Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
"Тыуған илем – Башҡортостан!”
17 Марта 2019, 13:43
Әлизә Зайнитдинова.
Әлизә Зиннур ҡыҙы Зайнитдинова Әбйәлил районының Асҡар ауылы һылыуы.
Тыуған илем — Башҡортостан
Тыуған илем, йәнле илем, тылсымлы ил, татлы илем! Башҡортостан - йәннәт илем. Минең тыуған илем - Башҡортостан! Мин донъяның иң йәмле ерендә - Башҡортостан Республикаһында тыуғанмын. Меңдәрсә саҡрымдарға һуҙылған гүзәлдәрҙән-гүзәл төйәк ул. Республикабыҙ бик бай: тарихҡа, ҡуйы-ҡуйы урмандарға, бейек-бейек тауҙарға, күлдәргә, йылғаларға, ҡош һәм йәнлектәргә. Башҡортостан тағы ла балға, ҡурайға, ҡымыҙға, үҙенең батыр улдарына, матур ҡыҙҙары һәм күренекле шәхестәргә бай…
Республикабыҙҙа төрлө миләтле халыҡ йәшәй: башҡорт, татар, рус, сыуаш, удмурт һәм башҡалар. Төрлө милләтле булһа ла, бындағы халыҡ бер бөтөн, бер төрлө – ҡунаҡсыл.
11 октябрь Республикабыҙҙың тыуған көнө. Башҡортостаныбыҙ йылдан-йыл үҙгәрә, матурлана, үҫә, байый. Бик күп бейек өйҙәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, мәктәптәр төҙөлә. Мин үҙемдең тыуған илем менән ғорурланам, яратам, яҡлайым, һаҡлайым!
БАШҠОРТОСТАН
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
(Р.Ураҡсина)
Әлизә Зайнитдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"