Бөтә яңылыҡтар

Миңзәлә Сирғәлина.

Миңзәлә Сирғәлина сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан. Һәмән ауылына килен булып төшөп, шунда ғүмер итә. Әйткәндәй, Миңзәлә беҙҙә үткән "Йөрәгемдә - һөйөү ялҡыны" конкурсында ла еңеп сыҡҡайны.


Ҡар һыуҙарын эсергә ашҡынып ҡайтҡан ҡоштар хәлен нығыраҡ аңлайым мин хәҙер. Бәхет, алтын тәхет эҙләп, үҙәккә үткес ҡыш һалҡындарына "үсегеп " мәңге йылы, ҡояшлы яҡтарға сығып киткәйнем.


Диңгеҙ һыуы, ҡомло пляждар, кокос һыуы, банан - манго тәме тартты үҙенә, ымһындырҙы. Әсәйемдең күҙ йәштәре аша "китмә, балам! " - тиеүе лә, атайымдың ауыр көрһөнөп ҡуйыуы , хатта дуҫтарымдың "һарғайырһың бит !" - тиеүе лә юлыма арҡыры тора алманы. Оторо шаштым!


Юл сумкамды кейем-һалым менән шыплап тултырып ашҡындым юлға. Әсәйемдең күстәнәс итеп кипкән ҡорот һалыуын яратмай, алып бер нисәүһен кире ҡалдырҙым. Үпкәләнеме икән шул саҡ әсәйем? Тик бер йомарлам баш ҡоротон ғына күңеле өсөн тип сумкамдың төбөнәрәк тыҡҡан булдым. Барыбер ашамаҫмын инде!


Ашҡынам! Таҡыр юлдан елгән машинанан алдараҡ елбәҙәк уйҙарым елә!

Ете ҡат һауа аша осҡан самолеттан алда бара бейек хыялдарым! Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәрҙе күрергә осоноп күҙҙәрем ҡамаша!

Ниһайәт! Ҡыҙыу ҡояш, пальма ағастары, диңгеҙ еле, аҡсарлаҡтар, ят ризыҡ тәме, бөтмәҫ йылы, сит йөҙҙәр һәм ят телдәр... Танһыҡ ине ят ерҙәр. Тик тиҙ бүктерҙе барыһы ла.

Скайп аша туғандарымдың аралашыуын, әсәйемдең йөҙөн, "ҡыҙым!",-тигән һүҙен ишетергә тилмереп көтөүҙәр башланды. Һалҡын ғына бәхетле йөҙҙә һөйләшәм дә, аҙаҡ йөҙ түбән йығылып илайым. Һағындым! Сумкам төбөндәге бер баш кипкән ҡороттто ҡырҡҡа бүлгеләп тел осомда тәмләп кенә имәм. Әсәйемдең ҡулы әүәләгән, үҙ еремдең һуты һеңгән аҡ, шул тиклем тәмле, туйғыһыҙ! Эх, нишләп кенә шул ҡороттарҙың барыһын да алманым икән?


Ауыҙ асып үҙ телемдә туйғансы һөйләшке килә, туған яҡ төҫөн һаҡлаған фотоларҙы ҡырҡ әйләндереп ҡарайһың, күңел тула,йыр - көйҙәрен һыуһап тыңлайһың, һағыныуҙар оторо арта...

Юҡ! Ахры мин былай йәшәй алмам башҡаса! Ҡайтам!

Тыуған яҡтарыма ҡайтам!

Бәхет тә, алтын тәхет тә кәрәкмәй!


Тағы ла юлға йыйынам.

Бер ай ғына ҡырҙа —- ҡояшлы илдә үткән ғүмеремдең бер сәғәте, бер минуты тыуған яҡтарымды уйламай үтмәне. Ҡанаттары ҡайырылған ҡоштай ҡыуарып ҡалырмын юҡһа был ҡырҙарҙа.

Ҡайтырға! Мотлаҡ ҡайтырға!

Һауа ярып тыуған яғыма табан осҡан самолеттан алда барам кеүек үҙем.

Мин ҡанатлы!


Аэропортҡа килеп ҡуныу менән, трап тупһаһына баҫып үҙ һауамды һулап туя алмайым. Һәр ишек, һәр йорт, һәр йөҙ таныш кеүек, үҙ - ара һөйләшкәндән ишетелеп ҡалған тауыш күңелемә майҙай яғыла...


Телефонымда таныш һандарҙы йыйып :" Әсәй! Мин ҡайттым! Китмәҫкә тип ҡайттым! Һағындым бит!" - тип яр һалам. Әсәйемдең ҡыуанысын күҙ йәштәрем аша тыңлайым...


Асфальт юлдан алға елгән машинанан алда тағын шул уйҙарым елә. Юл ситендәге ялбыр аҡ ҡайындар һомғол буйҙарын һығылдырып, суҡтарын елберләтә. "Ҡайттыңмы, ҡыҙый? Ҡайттыңмы?" - ти кеүек улар ҙа. Аяҡ табандарым ергә тейгәс тә ер йылыһын тойоп алдым. Элек нисек һиҙмәгәнмен?!


Бар ерҙә лә бер ҡояш тиҙәр. Ә минең тыуған еремдең ҡояшы башҡаса. Аяуһыҙ түгел ул, йылы, иркә генә.

Атлайым.

Алда - тыуған йортом.

Унда минең иң ғәзиздәрем -атайым һәм әсәйем...


"Беҙҙе тоҙло диңгеҙ һыуына алмаштырҙыңмы?",- тип үпкәсел ҡарай кеүек йылға - күлдәрем, "аҡсарлаҡ моңо моңлораҡмы?" - тип һорарҙай һандуғастарым...


Киң ҡырҙарым һутын һеңдергән, үҙ әсәйем ҡулдары әүәләп һалған икмәктән дә ҡимммәтлерәк ризыҡ бармы икән? Юҡтыр!


Аҡман-тоҡман бурандарына ҡарамай ашҡынып ҡайтҡан ҡоштар хәлен аңланым мин хәҙер. Яҙ һыуына ғына түгел, һағыныуына түҙмәй ашҡына икән был ҡошсоҡтар. Ҡош телдәрен аңлай алмайым, әммә осор юлдары буйына уларҙың суҡыштары "беҙҙең тыуған еребеҙ - Башҡортостан" - тип дерелдәп киләлер кеүек, хәйер, ил сиген үткәс үҙем дә ошо ҡоштарҙай күҙ йәштәремә быуылып ауыҙ эсемдән "мин -Башҡортостандан" тимәгәйнемме ни?!

Үҙ илеңдә йәшәп, үҙ телеңдә аралашыуға, үҙ икмәгеңдең тәмен тойоп йәшәүгә ни етә?

Мин шуны яңы аңланым.

Миңзәлә Сирғәлина.

Читайте нас: