Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
6 Октябрь 2023, 10:03

Апай шишмәһен матурлағандар

Түбәнге Яйыҡбай ауылы үҙенең хеҙмәт һөйгән, татыу, берҙәм халҡы менән генә түгел, ә үҙенә генә хас үҙенсәлектәре, бары тик башҡорт халҡына ғына хас боронғолоғо менән айырылып тора. Улар -республикабыҙҙағы иң боронғо мәсет, тик ошо ерлектә генә тыуған халыҡ йырҙары, тарихҡа бай Апай тауы, Олосағыл битләүе, Ҡыҙылъяр буйы, Көлзыярат һ.б.

Шундай тәбиғи ҡомартҡылар рәтенә Апай шишмәһен дә индерергә мөмкин. Изге, тылсымлы урын ул Апай шишмәһе - бына нисәмә быуат инде ул бер туҡтауһыҙ аға һәм арыған күңелдәргә дәрт, талсыҡҡан тәндәргә көс, ҡөҙрәт, илһам бирә. Ҡөҙрәтле шишмә тибеҙ, сөнки ул ҡыш көнө лә туңмай, ғинуарҙың иң сатлама һыуығында ла ул үҙ йырын йырлап, үҙ көйөн көйләп сылтырап ағып ята.Тик матур мәғәнәле, фәһемле байрамдар ҡына ошо шишмә янында үтә.Яйыҡбайҙар ауылға килгән иң ҡәҙерле, мәртәбәле ҡунаҡтарын да ошонда алып килеп, шифалы Апай шишмәһе һыуынан ҡайнаған еҙ самауыр сәйе менән һыйлай.
Шишмә йыл әйләнәһенә таҙа тотола, ауыл халҡы әленән-әле уны ҡарап, буяп, сүп-сарҙан таҙартып тора. Алдағы ваҡытта шишмә янын тағы ла төҙөкләндереү, матурлау эштәре көтөлә.

Рауилә Хәсәнова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: