Тирә-яҡ мөхит
14 Февраля 2024, 13:00

Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор

Ҡыш бауыры оҙон, тиҙәр. Бүреләр ҙә асыҡтымы икән? Әллә һунарға сығып, юлға килеп төштөләрме икән?..

Добавить в предпочтительные источники Google

Хәҙер кешеләр ҡырҙа күп йөрөймө, әллә йәнлектәр кешеләр йәшәгән ергә йыш яҡын киләме, әммә интернет киңлегендә кешеләр төшөрөп алған айыуҙы ла, бүрене лә, ҡуян-төлкөнө лә, башҡаһын да күрергә була. Кемдер һоҡлана, кемдер фотоға төшөрә, видео яҙҙыра. кемдер баҫтыра, тигәндәй. Шулай ҙа урман-ҡырҙа булғанда беҙ улар янына ҡунаҡ булып килгәнебеҙҙе онотмайыҡ. Ә йыртҡыстарҙың ауылға төшөүе бөтөнләй икенсе мәсьәлә. 

Ә һеҙ, дуҫтар, ниндәй йәнлектәрҙе йыш осратаһығыҙ? Яҙып ебәрегеҙ. 

Автор:Гузель Салихова