Бөтә яңылыҡтар

Уралиә Хисмәтуллина.

Таныш булығыҙ! Икенсе конкурсантыбыҙ: Ярат мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Уралиә Хисмәтуллина.(Иншаны сайттан уҡығыҙ)

Тыуған илем – Башҡортостан



Башҡортостан баш илем

Йыһандағы бишегем.

Ҙур донъяға алып сығыр

Яҙмышымдың ишеге.

(Р.Ураҡсина)

Башҡортостан... Ошо һүҙҙе ишетеү менән, күҙ алдына болоттарға тоташҡан бейек тауҙар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, башҡорт ҡыҙының тос толомдарылай оҙон һәм мул һыулы йылғалар, сикһеҙ далалар, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы урмандар пәйҙә була. Ниндәй генә ағастар юҡ беҙҙең урмандарҙа! Шифалы балы менән данлыҡлы йүкә лә, мәңге йәшел ҡарағайҙар ҙа, зифа буйлы аҡ ҡайындар ҙа үҫә.
Был әкиәт илендә тирә-яҡҡа дан йырлаусы һандуғастар һайрауы, шаян турғайҙар сутылдашыуы халҡыбыҙҙың күңеленән урғылып сыҡҡан ҡурай моңона ҡушылып, күңелдәргә дәрт, донъяға йәм өҫтәп тора. Аҙым һайын мөғжизәгә тиң күренештәр: аҡландары һығылып бешкән татлы еләктәргә бай, ә һаҙлыҡтары муйыл, ҡарағат емештәре менән ҡыуандыра.
Былары әле ер өҫтөндәге байлыҡтар. Ә ҡуйынында ниндәй генә ҡаҙылма байлыҡтар юҡ. Алтын-көмөштән алып ер майына тиклем. Бер һүҙ менән әйткәндә, тыуған еребеҙ - хазиналар һандығы.

Тыуған ерем - гөллө Башҡортостан,

Һиндә генә шундай матурлыҡ!

Ғорур тауҙарының таштары ла

Мендәр итеп һалып ятырлыҡ.

(Д. Булгакова)

Әлбиттә, ошондай күркәм ерҙә матур күңелле кешеләр йәшәй. Башҡорт халҡы үҙенең ҡунаҡсыллығы, сабырлығы, ғорурлығы менән айырылып тора. Шуға күрә республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре дуҫ булып йәшәй. "Башҡортостан - гөлдәр иле, һәр бер халҡы - уның бер гөлө" - тип юҡҡа ғына әйтелмәй.
Халҡым өсөн ирек даулаған,
Тыуған илем ҙурлап данлаған,
Салауаттай мәңге тере һин, -
Башҡортомдоң үлмәҫ теле һин.
(К. Кинйәбулатова )
Кешеләрҙе бер бөтөн итеп ойошторған, халыҡ итеп күтәргән хазина - тел. Башҡорт теле сал ҡарттарҙың, ата-бабаларҙың тәрән аҡылын, быуаттар тарихын, изге ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙендә туплай. Башҡортостандың киләсәге яҡты булһын өсөн, уның тарихын белер кәрәк. Бөгөн беҙ ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ ләкин Башҡортостанымдың, милләтемдең киләсәге өмөтлө. Халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр.
Мин - ябай башҡорт ҡыҙы. Тыуған ер тупрағының ҡара икмәген ашап, шишмә һыуҙарының татлы тәмен тойоп, шифалы һауаһын һулап үҫкәнмен. Шуға күрә, тыуған яҡтарҙан ситтә үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Мин бәхетле - үҙ илемдә йәшәйем һәм үҙ телемдә һөйләшәм. Бәләкәстән үк ата-әсәйемде, туғандарымды ҡайғыртып, табип булырға хыялланам. Алла биреп, ошо хыялым тормошҡа ашһа, мин үҙемде бик бәхетле һынаясаҡмын һәм киләсәктә тыуған илемә, Башҡортостаныма, халҡыма кәрәкле кеше буласаҡмын.

Уралиә Хисмәтуллина.


Читайте нас: