Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.
Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.
Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.
8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
Фото "БВ" сайтынан алынды: