Ап-аҡ ташҡа баҫып ҡарап торҙом Республикамдың мин иртәһен… Ғ. Сәләм
Һаҡмар туғайында кисен һыйыр көткән саҡта иптәш ҡыҙҙар менән таң һыҙылғас та еләккә барырға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Осрашыу урынын да билдәләнек – үҙебеҙҙең Бәбәләш тауын һайланыҡ.
Өләсәйем һыйыр һауырға торғанда, мине йомшаҡ ҡулдары менән сәстәремдән һыйпап, иркәләп-наҙлап уятты. Ҡулыма йәтеш биҙрә элеп, иптәш ҡыҙым Гөлнәзирә һәм Алһыуҙы көтә-көтә һыу буйына ҡуҙғалдым. Һаҡмарымдың һалҡын йомшаҡ һыуҙары менән биттәремде сылаттым, ялан аяҡ рәхәтләнеп һыуҙы кисеп сыҡтым да, әкренләп Бәбәләш тауы башына күтәрелдем. Бәбәләш – тыуған ауылымды үҙенең мыҡты кәүҙәһе, киң ҡоластары менән ел-дауылдан, барлыҡ ғәрәсәттән һаҡларға теләгән батырҙай, һуҙылып ята. Ә уның аҫтында үҙенең меңәр йыллыҡ тарихын йырлап, борғоланып-борғоланып данлыҡлы Һаҡмар йылғаһы әллә ҡайҙарға, алыҫтарға юллана. Иҫ киткес, ғәжәп матур йылға ул Һаҡмар!
Бына Бәбәләш тауы башында баҫып торам. Иртәнге саф һауала йәнемә рәхәтлек алам, күкрәк киреп тын алам, кинәнәм! Ул тәнемә шифа бирә. Һыҙылып ҡына таң ата. Күк Ирәндек артынан ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙары наҙлы елдәр аша алыҫ саҡрымдарҙан миңә сәләм ебәрә. Әкрен генә һарғылт-йәшел төҫкә инеп томан күтәрелде. Аяҡ аҫтына иҫәпһеҙ ынйы бөртөктәрен һибеп ысыҡ емелдәй. Был илаһи мөғжизәгә таң ҡалдым! Тәбиғәт әкренләп йоҡонан уяна. Ҡайҙалыр алыҫта кәкүк саҡырҙы, туғайҙа һандуғас һайраны, Һаҡмарҙағы таллыҡта турғайҙар сутылдаша башланы. Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт уятып, яҡты көн тыуҙы.
Әхирәттәрем тау башына менгәнсе, тағы ла ауылымдың һоҡланып туймаҫлыҡ матурлығына күмелдем. Ниғәмәтем – тыуған ауылым! Ошонда тыуып, бала саҡта бәрхәт болондарында аунап, тәмле һыуын эсеп, туйғансы уйнап һәм йырлап үҫкәнмен. Тыуған тупрағым аяктарыма терәк булһа, һулар һауам көс, сафлыҡ биргән, эсер һыуым дәрт, иман өҫтәһә, ашаған икмәгем күңелемде тыуған ергә һөйөү менән тултырған. Ус төбөндә генә ятҡан ғәзиз ауылыма булған сикһеҙ һөйөүем минең бәләкәс кенә йөрәгемә нисек һыйҙы икән?
Ана, ауылыбыҙ ҡото булған иман йорто – мәсеттән иртәнге намаҙ тауышы ишетелә башланы. Сәлих хәҙрәттең илаһи тауышы барлыҡ ауылдаштарыма һаулыҡ теләп, тирә-яҡҡа именлек һорап әллә ҡайҙарға таралды. Ауылым уртаһында өйөм – бәхет донъям балҡый. Бәхет, сөнки унда минең иң яҡын кешеләрем: ҡәҙерле әсәйем һәм атайым, алмалай ике һеңлем һәм ҡолонсаҡтай ике ҡустым йәшәй. Ошо минутта бәләкәс Әлфинә әсәйемдең йылы ҡосағына һырынып, уның йөрәгендә булған бөтә һөйөүен һиҙеп рәхәтләнеп иҙрәп йоҡлап яталыр. Эй, сабый! Һинең алда әле күпме асылмаған яҙмыш китабы. Бәхетле генә бул, аҡыллым!
Эй, бигерәк эшсән дә инде минең ауылдаштарым. Кәртә тултырып мал аҫырайҙар. Ана, ҡартатайым да өлкән булыуына ҡарамаҫтан бер өйөр һыйыр малын көтөүгә ҡыуып китеп бара, уның артынан тоғро эте – Аҡтырнағы ла эйәргән. Мыраубикәбеҙ ҙә бейек ҡойма башынан йомшаҡ ҡына баҫып уларҙы оҙата.
Ҡарашым эргәлә генә ялтырап ятҡан түңәрәк Айгөл күленә ташланды. Ий, инә ҡаҙ һары матур себештәрен берәмләп сафҡа теҙеп әкрен генә йөҙөп йөрөй, ата ҡаҙ бер тыңлауһыҙының артынан ҡамыш араһына инеп юғалды.
Эйе, Ниғәмәтем йылдан-йыл ҙурая, матурлана. Быны туғайҙағы яңы буралар дәлилләй, тимәк ауылымдың киләсәге булған йәштәр тормош көтөргә ауылда ҡала.
...Ауылыма һоҡланып, уның гүзәллегенә сумылып торған мәлдә тау башына ике дуҫ ҡыҙым менеп тә өлгөргән икән. Сағылтау яғына ҡуҙғалдыҡ. Алдыбыҙҙа Хәжәр талы. Һиллек. Баҫыуҙағы яңы тулылана башлаған башаҡтар ғына беҙгә әкрен генә баш эйеп сәләм бирә. Мулла талына ла килеп еттек. Ялан ситенән һыу яғына ҡуҙғалған бер өйөр йылҡы көтөүе күренде. «Күрәһегеҙме? Ишетәһегеҙме, ҡыҙҙар? Ҡайҙа сабалар улар?”- тип өндәштем дуҫтарыма. Өнһөҙ генә күҙәтергә булдыҡ малҡайҙарҙы. Хужаһын эҙләп сабамы был ат, тәүәккәлдәрҙе батырлыҡҡа саҡырып кешнәйме, баҙнатһыҙҙарҙы ҡыйыулыҡҡа өндәйме, өнһөҙ ятҡан Ер-әсәгә әллә оран һаламы, әллә уға уңышы өсөн рәхмәт әйтәме?! Бына Ҡыръяланға сыҡтыҡ. Ә ундағы матурлыҡ!.. Аллы-гөллө сәскәләрҙең тәмле еҫенән баш әйләнә. Ялан шау еләк. Был тиклем дә түшәлеп ятыр икән! Еләктәре эре, ҡып-ҡыҙыл. Был минең ғәзиз тыуған еремдең татлы емештәре. Тиҙ арала силәктәребеҙ ҙә тулыр, әсәйем бәлеш бешерер, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма әҙерләр, оләсәйем тәмле ҡаҡ ҡойор... Ҡыуаныстан йөҙҙәребеҙ ҡояштай балҡыны.
Гүзәллек батшалығында тыуыуыма, йәшәүемә шатланам да, ғорурланам да. Ошо матурлыҡты һаҡларға кәрәклеген аңлап үҫәм. Минең иң ҙур теләгем – һулар һауабыҙ саф, эсер һыуыбыҙ таҙа булһын. Ә бының өсөн ғәмһеҙлектән ҡотолорға кәрәк. Ер йөҙөндә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, бөтә кешеләр ҙә бәхетле йәшәһендәр.