Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
20 Март 2019, 17:01
Фәриҙә Мөхәмәтова.
Фәриҙә Рафиҡ ҡыҙы Мөхәмәтоваға 59 йәш. Ул Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәй. Ҡыҫҡа ғына иншаһында тәбиғәттең бар матурлығын сағылдырған.
Тыуған илем-Башҡортостан!
Мин Башҡортостан тигән иң матур, иң хозур, текә, ғорур, баһадирҙай олпат, имән ағасындай ныҡ, башҡорт ҡыҙындай һомғол, бал ҡортондай гөрләп торған илдә йәшәйем.
Минең Башҡортостаныма тиңләшерлек ер юҡтыр, тип уйлайым.
Әбйәлилем ғәзиз еремдә
Ҡыҙылым һуҙылып ята,
Баймағымда - бай яғымда
Һаҡмарым тулҡынлана.
Ә күлдәрем - улары бит, әйтерһең дә, егет менән осрашырға килгән зәңгәр күҙле, зәңгәр күлдәкле оялсан бер ҡыҙ. Ҡайындарым, һуң ҡайындарым, тау итәгенә уйынға сыҡҡан ҡыҙҙар кеүек шыбыр-шыбыр киләләр. Тауҙарым - Уралым менән Ирәндегем башҡорт егеттәрендәй ныҡ баҫып торалар. Халҡым ошо матур илдә гөж килеп тормош көтә. Олатай-өләсәйҙәргә баш эйә, уларға дан йырлай, ә балалар атай-әсәйҙәрҙе хөрмәт итә, уларҙы ҡәҙерләй. Илем өсөн иң шәбе тыныс йәшәү, татыу булыу. Матур ҡыҙҙарың һәм батыр улдарың һине һис ҡасанда бер кемгәлә бирмәҫ, һиңә дан йырларҙар һәм донъя көтөрҙәр.
Башҡортостаным һиңә минең иманым камил!
Фәриҙә Мөхәмәтова.
Әбйәлил районы Буранғол ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла