Бөтә яңылыҡтар

Зөлхизә Сабитова.

Зөлхизә Ислам ҡыҙы Сабитова Йылайыр районының Матрай ауылынан. З-сө класта уҡып йөрөй. Тырыш ҡыҙ иншалар яҙырға ярата.

Тыуған илем -Башҡортостан!


Тыуған илем, тыуған ерем,

Әсәй кеүек яҡынһың һин,

Асылған шунда телем.

Иркен баҫып йәшәйем мин,

Алам тырышып белем!


Башҡортостан һин беҙҙең тыуып үҫкән илебеҙ. Беҙгә икмәк, өй биргән, һыуын эскән еребеҙ. 11октябрь - Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөн билдәләйбеҙ. Йөҙ йыл, йөҙ йәш тула. Тыуған илем - иң матур иң саф һауалы ҡояшлы ер. Мин тыуған илемде яратам, ғорурланам, сөнки ошо ерҙә тыуып үҫкәнмен.


Тәбиғәте шундай матур һоҡланғыс. Урманға йәй көнө барабыҙ, еләктәр бик күп теҙелешеп ултыралар, ҡып-ҡыҙыл булып, еләк еҫе шундай тәмле ашағы килеп тик тора. Үҙ тыуған телемдә һөйләшергә, матурлыҡты күрергә өйрандем.


Минә Рәми Ғариповтың туған тел шиғыры бик ныҡ оҡшай.


Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай ынйы йыямын

Йыямында йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуғала мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел,

Көслө лә ул,бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!



Башҡортостандың ете мөғжизәһе бар: Башҡорт ҡурайы, башҡорт балы, С.Юлаев һәйкәле, Урал батыр эпосы, Янғантау шифаханаһы, Красноусол шифаханаһы. Миңә лә үҙ илем ҡәҙерле, матур, йәмле. Яратам мин Башҡортостанымды һәм ғорурланам!!!

Зөлхизә Сабитова.

Читайте нас: