Октябрь йылы булһа, ҡыш һалҡын булыр.
Октябрҙә ниндәй көндә ныҡлап һыуыта башлай, апрелдә шул көндә йылыта башлаясаҡ.
1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә, тиҙ иреп бөтәсәк.
Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер
Октябрҙә ҡар яуған көнгә ҡарап апрелдә яҙ башын билдәләгәндәр.
Япраҡтар тиҙ ҡойолоп бөтһә, ҡыш һыуыҡ буласаҡ, ә оҙаҡ ҡойолмай торһалар – ҡыш ҡыҫҡа буласаҡ.
Октябрь башына ҡайындар япраҡтарын ҡойоп бәтмәгән булһа, ҡар һуң ятасаҡ тиҙәр.