Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Таңсулпан Райманова

Таңсулпан Райманова Баймаҡ районының Сәйғәфәр урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы. Уның иншаһы күп тауыштар йыйыр, тип ышанабыҙ.

Тыуған илем- Башҡортостан!


Башҡортостан – баш илем,

Йыһандағы бишегем.

Ҙур донъяға алып сығыр

Яҙмышымдың ишеге.

(Р. Ураҡсина.)

Башҡортостан – баш илем... Сәсән телле, яугир рухлы ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы, хазиналы төйәк. Түбәләре күккә олғашҡан бейек күкһел тауҙарың да, болоттар аулаусы ҡаяларың да, борғоланып аҡҡан мул һыулы йылғаларың да, дауылда диңгеҙҙәй ярһыған күлдәрең дә, бәпкә үләне баҫҡан урамдарың да, ҡышҡы һалҡын бурандарың да, айыу, бүрегә, емеш-еләккә бай булған урмандарың да, иге-сиге күренмәгән далаларың да, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың да – барыһы ла яҡын миңә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙарҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тәү тапҡыр һиндә тойҙом.

Тыуған илем – Башҡортостан,
Мин һиндә тыуып-үҫтем.
Урман-тауҙарым йәнле,
Эскән һыуҙарым тәмле.

Башҡортостаным минең! Сабый саҡтан уҡ матурлығың күңелемә һеңгән, йомартлығың йөрәгемә күскән. Аунап-тәгәрәп уйнаһам, һин миңә йәшел сиҙәм йәки күҙҙе ҡамаштырыр хуш еҫле сәскәләргә төрөнгән болон булдың. Күккә ҡараһам, төрлө һүрәттәргә ингән ап-аҡ болоттарың менән мауыҡтырҙың, хыялым ҡанаттарында ана шул зәңгәр бейеклектәргә күтәрҙең. Мин бар булмышым менән һинеке. Ағастар ғына түгел, минең йөрәк тамырҙарым да һиңә, һинең тупрағыңа тоташҡан, яҙмышым һинең менән мәңге бәйле, Башҡортостаным!
Беҙҙең Ватаныбыҙ, иң ҙур байлығыбыҙ – Башҡортостан. Йәғни башҡорт иле. Уның улдары һәм ҡыҙҙары ҡарағай шикелле ғорур һәм көслө, батыр һәм матур. Тыуған ерҙе ҡайнар һөйгәнгә, уларҙың ҡулынан һәр эш килә. “Ул өргәндә, ирей тимер, һуҡһа, ерҙән сыға күмер , баҫһа, ерҙең майы сыға, тағы баҫһа, тағы сыға”,- тип яҙғайны Ф.Туғыҙбаева үҙенең “Ғәжәбстан” тигән шиғырында. Ысынлап та, ниҙәр генә етештерелмәй Башҡортостанда-тимер, баҡыр, ҡеүәтле машиналар, һиҙгер приборҙар... Ә нефть тураһында әйтеп тораһы ла юҡ инде! Уңыш йыйғанда игене тауҙай өйөлөп ята. Болондарҙа көтөү-көтөү мал-тыуар утлап йөрөй. Завод-фабрикалар, шахталар, рудниктар, башҡорт балына бай умарталыҡтар – бөтәһе лә, Башҡортостаным, һинең ҡеүәтең, ҡотоң. Бай ил, гүзәл ил!


Йәнтөйәгем минең,тыуған яғым! Һиңә арнап ниндәй генә ҡәҙерле,наҙлы,тылсымлы һүҙҙәр әйтһәм дә әйтеп еткерә алмаҫмын кеүек.Хәтерләйһеңдер, атайсалым, ә бит һиңә ҡайтыр юлдары өҙөлөп ҡалғандар, һине һаҡлап ҡалыу өсөн башын һалғандар ҙа аҙ булманы. Башҡорт халҡының мәшһүр “Урал” йырын барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Аямаған йәнен, түккән ҡанын , һис бирмәгән башҡорт Уралын , - тигән юлдар бар унда. Халҡыбыҙ һәр саҡ илбаҫарҙарға ҡаршы дәррәү күтәрелгән:ҡалмыҡтарҙың һәм ҡырғыҙҙарҙың һөжүмдәрен кире ҡағып торған, Рус батшаларының башҡорт ерҙәрен тартып алып, үҙен ҡол хәленә ҡалдырырға ынтылыуына ҡаршы 89 тапҡыр оло яуға сыҡҡан халыҡ ул. Шул күтәрелеш башлыҡтарының исемдәре тарихыбыҙ биттәренә мәңгелеккә яҙылған: Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә, Салауат... Ә Бөйөк Ватан һуғышы һуң?! Ул йылдарҙы оноторлоҡмо?!
Батырлыҡ китабына беҙҙең Башҡортостандан 277 Советтар Союзы Геройы үҙенең данлы исемен алтын хәрефтәр менән яҙҙы. Улар араһында Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, бөйөк генералдарыбыҙ М.Шайморатов менән Т.Күсимов кеүек ҡаһармандарыбыҙҙың исемдәре халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр. Яу яралары уңалһа ла, күңел яралары һаман һыҙлай.Кешеләрҙе уяу булырға, яуҙа һәләк булғандарҙы онотмаҫҡа саҡыра улар.


Мин әле йырҙарҙа йырланған тыуған илебеҙ - Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл яҡтарын ғына һанап үттем. Ә бит күңелде ҡырған нәмәләр ҙә юҡ түгел. Һәр беребеҙҙе ер мәсьәләһе борсой. Элек-электән ерҙәребеҙ күптәрҙең күҙен ҡыҙҙыра.Килмешәктәрҙең күбәйеүе уйландыра.Улар бында үҙҙәрен бик иркен тоталар, ерле халыҡты кәмһетергә лә күп уйламайҙар. Ерҙәребеҙ шундайҙарҙың ҡулына күсмәһен тиһәк, беҙгә үҙ илебеҙҙең патриоттары булырға кәрәк. Быуаттар буйына берәүгә лә баш эймәгән, бил бирмәгән халҡым йәшәйәсәк, мин быға ышанам. Халыҡ шағиры һүҙҙәре менән әйткәндә:
Йоҡлар йоҡоһонан яҙһын кеше,
Яҙмаһын тик еренән,иркенән.
Әгәр беҙ берҙәм, дуҫ, татыу булһаҡ, йәшәүҙәре еңел булыр ине. Ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған ожмахҡа тиң илебеҙҙә рәхәтләнеп ғүмер итербеҙ. Ләкин уның өсөн ошо матурлыҡты һаҡлай ҙа,яҡлай ҙа белергә кәрәк. Р. Ураҡсина яҙғанса,

Башҡортостан-баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып белем алам.


Беҙгә, йәш быуынға, тырышып уҡып, үҙ телебеҙҙе яратып, Башҡортостаныбыҙға файҙалы һәм кәрәкле кешеләр булып үҫергә кәрәк.Илде һаҡлап, яҡлап сығыусы төп ҡоралыбыҙ беҙҙең-белем, ғилем, мәҙәниәт һәм дөрөҫлөк булыуын мин яҡшы беләм. Сөнки беҙҙең яҙмышыбыҙ, киләсәгебеҙ һинең менән бәйле. Күңел нурҙарыбыҙ, халҡыбыҙға булған һөйөүебеҙ мәңге һүнмәһен ине.

Ярат Башҡортостанды, һәм ул һине ысын кеше итеп үҫтерер!


Таңсулпан Райманова.

Читайте нас: