Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Вилдан Абдуллин

Мин Абдуллин Вилдан булам. Баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәйбеҙ. Атайым Архангель районынан булһа, Әсәйем Баймаҡ районы Таһир ауылы ҡыҙы. Мин 3 класта уҡыйым. Апайым Алһыу 6 класта. Һеңлебеҙ Әҙиләгә 1 йәш кенә.

ОЖМАХТАЙ ТЫУҒАН ЕРЕМ!


«Эх, йылы яҡта йәшәргә ине! Бер ҡасан да һалҡын ҡыш, ямғырлы көҙ, бысраҡ яҙ булмаған, ә мәңге йылы йәй булған яҡтар бар бит ул донъяла!». Шулай итеп хыялланам мин. Һәм, ысынлап та, бындай сихри илдә булдым... Ҡояш шул тиклем ҡыҙҙыра, тирә-яҡта пальма ағастары үҫә, яҡын ғына иге-сиге булмаған диңгеҙ шаулай... Үҙемде ожмахта кеүек хис итәм. Туйғансы ҡояшта ҡыҙынам, рәхәтләнеп һыу инәм. Әммә күңелгә нимәлер етмәгән кеүек, нимәнелер юҡһынам...


Ҡапыл һиҫкәнеп уянып киттем. Баҡһаң, был төш кенә булған. Йөрәккә йылы йүгерҙе. Сит илдәрҙә матур, рәхәт булһа ла, үҙ илең күпкә яҡшыраҡ икән. Бына нимә етмәгән икән төшөмдә!


Әгәр ҙә миңә тыуған илде һайларға ҡушһалар, мин, һис шикһеҙ, Башҡортостанды һайлар инем. Йыл һайын мин уның матурлығына нығыраҡ һоҡланам. Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош һындарын күреп иҫем китһә, Аҫҡын мәмерйәһенә төшөп, эҫе йәй уртаһында боҙло һындарҙы күреп шаҡ ҡаттым. Асылыкүлен, Талҡаҫын бер ниндәй ҙә диңгеҙгә алыштырғым килмәй. Был күлдәрҙә рәхәтләнеп һыу ингәнем булды. Әле мин үҙем күргәндәр менән генә ғорурланам. Ә бит тағы ла мәғрүр тауҙарға, икһеҙ-сикһеҙ далаларға, ҙур йылғаларға, ҡуйы урмандарға бай минең Башҡортостаным! Мин уларҙы әле телевизорҙан ҡарап, китаптарҙан уҡып ҡына беләм...


Минең тыуған илем тәбиғәте менән генә түгел, ә күп төрлө халҡы менән дә дан тота! Халыҡ батыры Салауат Юлаев үҙе ни тора!


Минең тыуған илемдән ҡурай, ҡумыҙ моңо ишетелә, ҡымыҙ еҫе аңҡыған кеүек. Ә башҡорт балының тәме!...


Тыуған ил минең өсөн ғәзиз Өфөм, тыуған мәктәбем, ғаиләм, ауылдағы олатай-өләсәйҙәрем...


Мин ошо илдә тыуып-үҫкәнемә ғорурланам һәм был бәхеттән бер ваҡытта ла баш тармаясаҡмын.


Вилдан Абдуллин,

Өфө ҡалаһының 128 мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы.

Читайте нас: