Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эльвина Уйылданова.

Эльвина Тәлғәт ҡыҙы Уйылданова Әбйәлил районының Рауил ауылынан. Бушап ҡалған йылғаға ҡарап әсенһә, тыуған еренең матурлығынан көс, дәрт, илһам ала ул. был турала өйҙә көтөп торған һеңлеһе менән әсәһенә лә әйтә. Иншаны сайттан уҡып, Эльвина өсөн тауыш бирегеҙ!

Тыуған төйәк-йәнгә сихәт

...


Торналар килеп киткәнсе,
Ағас япраҡ һипкәнсе,
Тупраҡты биҙәп өлгөрә
Нисә мең төрлө гөл генә.
Аяҡ баҫһаң, үләндәре
Торғаны бәрхәт инде,
Шул тупраҡта тыуып-үҫеү
Үҙе бер бәхет инде.
( Мостай Кәрим)



Мин ғорур тауҙар уртаһындағы бик матур Рауил ауылында йәшәйем. Бында миңә бөтә нәмә лә яҡын. Ни өсөн тиһегеҙме? Әйе, мин ошо ерҙә тыуғанмын, әсәйем мине ошо ерҙә һөйләшергә, ҡулымдан тотоп атларға өйрәткән. Бигерәк тә тәбиғәте серле һәм ҡыҙыҡ. Ундағы һәр һуҡмаҡ, ағас, ҡыуаҡ, ҡошо, хатта бөжәге лә миңә таныш. Улар минең менән һөйләшә белә. Сөнки беҙ ғаилә менән һәр миҙгел еткән һайын тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ. Ундағы бар үҙгәреште күмәкләп күҙәтәбеҙ. Бына әле лә тыуған яғымдың тәбиғәтенә һоҡланып бәләкәй генә сәйәхәткә сыҡтым.


Иркен урам мине ҡаршы алды. Гөрләп торған урамдың исеме лә матур - Йәштәр урамы. Көнө буйына балалар тауышы яңғырап тора. Күңелле беҙҙең урамда. Бында һәр бер өйҙә кем йәшәгәнен яттан беләмен. Оло юлға аяҡ баҫтым, рәхәтләнеп атлайым. Күп тә барманым, Ҡыҙыл йылғаһы мине ҡаршы алды. Уның сылтырап аҡҡан тауышынан таныным, һаулыҡ һорашыуын да ишеттем. Серле йылға үҙ хәбәрен һөйләргә тотондо. Бына нимәләр һөйләне ул миңә: “Көҙ етте. Ҡоштар йылы яҡтарына китергә йыйына. Миңә күңелһеҙ булыр инде. Ағастар ҙа йоҡоға талыр. Ана бит йәшел күлдәктәрен сисеп, һары ,ҡыҙғылт төҫлөләрен кейгәндәр. Балалар ҙа хәҙер һыу буйына килеп сыр-сыу килеп һыу инмәйҙәр.
Э-э-эх,ҡалай күңелһеҙ ... Ә мин уны йыуатып шулай тип өндәштем: “Ҡайғырма,йылға, мин һинең хәлеңде гел генә килеп белеп торормон.” Шул саҡ йылға әллә ҡыуанды инде, сылтыратып ҡына көлгәндәй тауыш сығарҙы. Йылғаны үҙемсә йыуата алдым шикелле. Кипкән япраҡтары елгә шыбырлаған ағастар янына килеп баҫтым. Улар минең башымдан һыйпап яраттылар. Шаяныраҡтары башым тирәләй һикерҙеләр. Япраҡтарҙың сағыу төҫтәренән күҙҙәрем сағылды.


-Ниндәй матурһығыҙ һеҙ, япраҡтар! - тип һоҡланып өндәштем. Улар өнһөҙ генә баш сайҡанылар.


Тыуған яғым ағас-ҡыуаҡтарға бай: ҡайын, ерек, уҫаҡ, муйыл, тирәк, муйыл, энәлек, балан, ҡарағат, әлморон, сейә, хатта алмағас та бар. Улар тыуған төйәгемдең йәмле биҙәктәре. Йәнәш үҫкән ҡайын ағастары һомғол буйлы, ап-аҡ йөҙлө сибәр ҡыҙҙарға оҡшаған. Улар мине танып һелкенеп ҡуйҙылар.Уларға мин үҙ хәлдәремде сер итеп кенә һөйләп үттем. Тал ағастары эйелеп-бөгөлөп елгә бәүеләләр. Япраҡтары әле йәшел төҫөн ташламаған. Был тирәлә талдар күпләп үҫә. Унан ситән, кәрзин үргәндәрен беләм. Ана, алыҫтан муйыл ағасы саҡырып тора. Ул ыңғыраша ине. Ботағын һындырып киткәндәр икән. Һыҙлайҙыр тип шул һынған ботағын ҡулым менән һыйпаным, үҙемсә йыуатып һүҙ ҡуштым: ”Иламасы, муйылым, икенсе йылға тиклем моғайын төҙәлер яраң...” Балан, энәлек, әлморон ҡыуаҡтары емештәренә маһайып ултыралар. Ут кеүек балҡыйҙар. Мин уларға һоҡланып үтеп кенә китәйем тигәйнем, әлморон әнәләре менән кейемемдән эләктереп тотоп алды. Туҡтаным, емештәрен ашаным. Шундай тәмле бешкәндәр, ауыҙҙа иреп кенә торалар. Балан үтә әсе, энәлек емештәре тәмле генә. Баландан өләсәйем тәмле генә итеп бәлеш бешергәне бар. Әлморон, энәлектән әсәйем ҡышын ауырығанда дарыу ҡайнатып эсерә. Шунда уҡ һауығабыҙ. Бына ниндәй шифалы емештәр үҫә тыуған еремдә.
Сәйәхәтемде дауам итәм. Алда Бәләғаҙа тауы. Мин уға ла сәләмемде еткерҙем: ”А-һа-һай!... Һаумы!” Ул да миңә минең кеүек сәләмде ишеттерҙе. Тауға яҡын уҡ килдем. Итәгендә үҫкән сейә ҡыуаҡтары ҡыҙғылт төҫтәрҙә балҡып тауға йәм бирәләр. Оҙаҡ ҡына һоҡланып торҙом. Әллә берәй рәссам килеп төрлө төҫтәргә буяп киткәнме?...Селек ҡыуаҡтары ла күп бында, унан һепертке эшләгәндәрен беләм мин. Йорт тирәһендә бик тә кәрәкле әйбер. Көньяҡ- көнбайыш битләүҙәрендә ағас һәм ҡыуаҡтар күпләп үҫә.Төньяҡ- көнсығышында ағастар һирәгерәк. Бәләғаҙа-бик бейек тау. Мин был тауға бер-нисә тапҡыр менгәнем бар. Текә булғанға ҙур ыҙалыҡ менергә тура килә. Көньяҡ бите генә һөҙәгерәк. Күберәген шул яҡтан менәбеҙ.Төньяғынан һуҙылып киткән һуҡмаҡ буйлап атлайым. Аяҡ аҫтындағы һарғайған үләндәр шыбырлашып минең менән серләшә.Тирә-яғымды күҙәтеп, тәбиғәттең көҙгө матурлығына һоҡланып китеп барам. Һуҡмаҡтың уң яғынан баҫыуға киткән юл һуҙыла. Уның уңында текә яр. Ана шул ярҙа яңғыҙ алмағас үҫә. Мин уның менән күптән таныш инде. Был яҡтарға килгән һайын уның янына туҡтап хәлен белмәйенсә үтеп китә алмайым. Моңһоу ғына баш һелкеп күреште.


-Йә,һөйлә инде хәлдәреңде, - тип өндәштем. Ул минең менән серҙәрен бүлеште лә алмаһын һондо. Үпкәләтеп ҡуймайым тип, алма өҙөп ҡаптым. Бик тәмле алмаларың, рәхмәт,-тинем. Ул риза булды, япраҡтары менән битемдән һыйпаны. Миңә рәхәт булып китте. Тау итәгенән һуҙылған һуҡмаҡтан юлымды дауам итәм. Сейә ҡыуаҡтарына юлыҡтым. Был яҡта улар күп үҫә. Йәйҙәрен ҡыҙыл емештәргә күмелһә, көҙҙәрен япраҡтары сағыу төҫтәргә буяла. Бер бөртөк сейә табылмаҫмы тип күҙҙәремде ҡыуаҡтарға төбәйем. Юҡ, һуңланың инде, ҡыҙыҡай, емештәрем күптән өлгөрҙө бит инде, - тип үсекләгәндәй. Ә мин һаман еңмешләнеп бер бөртөк булһа ла табырыма өмөтләнәм. Әһә, таптым бит барыбер. Бер сейә таптым! Сейә үҙе лә әллә ҡайҙан ҡыҙарып “Мин бында!” тигән кеүек ултырған һымаҡ. Ҡыуаныстан тау яңғыратып ҡысҡырҙым. Бик тәмләп ашап бөттөм дә, рәхмәт әйтеп сәйәхәтемде дауам иттем.


Алда баҫыу йәйелеп ята. Унда һыйыр, башмаҡтар үлән утлай. Унда-бында ҡалған йәшел үләндәрҙе телдәре менән ялмайҙар. Әйҙә ашағыҙ, малҡайҙар, бәләкәстәргә һөт булыр тинем. Йәйелеп ятҡан, хатта сиге лә күренмәгән баҫыуҙы мин диңгеҙгә оҡшаттым. Ә үҙемде шундағы кораблдең капитаны итеп тойҙом. Ысын булһа, ҡайҙа барыр инем икән тип торам... Әлбиттә илдәр гиҙер инем , тик барыбер ошо гүзәл төйәгемә әйләнеп ҡайтыр инем. Ситтә оҙаҡ ҡала алмаҫ инем. Тау, ағас, йылға-барыһын да һағынып тиҙ генә әйләнеп ҡайтырға сығыр инем, моғайын. Һәм... ошо урында, ысынлап та, ғәзиз йортомдо һағынып ҡайтыр юлға ыңғайланым. Ҡайтҡанда икенсе һуҡмаҡты һайланым. Был юл ауылдың үрге осо аша үтә. Тәүҙә йылға аша үтер кәрәк. Унда бәләкәй генә күпер һалынған. Йылға һаман сылтырай. Һыуы саф һәм таҙа, хатта бәләкәй балыҡтарҙың йөҙөп йөрөгәне күренеп ҡала. Уларға ла сәләм бирҙем. Тәңкәләрен йылтыратып сәләмләнеләр ҙә ҡайҙалыр йөҙөп киттеләр. Ярға аяҡ баҫтым. Ә унда күпте күргән оло тирәк ҡаршы алды. Япраҡтарын ҡыштырлатып сәләм бирҙе. Мин уны ҡосаҡлап алғым килде, тик ҡосағым етмәне. Ул бигерәк йыуан шул. Атайым уны ҡарт тирәк, ти. Мин уға сәйәхәтем тураһында әйткәйнем, тыныс ҡына тыңланы ла башымдан япраҡтары менән һыйпаны. Ул миңә, шәп ҡыҙыҡай һин, тигәндәй булды. Аңлайым мин ағастарҙың телен. Улар шыбырлап ҡына һөйләшә, оҙағыраҡ һөйләшкеләре килһә, ботағына эләктереп алалар. Әле лә шулай булды. Инде ҡайтайым тигәйнем генә, ул мине ботағына эләктереп туҡтатты. Тирәккә күңелле булһын тип, оҙағыраҡ булдым инде янында.


Бик арыһам да йүгерә-атлай өйөмә ҡайтып индем. Әсәйем менән һеңлем мине ҡаршы алды. Мин уларға барыһын да һөйләп бирҙем. Тыуған яғымдың иҫ киткес матур тәбиғәтенә сәйәхәтем миңә көс бирҙе. Уны тағы ла нығыраҡ ярата башланым.


Эльвина Уйылданова, Әбйәлил районы Рауил төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы.

Читайте нас: