Синоптиктар фаразлауынса, дүшәмбе, 23 октябрҙә, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5°.
Шишәмбе, 24 октябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -2,+3, көндөҙ +4, +9° була.
Шаршамбы, 25 октябрҙә, епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, төндә урыны менән көслө, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, +1°, көндөҙ -1, +4°.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда ҡар яуыуы сәбәпле юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы.