Бөтә яңылыҡтар

Көнһылыу Сөләймәнова

Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы әле хаҡлы ялда. Тыуған ере - Беренсе Этҡол ауылы, ә килен булып төшкән һәм торған ере - Икенсе Этҡол.

Башҡортостан - Баш йортобоҙ. Башҡорт халҡының бәрәкәтле, тыуған һәм көн иткән ере. Баш йортобоҙ бай, баллы, буҙалы, бишбармаҡлы, "Байыҡлы", Баймаҡлы, Бөрйәнле. Үҙ илен һөйгән, ҡәҙерен белгәндәргә ул бал һымаҡ татлы, һағыныу-һағыштан сарсағандарға һалҡын буҙа кеүек шифалы. Халҡымдың аш-һыу өҫтәлен һимеҙ йылҡы, һарыҡ итенең һурпаһында бешкән бишбармаҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Башҡорт бейеүҙәрен тергеҙеп, киләсәк быуындарға аманат итеп тапшыра "Байыҡ" конкурсы. Күпселек аҫаба башҡорттар Баймаҡта һәм Бөрйәндә йәшәй.


Алтын-көмөшлө, алҡын-һалҡын һыулы Ағиҙелле, унда йөҙгән аҡ пароходтар, ҡаяларындағы аҡ яурынлы бөркөттәр иле Башҡортостан. Әммә ҡиммәтле таштарҙан ҡәҙерлерәк миңә һинең хеҙмәт һөйгән кешеләрең. Арҙаҡлылар ере ул Баш йортобоҙ. Алдынғы ҡарашлы йәштәр үҫә һиндә,илем, һин -- уларға көс, дәрт биреүсе, матур киләсәккә әйҙәүсе.


Шағәле Шаҡман вариҫтары - шаян ҡыҙҙар, шәп егеттәр, шуҡ балалар иле һин, шат республикам. Шәйехзадалы, Шүлгәнле, шиханлы ер һин, Баш йортом. "Ап-аҡ алтын йырҙарын халҡы өсөн йырлаған" Бабич кеүек рухлы шағирҙар үҫә, һиңә дан йырлай улар. Әллә күпме быуатлыҡ тарихыңды һаҡлай шихандарың һәм Шүлгәнең.


Ҡыр ҡурайлы, ҡумыҙлы, ҡымыҙлы, ҡоротло, ҡобайырлы, ҡотло илем! "Башҡортостан" - тиһәләр, ҡурай моңон, ҡумыҙ сыңын ишеткәндәй булам. Ҡымыҙ тәмләгән һәр кемдең күҙ алдына ҡылғанлы киң далалар, унда утлаған йылҡы өйөрө, башҡорт тоҡомло бейәләр, уларҙы һауыусы егәрле килендәр, аҡ күбекле һөттөң көбөләргә ҡойолоуы киләлер. Ҡорот - халҡымдың милли ризығы. Яуҙа йөрөгән батырға ла, кейек аулаған һунарсыға ла көс -ғәйрәт биргән ул ҡорот. "Урал батыр" ҡобайырың яңынан тыуыуы туранан-тура беҙҙең ауыл менән бәйле. Тап унан алыҫ булмаған утарҙа Мөхәмәтша Буранғолов Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәрҙән бөйөк ҡомартҡыны яҙып ала. Ауылдашыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, доцент Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы эпосты тәржемә итеп туғандаш төрки халҡына танытты. Теле яңы асылған балалар ҙа, сал сәсле өлкән быуын кешеләре лә ҡобайырҙы уҡый, яттан һөйләй, уның буйынса халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, тормош ҡанундарын өйрәнә.


Олатайҙар, остаздар иле һин, Ватаным. Күпме быуын һиндә ғүмер кисергән, һәр береһе өй һалған, ағас ултыртҡан, балалар баҡҡан. Күпме остаз килеп киткән был ергә, уларҙы һанап, яҙып бөтөрлөк тә түгел. Беҙгә уларҙың ғилемен өйрәнеү, артабан үҫтереү зарур.


Рухлы ил Баш йортобоҙ. Башҡортомдоң рухы бер ҡасан да һүнмәһен, күңеле көр, ниәттәре һәр саҡ изге булһын уның.


Талантлы, таһыллы, татыу илкәйем. Халҡым һәр яҡтан да һәләтле: бейеүсе, йырсы, ҡурайсы, ҡумыҙсылары донъя сәхнәләрен яулай, башҡорт сәнғәтенең бәҫен арттыра, баһаһын күтәрә. Таһыллы көрәшселәре менән дә дан тота республикам. Һиндә төпләнгән төрлө милләт кешеләре бер - береһенә ярҙам итеп, ҙур татыу ғаилә булып йәшәйҙәр.


Олпатһың һин, Башҡортостаным!
Сал сәсле, тос аҡыллы, оло тәжрибә туплаған йөҙйәшәр уҙаман һин, илгенәм.


Сабыр, сыҙам, саф, сәсәнле, Салауатлы ерем - сыңрау торналар иле. Халҡымдың сабырлығына саф алтындан һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ниндәй генә ғәрәсәттәр, фажиғәләр күтәрмәнең үҙ иңеңдә - бөтәһен дә ҙур сыҙамлыҡ менән күтәрҙең, күңелең гелән саф ҡалды. Байыҡ Айҙар, Салауат, Мөхәмәтша, Ғәбит, Хәмит, Шәһәрғәзе кеүек сәсәндәре булған ил һис бер ҡасан хур булмаҫ.


Темәсле, Талҡаҫлы, Торатаулы ул минең тыуған ерем. Эйе, тап Темәс ауылы - бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән республикамдың тәүге баш ҡалаһы. Талҡаҫ күле - Башҡортостандың йөҙөк ҡашы. Уның тулҡындары, Ирәндектең һәр ташы күпме сер һаҡлай икән үҙендә?! Төрлө мәлдәрҙә ғүмерең ҡыл өҫтөндә ҡалған Торатауым, мәңге тор һин илем ғорурлығы, намыҫы булып.


Аҡмулланы, Абдразаҡовтарҙы үҫтергән ер ҙә ул Башҡортостан. Башҡорттарын аң - белемгә өндәгән Аҡмулла эҙҙәрен һаҡлай ауылым урамдары. Сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиев үҙенең көндәлектәрендә Аҡмулланың Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған һабаҡташы Таһир Дәүләтшиндәргә килеп йөрөүе тураһында яҙа. Башҡорт кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡов музыкаға, йырға булған һөйөүен улдары Илдар менән Асҡарҙа ла тәрбиәләй алған. Улар икеһе лә - донъяға билдәле опера йырсылары. "Аҡбуҙатлы" , "Аманатлы", "Ағиҙелле", тимәк, нәшриәтле, шулай булғас, күп уҡыусы, мәғлүмәтле республика ул Башҡортостан.


Намыҫлы егеттәр, наҙлы ҡыҙҙар яҡшы тормошта йәшәү өсөн бөтә көсөн һала: белем ала, эшләй, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Ҡыҫҡаһы, илем киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип әйтә алам. Ҡыштарын аҡ, яҙҙарын гөллө, йәйҙәрен йәмле, көҙҙәрен моңһоу нағышҡа төрөнә ғәзиз тыуған ерем. Тарих йомғағының ҡайһы ебен һүтһәң дә, урта йортом - районым, кесе йортом - ауылым яҙмышы Баш йортом - Башҡортостаным менән тығыҙ бәйләнгән. Ул - балаларымдың бишеге, минең булмышым.Киләсәктә лә хаҡ яҙмышым, ғүмер ебем һинең йылы тупрағыңдан айырмаһын, тип теләйем.


Байрамың аҡ, шатлыҡлы, ҡотло, оло, рухлы, тылсымлы, олпат, сәмле, тантаналы, аяҙ, нәзәҡәтле булһын, Баш йортом - Башҡортостаным! Дан йырланы һиңә, йөҙйәшәр Ватаным, меңдәр араһынан бер ҡыҙың - ябай ҡатын, әсәй, ҡартәсәй.

Көнһылыу Сөләймәнова.


Читайте нас: