Борон римлеләр үҙҙәренең календарындағы икенсе айҙы, латинса «аперире» (асылыу) һүҙенән алып, «априлис» тип атаған. Ысынлап та, был айҙа бөрөләр асыла.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ календары буйынса йылдың беренсе айы - науруз 21 апрелгә тиклем дауам итә. 22 апрелдән һабан айы башлана.
* Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
* Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы - йылы йәйгә.
* Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
* Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.
* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.
* Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.
* 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа - һыуыҡҡа.
* 7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.
* 8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай.