- Бәшмәккә барҙыңмы әле?
- Юҡ.
- Ниңә, бәшмәк күп, рәхәтләнеп йыйырға була.
- Һуң, айыуҙар күп ти бит. Әллә күпме кешене баҫтырған, кемделер ашаған, тиҙәр.
Ошоноң кеүек хәбәрҙе хәҙер урамда ла ишетергә, интернет киңлегендә лә күрергә була. Һуңғы осор күптәр урманды үҙенең йорто менән бутай башланы түгелме? Һеҙ урманға барғанда – бары тик ҡунаҡ ҡына. Ҡаршығыҙға айыу, бүре, ҡуян килен сығамы әллә йылан шыуышып киләме – был тәбиғи. Сөнки был уларҙың тыуған йорто. Улар бит һеҙҙең йоҡо бүлмәһенә инеп ятмаған, ә һеҙ уларға килгәнһегеҙ. Тимәк, ҡунаҡ булғас – тыйнаҡ бул. Артыҡ шаулама, йәнлектәрҙе ҡуҙғытма, артыңдан ҡый ҡалдырма. Үҙеңдең йортоң менән урманды бутама. Шул саҡта барыһы ла һәйбәт булыр. Юғиһә, йоҡлап ятҡан айыуҙы туҡмап уятып, көскә ҡасып ҡотолғандар ҙа бар. Видеоһын беҙҙең төркөмгә инеп ҡарай алаһығыҙ. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит был!
Урманды белмәйһең икән, төпкә китмә. Юғиһә, бәшмәкселәрҙең аҙашыу осраҡтары ла йышайҙы. Ә тәбиғәттең күп мөйөшөндә телефон тотмай.
Әгәр һин урманға, уның хужалары – йәнлектәргә лә ихтирамлы булһаң, бәлә-ҡазаға ла тарымаҫһың!