Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
11 Октябрь 2023, 13:24

«Һаҡмар»ға ла яҙылдыҡ, шишмәбеҙҙе лә ҡараныҡ

Бөгөнгө көнгә тәғәйенләнгән сарабыҙ гөрләп үтеп тә китте. Әхмәр ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көттө был көндө. Барыһы ла ихлас әҙерләнделәр. 

«Һаҡмар»ға ла яҙылдыҡ, шишмәбеҙҙе лә ҡараныҡ
«Һаҡмар»ға ла яҙылдыҡ, шишмәбеҙҙе лә ҡараныҡ

 

 Бөгөнгө көнгә тәғәйенләнгән сарабыҙ гөрләп үтеп тә китте. Әхмәр ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көттө был көндө. Барыһы ла ихлас әҙерләнделәр. 

Сарабыҙҙың төп маҡсаты булып иң беренсе "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу. Бер ыңғайҙан "Сылтыр шишмә"ләрҙе ҡарап сығыу ине.

Был йәһәттән Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов, "Һаҡмар" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, Моҡас ауыл хәкимиәте башлығы Нияз Әхмәр улы Атаңғолов маршрутты Әхмәр мәктәбенән башланылар. Мәктәп мөдире Гөлназ Нуритдин ҡыҙы, бар коллектив, ауылдың инәйҙәре, ағинәй Мәҡсүтова Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы йылы ҡаршы алдылар. Г.Н.Хәмитова мәктәп тормошо, коллективы тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт бирҙе. Ветеран уҡытыусы, остаз, Ағинәй Ғ.Ғ.Мәҡсүтова үҙенең үткән эштәре тураһында бер аҙ һөйләп китте. Ауыл почта бүлексәһе почтальоны Лилиә Салауат ҡыҙы Ғәфәроваға ихлас күңелдән "Һаҡмар" гәзитенә коллективта, килеүселәрҙә әүҙем генә яҙылдылар.

Сәләмәтауыл2023

 

#Здоровоесело2023

 

#БаймаҡрайоныӘхмәр

 

#БаймакскийрайонАхмерово

 

#БөтәДоньяБашҡорттарҠоролтайы

Ғәйникамал Мәҡсүтова

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: