Бөтә яңылыҡтар

Гөлдәр Янбаева.

Ҡаратал ауылынан Янбаева Гөлдәр бер ул һәм бер ҡыҙ әсәһе. Ауылда китапханасы булып эшләй. Үҙ эшенә мөкиббән киткән кеше. Ижади күңелен илһамландырып шиғырҙар тыуып ҡына тора.

Хозур илем - Башҡортостан!


Мин хозур һәм бай тәбиғәтле Башҡортостан илендә тыуғанмын. Тыуған илем Башҡортостан. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ер ул Башҡортостан. Ул һәр ваҡыт йөрәгемдең түрендә иң ҙур урынын биләгән һәм биләйәсәк. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын, ҡуйы урмандарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы йылғаларын, сылтырап аҡҡан шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, сут-сут һайраған матур ҡоштарын, хуш еҫле сәскәләрен хатта әремен дә бер ниндәй алтын тауҙарға алмашмамын.


Картаға ҡарап еремде,

Бер япраҡ саҡлы- тинем.

Мин хайранмын киңлегеңә,

Башҡортостаным илем.

(М.Кәрим)


Эйе, япраҡ саҡлы ғына булһа ла шундай көс, дәрт, дарман ташып тора илемдән. Башҡортостан күҙ алдыма ғорур Салауат Юлаев һынында килеп баҫа. Шундай бөйөк, ғорур баш бирмәҫ һәм баш эймәҫ Башҡортостаным. Ысынлап та, картаға ҡараһаҡ бер япраҡ саҡлы ғына, әммә уның бөйөклөгө, тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы. Һоҡланам һиңә Башҡортостан.

Гөлдәр Янбаева.

Читайте нас: