Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Нәрисә Уйылданова

Нәрисә Миртимер ҡыҙы Уйылданова Әбйәлил районының Рауил ауылы килене. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Иптәше Тәлғәт менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. "Мин дә үҙем килен булып төшкән Рауил ауылының тауҙарына хайран ҡалып, тарих биттәрен барлап сыҡҡандан һуң, һүҙемде әйтергә йөрьәт иттем. Ижади яҙмала тауҙар тарихы ғына түгел, ауыл яҙмышы ла һүрәтләнә", - ти ул.

Тарих һаҡлай һәр бер тауы...


Ғорур тауҙар ышығында

Һаҡланып ел-дауылдан,

Рауил тигән матур ауыл

Балҡый әллә ҡайҙарҙан.

Тарих һаҡлай һәр бер тауы,

Бәләғаҙа, Алатай...

Ирек даулап, йән аямай

Һуғышҡандыр олатай...

Төрлө сәскәгә күмелеп,

Балҡып ята туғайҙар,

Сейә, еләк, баланына

Ҡарап күҙҙәр ҡамашыр.

Ҡыҙыл буйы йәшел сирәм,

Ярҙарын биҙәй ағас,

Тал-тирәктә ҡанатланып

Һайрай таңда һандуғас.

(Уйылданова Н.)



Гүзәл тәбиғәтле Башҡортостандың күлдәргә бай Әбйәлил районы Рауил ауылына килен булып төшөүемә хәҙер инде ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтеп киткән. Тәбиғәте менән генә түгел, талантлы, эшһөйәр кешеләре менән данлы был төбәк. Ауылды тирә-яҡтан береһенән –береһе бейегерәк һәм күркәмерәк ғорур һәм серле тауҙар уратҡан. Ошо ғәжәп һәм серле тауҙарға әле булһа ла һоҡланып туймайым, хайран ҡалам. Бәләғаҙа, Айранды, Торпай, Бейәғаҙа, Алатай... Һәр бер тау, таштың иҫ киткес мәғәнәле тарихы һәм легендалары бар...

Һәр тарихи дәүер был тауҙарға үҙ эҙен ҡалдырып үткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда мал-тыуарға аҙыҡ бик наҡыҫ тейгән. Шундай көндәрҙең береһендә Бейәғаза тауында аслыҡтан әлһерәп хәле бөткән йылҡы малын күреп ҡалғандар. Ул бахырҡай ҡая ташҡа һыйынып ҡына йән биргән. Ошо аяныслы хәлдән һуң был тауҙы бейә ҡазаланған тау, йәғни Бейәғаза тип атап йөрөтә башлағандар.


Бейәғаза тауы әлеге ваҡытта бөтә донъяға билдәле. Бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Тауҙан осор өсөн алыҫ-алыҫ яҡтарҙан дельтапланистар килә. Улар ошо тауҙа һауа ярыштары үткәрәләр. Бынан тыш ул ишелеп үҫкән шифалы артышы менән дә билдәле. Мәғрур тау итәгенән йыл әйләнәһенә балалар ҙа, ололар ҙа өҙөлмәй. Яҙ һәм йәй көндәре ял итергә, экскурсияларға барһалар, ҡышын рәхәтләнеп сана, саңғыла шыуып кинәнәләр.

Бейағаза тауының көнбайыш битләүендә Әбейүткән тигән тау ҡыуышы бар. Уның ҡыҫҡаса тарихы былай. Борон башҡорттар менән ҡаҙаҡтар, бер-береһенә барымтаға барып, үҙ-ара ыҙғышып йәшәгәндәр. Ҡаҙаҡтар Яйыҡ йылғаһының көнсығышында, ә башҡорттар көнбайышында көн иткән. Улар бер-береһенең малын ҡыуып алып киткәндәр. Ә халҡын ҡол иткәндәр. Шуға ла был яҡтарҙа бейек тау баштарында ҡарауылдар торған. Ҡаҙаҡтар килеп күренеү менән урман эстәренә, тауҙар араһына йәшенер булғандар. Ул ваҡыттарҙа Бейәғаза тауы урман менән ҡапланған булған. Шулай бер ваҡыт, ҡаҙаҡтар килеп ябырылғас, ауылдың ир-егеттәре дошманға ҡаршы яуға сыҡҡан, ә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар Бейәғаза тауының ҡая таштары араһына инеп йәшеренгән. Ләкин ҡаҙаҡтар быны һиҙеп ҡалғандар һәм бер төркөм һуғышсыларын уларҙың арттарынан ебәргәндәр. Ауылдың оло йәштәге бер ҡатын-ҡыҙы, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, текә ҡаяның киртләсен үтеп, тау ҡыуышына инеп ултырған. Киртләсте үтергә тырышып, килеп күренгән һәр бер ҡаҙаҡ һуғышсыһын уҡтан атып ҡаянан ҡолатып төшөргән. Шулай итеп, ул ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын ҡоллоҡҡа ҡыуып алып китеүҙән һаҡлап алып ҡалған. Әбейүткәнташ тигән исем шунан ҡалған тиҙәр. Ул ташты хәҙер Иҙәш Ҡусҡары һәм Рауил ауылдары араһындағы юлда күрергә була.


Ишҡол ауылы яғына киткән юлдың һул яғындағы тау битләүендә урынлашҡан Алатай тауындағы Ғәйзә ташының тарихын тыңлағанда күҙҙәрҙән йәштәр килеп сыға...

Бынан бик күп йылдар элек Рауил ауылына йәш, һылыу, уңған Ғәйзә исемле ҡыҙ килен кеше баш баҫып, һары таңдан ҡара кискә тиклем алһыҙ-ялһыҙ, тауыш-тынһыҙ, өнһөҙ иренә, ҡайны-ҡәйнәһенә бер ауыҙ ҡаршы һүҙ өндәшмәҫ, хеҙмәтсе, ҡол хәлендә булған. Ғәйзәнең өлөшөнә лә, иңенә лә шундай ауыр, аяныслы бәхетһеҙ яҙмыш, тәҡдир тура килгән. Уның ҡәйнәһе яһил, яуыз, ҡанһыҙ, тәккәбер, ҡара йөрәкле, таш бәғерле, һөмһөҙ, ҡан эскес, емрек ҡашлы, мыжыҡ, тәмһеҙ, әсе телле, ҡәнәғәт була белмәҫ ҡарсыҡ булған. Ә тормош иптәше Нуриәхмәт, киреһенсә, йомшаҡ, әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтә белмәгән, яратҡан кәләшен яҡлаша ла белмәгән бер мәмәй ауыҙ ир йораты булған. Нуриәхмәт көндәр буйы көтөү көткән. Кәләше уға көн дә төшкө аш килтергән. Ошо мәлдәр генә бәхетһеҙ йән Ғәйзә өсөн ысын мәғәнәһендә байрам да, күкрәк тултырып тын алыр мәл дә булған. Иренең тамағын туйҙырып, һауыт-һабаһын йыйыштырғас, йәш ҡатын аҡ ҡына таш өҫтөнә ултырып ҡалын толомдарын тағатып, тарап, матурлап үргән. Һағышлы йырҙар йырлап, зәңгәр күккә бағып, тыуған яғына иҫкән шаян, йомшаҡ елдәргә өндәшкән. Улар аша ғәзиз ата-әсәһенә, туғандарына сәләм ебәргән. Тәҡәтен ҡоротҡан, иҫен алған, хәлен бөтөргән бәхетһеҙ, ҡараңғы тормошо тураһында уйланған, уны ҡәһәрләгән. Иренән рөхсәт һорап, яратҡан аҡ ташы эргәһенә бөгәрләнеп ятып иҙерәп, сабыйҙарса онотолоп, бер аҙға ғына үҙен бәхетлегә ҡуйып, серем итеп алыр булған. Ниндәй төштәр күрҙе икән ул? Бала кеүек кенә онотолоп, хәтфә йомшаҡ йәшел үлән өҫтөндә, ҡулын баш аҫтына һалып, төшөндә булһа ла, йылмайып ҡына йоҡлап ятҡан кәләшенә ҡарап, Нуриәхмәт ниҙәр тураһында уйланды икән? Уйландымы икән ул? Ғәйзә һылыу ғына шундай хоҡуҡһыҙ йәнле ҡурсаҡтай, арыу-талыу белмәгән тимер робот кеүек булдымы икән ни? Юҡтыр... Меңләгән, миллионлаған уның кеүек килендәр шундай аяуһыҙ, ауыр, нурһыҙ, бәхетһеҙ яҙмышлы булғандарҙыр... Ә ниңә ата-әсәһенә ҡасып ҡайтмағандар?..


Ғәйзәне ял иттергән, әҙгә генә михнәттәрен онотторған таш халыҡ телендә Аҡташ тип тә, Ғәйзә ташы тип тә йөрөтөлөп, беҙҙең көндәргәсә шундай исеме һаҡланып ҡалған.

Ауылдың көньяғында, Ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡҡас та, 100 метр алыҫлыҡта Бәләғаҙа тауы күкрәк киреп ултыра. Ололарҙың һөйләүенсә, элек Ҡыҙыл йылғаһы ташып, тау битен йыш ҡына йыуып торған, шунлыҡтан ул бик бейек һәм текәгә әүерелгән. Ҡасандыр ҡаҙаҡтар башҡорт еренә һөжүм иткән. Башҡорттар тауҙың көнсығыш битенән Ҡыҙыл йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан булалар. Ҡаҙаҡтар һуғышып барып, Бәләғаҙа тауҙың уртаһына килеп еткәнсе, күп ғәскәрҙәрен юғалтҡан. Башҡорттар ҙа күп ҡырылған, ләкин тауҙы бирмәгәндәр. Шул һуғыштан һуң был тауға Бәләғаҙа тип исем биргәндәр.


Ауылдың көнсығыш битләүен өс тәрән үҙәге булған Торпай тауы биҙәй. Ул мин килен булып төшкән 90-сы йылдар уртаһында емешкә бик тә бай тау ине. Ҡыр сейәһе, ер еләге, ағас еләге ( малина) шул ҡәҙәре ишелеп уңды. Тауҙы ауылдан тура барғанда бер саҡрым алыҫлыҡта ҡояш сыҡҡанын ҡаплап “тырпайып” торғанға “тырпай”, һуңынан “торпай” тип йөрөтә башлайҙар. Тау уртаһындағы тәрән үҙәктән шишмә ағып сыға ла, яр аҫтына төшөп китә, өс-дүрт йөҙ метрҙан кире өҫкә сығып, Ҡараһыуға ҡоя. Тауҙың иң башына менеп, Ҡараташҡа баҫып тирә-яҡты күҙәтеүе –үҙе бер кинәнес. Унан Бөрсөнсө, Атауҙы күлдәре, хатта Сыбаркүл дә күренә. Яҡын-тирәләге бар ауылдар, йәйрәп ятҡан баҫыуҙар, Магнитогорск ҡалаһы ла ус аяһындай кеүек тойола. Ирәндек тауҙарын, Күсемташ ҡаяһын да был тауҙан күҙәтергә мөмкин.

Ауылдың көньяҡ-көнсығышында береһе бәләкәй, икенсеһе Торпай тауынан ҡалышмаған ике тау тора. Был тауҙарҙы Бәләкәй һәм Оло Айранды тип йөрөтәләр. Был тауҙар тураһында шундай риүәйәт йөрөй.


Дошмандар уртуй буйлап килгәндә, күп кенә башҡорт яугирҙары уларға тауҙан һөжүм иткәндәр. Ҡаҙаҡтар, Ҡыҙыл йылғаһы буйлап һуғышып килеп, тауҙы уратып алалар. Бер аҙналай һуғышҡан, һыуһаған яугирҙарға тауҙан төшөп, һыу алырға мөмкинлек булмаған, ә тауҙың үҙендә шишмәләр юҡ. Ауыл халҡы һыуһаған яугирҙарға һыу урынына айран эшләп, нисек тә булһа тауға мендергәндәр. Яуҙан һау ҡалғандар һуңынан былай һөйләгәндәр:” Әгәр ҙә шул айранды һыу булмаһа, беҙ тере ҡалмаҫ инек”. Шул ваҡыттан бирле ул тауҙы Айранды тип йөрөтә башлайҙар.


Бөтә ил кисергән ауыр йылдарҙы Рауил ауылы халҡы ла кисергән, бирешмәгән һәм әле лә гөрләтеп донъя көтәләр. Һоҡланғыс һәм татыу ғаиләләр бик күп бында. 1972 йылда көслө янғын булып 20 минут(!) эсендә ауылдың яртыһы янып юҡҡа сыға. Яңы ғына төҙөлгән ауыл клубы һәм магазин яна. Ауыл халҡы был фажиғәне лә күтәреп сыға. Ошонан һуң өс йыл үтеүгә көслө ҡоролоҡ та һындырмай рауилдәрҙе.


Ниндәй генә һынауҙар булмаһын, мин ауыл халҡын ғорур тауҙарға тиңләйем: ғорурҙар, түҙемлеләр һәм эшһөйәрҙәр. Тауҙар төҫлө бер-береһенә ҡалҡан булып дуҫ-татыу йәшәйҙәр, ауыр саҡта ярҙамға ашығалар.


Йәштәр ҙә күпләп төпләнә был ауылда, береһенән береһе матур һәм бейек йорттар ҡалҡып сыға, балалар тыуа. Етем ҡалған балаларҙы ла ҙа үҙ ҡосағына алған был ауыл. Рауилдә балалар йорто урынлашҡан, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр бар күңел йылыһын биреп, әсәләрсә хәстәрлек менән һөйөү менән бағалар. Талантлы балалар менән дә ғорурлана алабыҙ. Балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Зарема Шәйхетдинованың “Һин супер!” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында финалға үтеүе –үҙе генә ни тора!.. Ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған аяныслы яҙмышлы балалар күңеленә юлдар табыу һәм уларға дөрөҫ тәрбиә биреү бурысы минең иңемә лә төшкән. Ошо ауылда йәшәп, балаларға аң –белем биреп йәшәүем менән мин дә ғорурланам...

Тауҙарға бай даланлы ерҙә минең дә береһенән –береһе ғәзиз дүрт баламдың тыуыуы-үҙе үк оло бәхет. Йыл әйләнәһенә тиерлек мәғрур ҡаялы тауҙарына сәйәхәт ҡылабыҙ, тәбиғәтенә һоҡланабыҙ, емеш-еләгенән ауыҙ итәбеҙ, шифалы һыуында ҡойонабыҙ, төрлө дарыу үләндәрен йыйып, йәшәүгә көс-дәрт алабыҙ. Улым Фәнүр ошо ғәжәп тәбиғәт күренештәрен үҙенең һүрәттәрендә сағылдырһа, Эльвина ҡыҙым тәбиғәт тураһында төрлө ижади әҫәрҙәр тыуҙырып, беҙҙе ҡыуандыра. Һәр бер сәйәхәтте фото һәм видеоға төшөрәбеҙ, иҫтәлек итеп һаҡлайбыҙ.


Ошо ғәжәп изге ер бөтә донъяға билдәле күп кенә кешеләр эҙен һаҡлай. Билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллинды исемен телгә алыу ҙа етә. Ғәжәп талант эйәһенең йортон мәсеткә әйләндерҙеләр, хәҙер ул ауылыбыҙға йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Йома һайын аҙан тауышы яңғырай, кешеләрҙе иманға әйҙәп, ауыл күрке булған тауҙарҙы урап әйләнә.

Күпте күргән тауҙар ниҙәр күреп, нимәләрҙе кисермәгәндер ҙә... Тәҙрә аша тағы тауҙарыма күҙ һалам, ниндәй генә заманалар булыуға ҡарамаҫтан, һаман шул көйө ғорурһығыҙ, бөйөкһөгөҙ, ауылды бәлә-ҡазаларҙан ҡалҡандай һаҡлап тораһығыҙ тип өндәшкем килә. Иҫ киткес шанлы тарих һәм матурлыҡты үҙендә һаҡлаған мәғрур тауҙар теҙмәһен ейән-ейәнсәрҙәргә лә күрергә насип булһын ине. Киләсәк быуынға да ошо тауҙар кеүек оло бейеклектәргә күтәрелеп, тыуған ер, ғәзиз ил һәм данлы Ватаныбыҙҙы һаҡлап һәм данлап , йәшнәп йәшәргә насип булһын.


Тауҙар, тауҙар!

Ҡайһы тау бейек?-тип,

Мин Уралға тағы ла ҡараным.

Тик тапманым шул тауҙарҙа тыуған

Шатлыҡтан да бейек ҡаяны!

Ғ.Сәләм.

Нәрисә Уйылданова.


Читайте нас: