Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Гөлкәй Сабитова.

Гөлкәй Мирза кыҙы Сабитова Йылайыр районының Матрай ауылынан. Хисле, ижади күңелле йәш әсә.

Тыуған илем - Башкортостан!


Тыуған илем!
Минең тыуган ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым,урманым,
Күккә ашҡан Уралым,
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
С.Юлаев.


Тыуған илем - ул иң ҡәҙерле ер, кешенең тыуған һәм үҫкән ере. Иң матур, саф һауалы, ҡояшлы ерем Башҡортостан. Был ерҙә мин беренсе тапҡыр ергә аяҡ баҫҡанмын, үҙ туған телемдә һөйләшергә, матурлыҡты күрергә өйрәнгәнмен. Һәр кешегә үҙ иле ҡәҙерле, үҙ иле матур һәм йәмле тойола. Мин донъяның иң йәмле ерендә Башҡортостан Республиканда тыуғанмын. Башҡортостаным минең балға, ҡымыҙға, нефткә, күренекле шәхестәргә бай. С.Юлаев, М.Кәрим, З.Биишева һәм башкалар былар барыһыла республикабыҙҙың ғорурлығы. Ә тәбиғәте ниндәй уның! Ҡуйы ҡуйы урмандары, киң болондары, таҙа һыулы шишмәләре, йылғалары, күлдәре. Ап-ак ҡайынлы урмандары бәшмәккә, тәмле еләккә бай. Туғайҙарҙа сәскәләрҙең тәмле еҫтәре сыға. Яратам мин тәбиғәтте! Башҡортостанда Ирәмәл, Ирәндек, Торатау, Ямантау тигән бейек тауҙар бар. Урмандарында ҡайын, имән, ҡарағай, йүкә ағастары үҫә. Башҡортостан ерендә Таналыҡ, Ағиҙел, Ыҡ, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Һаҡмар, Нөгөш, Эйек йылғалары аға. Асылыкүл, Яҡтыкүл, Аҡҡүл, Өргөн, Шәмсетдин, Ҡандракүл, Талҡаҫ тигән ҙур күлдәре бар. Тыуған илем - Башҡортостаным менән мин ғорурланам һәм яратам!!! Тыуған илем - дуҫлыҡ иле. Тыуған илем - алтын бишек.

Гөлкәй Сабитова.


Йылайыр районы Матрай ауылы.


Читайте нас: