Бөтә яңылыҡтар

Резедә Мөхәмәтшина

Резедә Салауат ҡыҙы Мөхәмәтшина Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар үҫтереү үҙәгендә тәрбиәсе булып эшләй. Иптәше Ришат менән өс ул тәрбиәләйҙәр. Резедәнең иншаһы Баймаҡ районы һәм ҡалаһы тураһында.

Башҡортостан – илгенәм!


Сабый саҡтан күкрәгемә

Тамыр йәйгән гөлгенәм,

Һулыш биргән, тормош биргән

Әсәйемдәй бергенәм –

Башҡортостан – илгенәм!


Һәр кешенең үҙенең тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ғәзиз тыуған ере була. Мин тыуған ерем – Башҡортостаным менән ғорурланам. Башҡортостан хозур тәбиғәтле, бай ил. Илебеҙҙә йөҙгә яҡын милләт вәкиле татыу һәм шат йәшәй.


Башҡортостан автономияһы төҙөлөүгә 2019 йылдың 20 мартында йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Хәҙерге көндә республикала юбилейға арналған саралар бара. Илебеҙҙә йөҙ объект төҙөлә, йөҙ ҡурайсы, ҡумыҙсы әҙерләнә, мәҙәниәт йорттарында төрлө концерттар, спектакль ҡуйыла. Башҡортостан республикаһы тағы ла үҫә, матурая, алға атлай. Минең бәләкәй тыуған илем – ул гүзәл тәбиғәтле, бай, күркәм Баймаҡ районы. Мин ошо Баймаҡ районы һәм ҡалаһы тураһында иншамда бәйән итмәксемен.


Баймаҡ районы – Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ул Әбйәлил, Бөрйән, Йылыйыр, Хәйбулла райондары һәм көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Район 1930 йылда ойошторолған. Административ үҙәге – Баймаҡ ҡалаһы. 1995 йылда районда 43,5 мең кеше теркәлгән. Районда күп милләтле халыҡ йәшәй, күпселек башҡорттар һәм урыҫтар.

Баймаҡтың тәбиғәте иҫ киткес матур. Йырҙарҙа данланған Ирәндек тауы, йәнгә сихәт, тәнгә дауа биргән Талҡаҫ күле, тәбиғәте менән һоҡландырған Ғәҙелша шарлауығы, мул һыулы Һаҡмар, Төйәләҫ йылғалары менән Баймаҡтар хаҡлы ғорурлана.


Райондың халҡы, тәбиғәте тураһында яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев үҙенең шиғырында әйтә:

Яҙын Һаҡмар буйҙарында

Һайрашҡанда һабанда,

Көҙөн алтын бәхет урып,

Дан яулайбыҙ даланда.

Ай, хозур яҡ, яугир Баймаҡ

Бай тарихлы төйәккәй,

Һинең шанлы шөһрәтеңә

Ғорурлана йөрәккәй!


Районыбыҙҙағы Темәс ауылы Башҡортостан тарихында айырым урын биләй. Ауылда 1919 йылда 1-се Бөтә Башҡорт хәрби съезы үткәрелә һәм Башревком төҙөлә. Шул көндә үк Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеп, Темәс Башҡортостандың баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

Хәҙерге көндә Темәс – төҙөк, матур ауылдарҙың береһе һанала. Был ауыл Ш.Бабич, М.Аҡмулла, З.Биишева, Ә.Вәлиди эҙҙәрен һаҡлай. Тарихи йорттарға таҡтаташ ҡуйылған.

Баймаҡ үҙенең күренекле шәхестәре менән дә ғорурлана һәм иҫкә ала.

Йәмәғәт эшмәкәре, йорт старшинаһы Буранбай Ҡотосовты, «Урал батыр» ҡобайырын яттан һөйләүсе Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙе онотмай.

Ҡырым-Азов походтарында ҡатнашыусы, 1704-1710 йылдарҙағы ихтилал башлығы, старшина Алдар Иҫәнгилдинды (Алдар батыр), халыҡ табибы Мөжәүир Сиражетдиновтың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай.

Эй, һыбайлы, Һаҡмар буйлап

Бер елдереп үт әле,

Ат атланып, яуға сабып,

Ил дошманын еңеп ҡайтҡан

Ҡурҡыу белмәҫ азаматтар –

Беҙ – Баймаҡтар бит әле!


Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында районыбыҙ халҡы яу яланында ла, тылда ла батырлыҡ күрһәтә. Баймаҡ халҡы Советтар Союзы Геройҙары Тәфтизан Миңлеғолов, Иван Пименов, Федор Белов, Василий Копылов, Владимир Артамонов, Павел Кудимов һәм Тулы Дан ордены кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтар менән хаҡлы ғорурлана. Уларҙың исемдәрен Баймаҡ ҡалаһының үҙәк урамдары йөрөтә. Ул шанлы йылдарҙа Баймаҡ халҡы дәррәү күтәрелә: Баймаҡ баҡыр заводы, Түбә, Баймаҡ, Сибай рудниктары кәрәкле продукция менән тәьмин итә, ә колхоз-совхоз аҙыҡ-түлек, ат, кейем ебәрә.

Баймаҡта эшсән халыҡ йәшәй. Һигеҙ Социалистик Хеҙмәт Геройы менән районыбыҙ ғорурлана: Ғиниәт Насыров, Павел Надькин, Әғләм Нәкиев, Василий Солонин, Мәсәғүт Заманов, Гәүһәр Фәйзуллина, Фира Ниғмәтуллина, Риза Яхиндар фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән районыбыҙҙы данға күмде.


Эй, яҡташым, әҫәрләнеп,

Моң – саҙыңды сирт әле,

Урал ҡурайҙарын уйнап,

Бар ҡитғаны таң ҡалдырған

Йыр – моңға маһир заттар –

Беҙ - Баймаҡтар бит әле!


Районыбыҙ таланттарға ла бай. Яҙыусылар һәм шағирҙар: Батыр Вәлид, Абдулхаҡ Игебаев, Таңсулпан Ғарипова, Нәжип Иҙелбай, Рәйес Түләк, Аҫылғужа Баһуманов, Наил Ғәйетбаев, Буранбай Искужин, Әхмәр Үтәбаев; композиторҙар: Хөсәйен Әхмәтов, Нәбиулла Мөстәһимов, Рәүеф Мортазин; йырсылар: Рамаҙан Йәнбәков, Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар, Әсғәт Йәнбәков, Зифа Баязитова; ғалимдар: Мирас Иҙелбаев, Салауат Галин, Ғәйнислам Дәүләтбаев һәм башҡалар республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәле. Баймаҡ районы халҡы хәҙерге көндә лә етеш йәшәй, тырышып эшләй, ял итә лә белә. Районыбыҙҙа бөтә ауылдарға ла автобус йөрөй, йорттарға тәбиғи газ, һыу үткәрелгән. Халҡы күркәм йорттар һала, сәмләнеп, ынтылып тормош көтә. Йылдан – йыл районыбыҙ матурая, үҫә. Бай тарихлы, хозур тәбиғәтле Баймаҡ районын яратмаҫҡа, һағынмаҫҡа, данламаҫҡа мөмкин түгел!


Иншамды якташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев шиғыры менән йомғаҡлап ҡуям:

Заман ауыр, нужалары,

Үҙәктәргә үтмәле,

Әммә зарлы донъяны ла

Нурландырырға ынтылған

Ҡояш йөрәкле халыҡтар –

Беҙ – Баймаҡтар бит әле!

Резедә Мөхәмәтшина.

Читайте нас: