“Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Ниндәй тапҡыр һәм тәрән йөкмәткеле һүҙҙәр. Ил һәм тел был ике төшөнсә бер-береһенә шул тиклем бәйле.Илен һөйгәндәр генә, телен һөйөр,илебеҙ булған да ғына телебеҙ ҙә йәшәр. Әйе, мин был һүҙҙәр менән килешәм. Йөҙәр йыллыҡ тарихы булған, гүзәл Башҡортостан республикаһында тыуыуым, йәшәүем, башҡорт телендә һөйләшеүем менән бәхетлемен.
Тыуған ил, тыуған ер, тыуған ауыл, тыуған йорт, тупһа, ҡапҡа.. Һәр кемдең күңелендә мәңге изге хәтирәләр һаҡлар һүҙҙәр. Сөнки улар һәр кемдә лә тик берәү генә була. Минең күңелем түрен алған өс һүҙ - Башҡортостан, Баймаҡ, Буранбай...
Боронғо аҫаба башҡорттар йәшәгән,халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм рухи ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалған, иҫ киткес талантлы, эшһөйәр халҡы, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан ауылым тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Замана һынауҙары алдында бирешмәй, мәҙәни һәм рухи йәдкәрҙәребеҙҙе һаҡлау, йәш быуынға еткереү буйынса бик күп эштәр башҡарыусы, берҙәм ауылдаштарым булыуы һоҡланғыс. Башҡорт халҡының данлыҡлы шәхесе, сәсән, йырсы, ҡурайсы, старшина Буранбай Ҡотдосов исеменә әле лә тап төшөрмәй, уны оло ғорурлыҡ менән йөрөтә. Үҙенең традицияларына тоғро ҡалып йәше лә, ҡарты ла талантлы, дәртле, уңған һәм татыу ҙур ғаилә булып йәшәйҙәр. Бергәләшеп төрлө саралар, кисәләр, өмәләр, байрамдар ойошторолар. 2007 йылда ауылыбыҙҙың 83 кешеһе республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып Өфөлә Конгресс-холда ҙур концерт менән сығыш яһау традицияһын башлағандар. Районға, республикаға ғына түгел, илебеҙгә танытҡан арҙаҡлы шәхестәр, иҫ киткес таланттар биргән төбәктән булыуым менән ғорурланам.
Баймаҡ районы Буранбай ауылы.