тауҙар артынан иркәләп кенә ҡояш ҡалҡҡанда, тирә-яҡ нурланып, тын алғандай була. Ағастар, сәскәле болондар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, хатта уйға батҡан ҡая-таштар ҙа яңы көндө ҡыуанып ҡаршы ала кеүек. Барлыҡ ерҙе, иң беренселәрҙән булып, ҡоштар береһенән-береһен уҙҙырып, үҙҙәренең ғәжәйеп матур бер моңо менән тирә-яҡты сорнап ала. Бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫлыҡ бындай моң беҙҙе әкиәттәге кеүек мөғжизәле донъяға илтә, күңелдәрҙе арбай, һәр беребеҙҙе бала-саҡҡа, тыуған йортҡа алып ҡайта.


Данлы ла һин, оло ла һин минең тыуған яғым — Башҡортостаным. Тарихы, арҙаҡлы кешеләре, бөйөк шәхестәре, һөнәри яҡтан белгестәре, йырсы һәм композиторҙары, сәсәндәре, ҡурайсылары менән киң билдәлелек яулаған ил ул. Бала яҙмышын - әсә яҙа, тыуған ер яҙмышын - тарих яҙа. Башҡортостан тарихы үҙ эсэнә бик тетрәндергес ваҡиғаларҙы ала. Һуғыш йылдарында үҙҙәрен йән аямай ҡорбан итеүсе батырҙарыбыҙ тураһында, Ленинград тотҡонлоғонан ҡотҡарыу, тылда ал-ял белмәй хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар, балалар хаҡында бәйән ителә. Алдар батыр, Ҡаһым түрә, Салауат Юлаев, Әхмәт-Зәки Вәлиди, Муса Гәрәев, Юлай Аҙналин, Миңлеғәле Шайморатов кеүек ҡурҡыу белмәҫ батырҙар Башҡортостан халҡы үҙ-аллы булыуына, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙгә күп көс һалғандар.Уларҙың исеме хәҙерге ваҡытта ташҡа уйылып мәңгеләштерелгән. Ололарҙың тәрән аҡылы, бай йәшәү тәжрибәһе, ошо тарихи биттәрен беҙҙең көнгәсә еткереүҙәре йәш быуынға үрнәк булып тора. Яуҙарҙа булған ҡаһармандар, ветерандар үҙҙәренең эшсәнлеге һәм сикһеҙ батырлығы менән беҙгә тыуған ерҙе яратырға, халҡыбыҙҙы хөрмәт итергә өндәй. Беҙ улар менән дә, ҡаҙаныштары менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Уларға ҡарап һәр саҡ рух күтәренкелеге, йәшәүгә ынтылыш тыуҙырабыҙ, элеке традицияларҙы, әхлаҡи нормаларҙы һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ.

Бөйөк шәхестәр араһына тағы ла бер исемде, Мортаҙа Рәхимовты, индереп китеү яңылыш булмаҫ. Сөнки, уның кеүек республиканы бар йөрәге менән аңлаған, барлаған һәм дә халҡын яҡлаған, үҫтергән кеше юҡтыр. " Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың булмышын, ысындан да, ябай кешеләр, уларҙың ҡайғы-хәсрәттәре һәм ҡыуаныстары, быуаттар буйы тупланып килгән рухи хазинаһы һәм әхлаҡи тәжрибәһе, боронғоһо һәм бөгөнгөһө тыуҙырған." (Башҡортостан ҡыҙы 2009/2, 1--5 - се биттәр). Былтыр, 2018 йыл, Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфөлә "Йөрәк һүҙе" шиғырҙарҙы яттан һөйләү телевизион конкурсында Учалы яғынан килгән ҡатнашыусылар "Ил ағаһы — Мортаҙа", - тип әйтеп үткәйнеләр. Был хак һүҙҙәргә минең дә иманым камил. Шундай кешеләр барҙа, беҙҙең ил ныҡлы аяҡта торасаҡ.


Башҡортостан халҡы эшсән дә, талантлы ла, рухи яҡтан бай ҙа, үҙенсәлекле лә.

Хәмит сәсән, Мифтахетдин Аҡмулла, Буранбай сәсән, Мөхәмәтша Буранғолов кеүек йор һүҙле сәсәндәр, Мостай Кәрим, Шәйехзада Бабич, Абдулхаҡ Игебаев, Һәҙиә Дәүләтшина һымаҡ арҙаҡлы шағирҙар, Хөсәйен Әхмәтов, Ғата Сөләймәнов, Рамаҙан Йәнбәков, Рәшиҙә Туйсина кеүек һәләтле кешеләр Башҡортостан республикаһының алтын фонды булып тора. Һәр береһенең ҡулында моң асҡысы, күңел аймылышы һәм дә йөрәк сере ята. Халҡыбыҙҙың хис-тойғоһон, көнкүреш йәшәйешен, холоҡ-фиғелен, башҡорт халҡының төп асылын үҙҙәренең ижадтары, йыр-моңо һәм дә бейеүҙәре аша сағылдыралар. Хәҙерге көндә лә ошо традицияларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән төрлө саралар үткәрелә. "Башҡорт йыры", "Байыҡ" халыҡ-ара бәйгеләр беҙҙә генә түгел, икенсе төбәктәрҙә лә киң билдәлелек яуланы. Быларҙан тыш, тағы ла башҡорт халҡының милли кейемдәренә, биҙәүестәренә күп урын бирелә. Уларҙа халыҡтың баҫалҡылығы, алсаҡлығы, шул уҡ ваҡытта рухи ҡиммәттәре асылып ята.


Минең республикам тәбиғәте, кешеләре менән генә түгел төрлө дауалау үҙәктәре менән билдәле. "Янған-Тау", "Ҡарағай", "Яҡты-Күл", "Талҡаҫ" кеүек санаторийҙар йыл әйләнәһенә кешеләрҙе ял итергә саҡыра, Башҡортостанда булған төрлө дауалау серҙәре менән бүлешә. Дауалағанда иң төп урын башҡорт балына бирелә. Башҡорт балы ер йөҙөндә тәбиғәттән бирелгән иң сифатлы, иң татлы, иң файҙалы шәрбәт исемлегендә тора. Башҡортостан балы беҙҙең илдең алтынға тиң байлығы.


Йөҙәрләгән, меңәрләгән татыу ғаиләләр бөгөнгө көндә Башҡортостан өсөн бәрәбәргә тиң, ә киләсәк быуын тыуған яҡтың алға атлауына ышанысы, этәргесе булып тора. Ныҡлы ғаилә - ил тотҡаһы, төп нигеҙе. Башҡортостанда тыуған һәр башҡорт балаһы үҙенең ата-әсәһен, илен, телен, ете быуынын, тарих биттәрен онотмаҫҡа һәм шуларҙың барыһын да киләһе быуынға таратырға бурыслы.


Башҡортостан минең тыуған илем, тыуып үҫкән ерем, йәшәүгә дәрт биргән төбәгем. Мин башҡортмон һәм мин шуның менән ғорурмын. Ғорурланам телем менән, халҡым менән. "Кеше ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, халыҡ араһында киң билдәлелек алмаһын, ул үҙенең тамырҙары барып тоташҡан ерҙе ҡәҙерләй, күңелендә йылы хәтирәләр һаҡлап йәшәй" (Һаҡмар 2014/111, Э.Кейеккужина). Быйыл Башҡортостан үҙенең 100 йыллыҡ байрамын билдәләй. Оло юбилейың менән минең тыуған илем - Башҡортостаным. Хәҙерге көндә, башымды үрә тотоп әйтә алам: "Мин - Башҡортостандан!", "Мин — Баймаҡтан!".

Наҙгөл Ямантаева.

Читайте нас: