Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Сентябрь 2025, 08:55

Сәскәләргә ғашиҡ ханым

...- Икәүләп башҡарған эш ыңғай ҙа бара, ҡәҙерле лә, - тине Рәйфә Бикәстан ҡыҙы. - Кәңәшләшеп эшләһәң, бер-береңә ярҙам итеп торһаң һөҙөмтәһе лә күренә. Сәскәнән тыш баҡсала бик күп алма, ҡара ҡарағат, аҡ ҡарағат, виноград,  абрикос, балан, каштан, ҡарағай, виноград та үҫә. Һуңғы йылдарҙа ят ағастарҙы үҫтерергә хыяллана инек. Әле самшит тигән ағасты ултырттыҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ матурлығы бар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Был йорттоң ихатаһына килеп инеү менән матурлыҡтан күңел үҙенән-үҙе йырлай башлай. Ҡапҡаны асып инеп, беренсе аҙымдан уҡ ҡайһы яҡҡа барырға белмәй аптырауға ҡалаһың. Сөнки үҙеңде ожмах баҡсаһына килеп ингәндәй тояһың. Бындай матурлыҡтың һәр бер тамсыһы һине үҙенә тарта. Ә уның артында Рәйфә Бикәстән ҡыҙы менән уның тормош иптәше Зәбихулла Ғөбәйт улының тынғыһыҙ хеҙмәте ята.

- Минең өсөн ишек алды гөл-сәскәгә күмелһә булды, йәшелсә-емеш үҫтереүгә лә артыҡ иғтибар бирмәйем, - тине Ишмырҙа ауылының уңған хужабикәһе Рәйфә Бикәстән ҡыҙы. – Ошондай матурлыҡтан йәшәүгә көс, дәрт алам.

Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү уйламағанда килеп сыға. Ишмырҙа мәктәбенә эшкә килгәс, уҡытыусыларҙың барыһына ла уҡыусылар өсөн ниндәйҙер түңәрәктәр алып барырға әйтелә. Рәйфә Бикәстан ҡыҙы уйлап тормай сәскәләр үҫтереү буйынса йүнәлеште һайлай. Уҡыусылары менән гөлдәр үҫтерә башлай.

- Баҡса сәскәләренән иң беренсе раузаларға ғашиҡ булдым. Улар бейек булып үҫә, сәскәләре лә эре, - тине Рәйфә Яҡшығолова. - Бигерәк тә “чайный гибридный” сорттарына өҫтөнлөк бирҙем. Шулай уҡ  “флорибунда” тигәндәрен дә яраттым. Сәскәләрҙе үҙебеҙҙең төбәккә яраҡлаштырылғандарын ҡарап, ошо йүнәлештә эшләгән кампанияларҙан яҙҙыртып алам.

Рәйфә Бикәстән ҡыҙы баҡсаһындағы матурлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн сәскәләрҙе даими яңыртыуға өҫтөнлөк бирә. Үҫентеләрҙе ошо йүнәлештә эшләгән махсус эшләгән магазиндарҙан һатып ала.

- Тәүҙә уларға иғтибар ҙа әҙ булды. Нисек тәрбиәләргә лә белмәй инем. Йә өшөйҙәр, йә бетсә төшә, - тине баҡсасы апайыбыҙ.- Шуға күрә лә интернет селтәре аша уларҙы тәрбиәләү серҙәре менән таныштым. Баҡсасыларҙың тәжрибәләрен өйрәндем. Уларҙың кәңәштәрен тыңлап, сәскәләрҙе тәрбиәләй башланым. Һөҙөмтәһе шунда уҡ күренде.

Рәйфә Яҡшығолова сәскәләрҙең беҙҙең төбәккә яраҡлашҡандарына өҫтөнлөк бирә. Әлеге ваҡытта штамблы раузаларға ғашиҡмын, ти ул. Сөнки улар ағас кеүек ҙур булып үҫә, сәскәләре лә эре һәм матурлығы ла оҙаҡ һаҡлана. Шулай уҡ үҫтереү, тәрбиәләү ҙә еңелерәк.

Был ожмах баҡсаһында күҙҙең яуын алып торған георгиндар, питуниялар, каллы сәскәләренең дә төрлө төҫтәгеләре үҫә. Уңған хужабикә бөгөндән үк уларҙы һаҡлау сараһын күрә башлаған. Георгиндарҙың сәскәләре атып бөткәс, уларҙы ҡаҙып алып, төҫтәрен айырып киптерәһең, тип кәңәшен бирҙе. Һуңынан уларҙы тоҡтарға тултырып, ниндәй төҫтәге икәнен бутамаһын өсөн, фотоһын да бергә һалаһың. Һуңынан инде уларҙы өй эсендәге баҙға һаҡлауға төшөрәһең.

- Вегетатив ысул менән үҫкән георгиндарҙы айырым һауыттарға ултыртам, - тип Рәйфә апай артабан баҡсасылыҡ серҙәре менән уртаҡлашып. - Уларҙың орлоҡтары бәләкәй, картуф һымаҡ ҡына була. Көҙгө һалҡындар төшкәс, сәскәләрҙе өйгә индерәбеҙ. Бер-ике көн уҙғас, уларға туйындарғансы һыу ҡойоп, һабаҡтарын тигеҙ итеп ҡырҡып алам. Һуңынан баҙға төшөрөп, һаҡлауға ҡуям. Ғинуарҙың һуңғы көндәрендә, февраль баштарында баҙҙа ултырған килеш әҙләп кенә һыу ҡоя башлайым. Яҙға ҡарай уларҙы сығарам. Ҡыш осоронда бер-ике тапҡыр булһа ла баҙға төшөп, сәскәләрҙең нисек ултырыуын ҡарап, тикшереп сығам. Кәрәк булһа, әҙләп кенә һыу һибәм.

Уңған хужабикә петуниялар быйыл сәскәһен атты ла бөттө, киләһе йыл тағы ла сәсермен, йәки һатып алып ултыртырмын тигәндәргә бик тә файҙалы кәңәшен еткерҙе. Һыуыҡтар төшкәс, уларҙың иң матурҙарын, сағыуҙарын һайлап өйгә индереп тәҙрә төбөнә ултыртам, тине ул. Әҙләп кенә һыу ҡойоп ҡыш сығараһың. Февраль-март айҙарында көслө ботаҡтарын ҡарап ҡырҡып алып, һәр береһен айрым стакандарға ултыртырға. Петунияларҙы шулайтып күбәйтеп үҫтереп алырға мөмкин.

Дөрөҫ, баҡсалағы был ҡәҙәр эште бер генә кешегә аҡтарып сығыуы бик ауыр. Шунлыҡтан Рәйфә Бикәстан ҡыҙына тормош иптәше  Зәбихулла Ғөбәйт улы һәр ваҡыт ныҡлы терәк һәм таяныс. Иртә яҙҙан баҡсаны һыуға туйындырыу өсөн шлангтар һалып сыға. Иртәле-кисле үҫентеләргә бергәләп һыу ҡоялар. Ә баҡсаны биҙәү эше тулыһынса ғаилә башлығының өҫтөндә. Таҡта, ағастарҙан төрлө һындар эшләй. Бөгөн уларҙың баҡсаһында аҡҡоштар ҙа, илектәр ҙә, торналар ҙа бар. Ошонда уҡ фонтан да эшләй, яһалма тау ҙа барлыҡҡа килгән. Ағастан һырлап биҙәлгән беседка күптән инде яратып ял итеү урынына әйләнгән.

- Икәүләп башҡарған эш ыңғай ҙа бара, ҡәҙерле лә, - тине Рәйфә Бикәстан ҡыҙы. - Кәңәшләшеп эшләһәң, бер-береңә ярҙам итеп торһаң һөҙөмтәһе лә күренә. Сәскәнән тыш баҡсала бик күп алма, ҡара ҡарағат, аҡ ҡарағат, виноград,  абрикос, балан, каштан, ҡарағай, виноград та үҫә. Һуңғы йылдарҙа ят ағастарҙы үҫтерергә хыяллана инек. Әле самшит тигән ағасты ултырттыҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ матурлығы бар.

Рәйфә Бикәстан ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Ун йыл тирәһе ауыл Советы депутаты була. Үҙ округында йәшәүселәр менән район һәм ауыл биләмәһендә иғлан ителгән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында ирекмәндәр сафына баҫҡан. Уларға тәмле-татлы өй ризыҡтары бешереп оҙата.

Оҫта баҡсасы, уңған хужабикә, әүҙем йәмәғәтсе ханым былтыр республикала “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып финалға сыҡты. Оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләй.  “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ булған.

Ҡышҡы һалҡындарҙа ла буш ултырмай беҙҙең Рәйфә апай. Алмаз ҡаштар менән сигеүҙәр сигә. Бигерәк тә сәскәләр, тәбиғәт матурлығын тыуҙырырға ярата. Уларҙы тыуған көндәргә, ҡунаҡҡа барғанда бүләк итергә яратам, тине ул.

Бөгөн Рәйфә Бикәстан ҡыҙы менән Зәбихулла Ғөбәйт улы бәхетле, матур ҡартлыҡ кисерә. Балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп, баҡсала үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡҡа һөйөнөп ғүмер итәләр.

Сәскәләргә ғашиҡ ханым
Сәскәләргә ғашиҡ ханым
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас