Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
5 Сентябрь 2023, 11:30

Айыуҙы "үлгән" булып алдарға яраймы?

Һуңғы осор урман-ҡырҙарҙа ғына түгел, ә ауыл янында ла айыуҙарҙы күреүселәр күп. Бәшмәкселәрҙең айыу өҫтөнә барып сыҡҡан осраҡтары ла була. Бындай мәлдә нимә эшләргә һуң? 

Һуңғы осор урман-ҡырҙарҙа ғына түгел, ә ауыл янында ла айыуҙарҙы күреүселәр күп. Бәшмәкселәрҙең айыу өҫтөнә барып сыҡҡан осраҡтары ла була. Бындай мәлдә нимә эшләргә һуң? 

Күптәр ергә ятып, үлгән булып ҡыланырға тиҙәр. Әммә һунарсылар әйтеүенсә, был һәр саҡ ҡулланырлыҡ ысул түгел. Айыуҙың алданмауы ла бар. Шуға күрә улар айыуҙы тауыш сығарып ҡурҡытырға саҡыра. Бәғзеләр курткаңды сисеп, уның үҙеңдең өҫтөңдә күтәрергә кәрәк тиҙәр. Йәнәһе лә, айыу уның алдында ғәйәт ҙур бер йән эйәһе килеп сыҡҡан тип уйлаясаҡ.

Ни генә булһа ла, һаҡ булығыҙ һәм урманда һеҙ айыуҙарҙың өйөндә ҡунаҡта булыуығыҙҙы онотмағыҙ.  

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: