Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Бүләкәнова.

Гүзәл Радик ҡыҙы Бүләкәнова - Сибай ҡалаһы һылыуы. Иншаһында тыуған еренә дан йырлай.

Башкортостан – нурлы ил.


Башкортостан – данлы ил.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел

— Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..


Минең тыуған ерем - Башҡортостан. Мин ошо матур ерҙә тыуғаныма сикһеҙ ғорурланам. Башкортостан тәбиғәте шул тиклем матур, бай Урал тауҙар араһында урынлашҡан гүзәл ер. Беҙҙең республикабыҙ матур тәбиғәте менән генә түгел, ә күп милләтле булыуы менән дә айырылып тора. Бында борон-борондан башҡорттар йәшәгән һәм йәшәй. Башҡорттар - киң күңелле халыҡ. Улар электән үҙ ерҙәренә рустарҙы, татарҙарҙы, сыуаштарҙы һәм башҡа халыҡтарҙы һыйындырған: бөтәһе менән дуҫ йәшәй. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә һөйләшергә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш. Тыуған ер төшөнсәһен туган телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.


Минең туған телем - башҡорт теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм.Үҙ туған телен белмәгән кеше үҙенең тамырын онота, милләт вәкиле булыуҙан туҡтай. Шуның өсөн беҙҙең ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен, үҙ туған телендә һөйләшһен өсөн ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән. Әммә туған телен һаҡлап ҡалған. Башҡортостан борон-борондан сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төйәк. Был тарихты беҙгә өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Башҡорт халҡы, ысынлап та, быуаттар буйына азатлыҡ өсөн көрәште, үҙебеҙ йәшәгән гузәл Башҡортостан Республикаһын төҙөнө. Юҡҡа ғына ”Иле берҙәмдең-көнө берҙәм”, тип әйтмәгәндәр. Милләттәр үҙ-ара дуҫ йәшәһә, уларҙы алдағы көндәрҙә лә бәхетле, яҡты тормош көтә. Башҡортостан - таулы ил, урманлы һәм данлы ил. Мәғрүр Урал тауҙары ил уртаһынан алтын умыртҡа һөйәгеләй тартылған. Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙар ул - Урал тауҙары. Донъя яратылғандан уҡ башҡорт халҡы ошо ерҙә йәшәгән, изге Тәүтөйәгебеҙ ул күк Урал. Урал тауҙары! Ниндәй мөғжизә!

Бөтөн доньяға танылған Шүлгән таш мерйәһе. Ул тәбиғәт ҡомортҡыһы генә түгел, ә берҙән-бер күргәҙмә. Ул Ағиҙелдең уң ярында, Бөрйән районында урынлашҡан. Башҡортостан республикаһы шифалы һыуҙар иле! Красноусол минерал һыуы һәр бер табында. Башҡортостан картала бәләкәй генә күренһә лә , ере бар яҡтан да бай. Сикһеҙ йәшел урмандары, киң яландары, таш ҡаялары, күлдәре-йылғалары, йәнлек-ҡоштары үҙе генә ни тора! Еребеҙҙә ҡунаҡсыл, эшлекле халыҡ йәшәй. Ең һыҙғанып ҡорот, ҡымыҙ, буҙа етештерәләр. Ҡымыҙ - көс бирә торған тәмле эсемлек. Был ғәжәп эсемлектең дауалау һәләте лә ҙур. Ә шифалы, тәбиғи башҡорт балы илдә дан яулаған. Башҡортостанда алтын табыу ерҙәре лә бар. Күп кенә завод-фабрикалар, етештереү цехтары төҙөлгән.


Беҙҙең Башҡортостан бөтөн яҡтан да үҫешкән. Ә беҙгә ошо матурлыҡты бысратмай, әрһеҙләмәй, ҡәҙерен белергә кәрәк. Бына ошондай ул минең бай тарихлы, бай тәбиғәтле, бай халыҡлы тыуған илем Р.Ғариповтың "Бына минең тыуған ер был”- тигән шиғыры менән тамамлайһым килә:

Бына минең тыуған ер был -

Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән.

Тыуып үҫкән, һыуын эскән Ерем минең!..

Һине күреүҙән –

Күм-күк үләнеңә ятып,

Туйғансы бер килә илағым.

Ҡая таштарыңа менеп,

Бер ҡысҡырып килә йырлағым.

Гүзәл Бүләкәнова.


Читайте нас: